Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Төрлө: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
* Күплек-берлек. Урыҫ телендә ҡайһы бер һүҙҙәр тик күплектә тора, ләкин башҡорт теленә берлектә тәржемәләнә. Миҫалдар: Ворота — ҡапҡалар түгел, ҡапҡа. Сапоги — итектәр түгел, итек (күн итек кейгән). Ножницы — ҡайсы. Очки — күҙлек. Брюки — салбар һ.б.
* Рәсәй Федерацияһының федераль дәүләт власы органдары һәм Рәсәй Федерацияһы составындағы суверенлы республикалар власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһында федератив договор, Ҡабул ителгән: 31.03.1992.
** Договор о разграничении предметов ведения и взаимном делегировании полномочий между органами государственной власти Российской Федерации и органами государственной власти Республики Башкортостан  — Рәсәй Федерацияһының дәүләт власы органдары һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары араһына хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһында договор (3.08.1994).
* Рим цифрҙарына ялғау ҡушыу тураһында. Рим цифрҙарына ялғау ҡушылмай тигән ҡағиҙә -сы, -се ялғауын күҙҙә тота. Мәҫәлән, XXI бүлек, VI класс, Генрих V, Петр I. Был һандар төп килештә берлектә торһа, эйе, шул көйө генә тора. Әммә уға тағы ла ялғауҙар өҫтәлһә, улары яҙыла: XXI-лә (йәғни XXI бүлектә), VI-ға (VI класҡа), Генрих V-нең, Петр I-нән һ.б.