Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Тарих: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Replaced content with "{{Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Тарих}} <center><big>Тарих</big></center> Category:Һүҙлектәр"
1 юл:
{{Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Тарих}}
*археология — һаҡланған матди ҡомартҡылар буйынса боронғо халыҡтарҙың көнкүрешен һәм мәҙәниәтен өйрәнеүсе фән
*абориген — илдәге, билдәле бер урындағы ерле халыҡ
*байғош — общинаның бөлгөнлөккә төшкән, етештереү саралары булмаған һәм феодалға бойондороҡло кешеһе
*барымта — иҡтисади үс
*бей — община, ҡәбилә башлығы, хаким
*бобыль — күсеп килеп, башҡорт ерҙәрендә община менән килешеү төҙөмәйенсә ултыраҡланған кеше
*бәйге — ярыш
*губерна — XVIII быуаттан алып Рәсәйҙә төп административ- территориаль берәмек
*ислам — риүәйәт буйынса, б. э. VII быуатында Мөхәммәт пәйғәмбәр нигеҙ һалған дин
*йыйын — халыҡ йыйылышы, съезд
*кантон идаралығы — Башҡортостан территорияһын бүлгеләүгә нигеҙләнгән, хәрбиләштерелгән идаралыҡ системаһы — махсус административ берәмек
*ҡаласыҡ — борон ҡала булған ер
*ҡарымта — ҡан ҡойоуға ҡаршы ҡанлы үс
*ҡоролтай — йыйылыш, съезд
*ҡурған — ҡәбер өҫтөндәге тупраҡ йәки таш өйөмө
*матриархат — хужалыҡ һәм йәмәғәт тормошонда ҡатын-ҡыҙ өҫтөнлөгөнә нигеҙләнгән тәүтормош йәмғиәт ҡоролошо формаһы
*мишәр — Мещеря яғынан килеп, Башҡортостанда хеҙмәткә ялланған кеше
*мырҙа — нуғай йәки татар сығышлы феодал вәкиле
*наместник — айырым вәкәләттәргә эйә булған берәй әлкә хакимы
*олоҫ (волость) — административ-территориаль берәмек, өйәҙҙең бер өлөшө
*өйәҙ — административ-территориаль берәмек
*патриархат — хужалыҡ һәм йәмәғәт тормошонда ир-аттың өҫтөнлөгөнә нигеҙләнгән тәүтормош йәмғиәт ҡоролошо формаһы
*припущенник — күсеп килеп, башҡорт ерҙәрендә килешеү буйынса йәки унһыҙ ҙа биләмәгә индерелгән кеше
*провинция — өлкә, административ-территориаль берәмек
*тархан — хәрби-дипломатик юғары ҡатлам вәкиле
*типтәр — элек ерҙән файҙаланып та, артабан шул хоҡуғын юғалтҡан кеше
*төрки һәм төрөк: БУТАМАҪҠА! төрки — тюрки, тюркский; төрөк — турок, турецкий, Төркиә — Турция (башҡорттар төрөк халҡы түгел, төрки халҡы; шулай уҡ төрөктәр ҙә төрки халыҡтарға ҡарай)
*туҫнак — бурыслы ҡол
*хроника — ваҡиғаларҙы хронологик тәртиптә теркәп барыу
*шәжәрә — ырыу йылъяҙмаһы
*этник — ниндәй ҙә булһа халыҡҡа ҡарата ҡулланыла
*этнография — халыҡтарҙың матди һәм рухи мәҙәниәтен өйрәнеүсе фән
*ясыр — әсир кеше
*аренда — ваҡытлыса файҙаланыу өсөн биреп торолған ер майҙаны, бина
*биҫтә — ҡала яны йәки ҡаланың бер районы
*буржуазия — капиталистик йәмғиәттә хакимлыҡ итеүсе синыф
*ведомство — ниндәй ҙә булһа тармаҡҡа идара итеүсе учреждение граждандар һуғышы — дәүләт эсендәге ҡораллы синфи көрәш дифференциация — бүленеү, айырымланыу
*земство — ауыл ерҙәрендә урындағы үҙидаралыҡ, уның органдарында дворяндар өҫтөнлөк алған
*йөҙ башы — хакимиәт чины, старшинаның ярҙамсыһы
*капиталист — буржуаз йәмғиәттә ялланма хеҙмәтте иҙеүсе хаким синыф вәкиле
*колония — башҡа дәүләт хакимлығы аҫтындағы, сәйәси һәм иҡтисади үҙаллылығын юғалтҡан территория
*концессия — сәнәғәт предприятиеһын, ер майҙанын һ. б. файҙаланыу өсөн дәүләт менән шәхси эшҡыуар араһындағы килешеү
*кулак — ярлыларҙың хеҙмәтенән файҙаланыусы хәлле крәҫтиән
*миграция — күсенеп йөрөү
*попечителлек — округ, кемде лә булһа ҡайғыртыусы, хәстәрлек күреүсе учреждение
*пролетариат — етештереү саралары булмаған, буржуазия тарафынан иҙелеүсе класс
*регламент — ниндәй ҙә булһа эш тәртибен яйға һалыусы ҡағиҙә
*резиденция — дәүләт башлығының торған урыны
*реформа — булған йәмғиәт ҡоролошон емермәйенсә үҙгәртеп ҡороу, яңыртыу
*ростовщик — ҙур процент түләтеү шарты менән бурысҡа аҡса биреп тороусы
*топография — ер өҫтөн үлсәүсе һәм урынды һыҙымда йәки картала һүрәтләүсе фән
*тракт — оло юл
*хакимиәт — башҡарма, идаралыҡ органы
*форпост — алғы сафтағы нығытылған пункт
*ценз — шәхестең тегел әйме, был аймы хоҡуғын сикләүсе шарт
*эксплуатация — кешенең эш һөҙөмтәләрен үҙләштереү
*эшҡыуар — йүнсел кеше
 
 
<center><big>Тарих</big></center>