Бородино яланы күңелдәрҙе яуланы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
31 юл:
Күк йөҙө шундай аяҙ, ай ҙа йөҙөн тулыландырып баҙыҡ нурҙарын төнгө ялан өҫтөнә төшкән ысыҡ тамсыларында балҡыта. Шундай илаһи бер серле тыныслығы менән ҡаршыланы беҙҙе Бородино яланының тәүге төнө. Көнөбөҙ ҙә бушҡа үтмәне, яҡшы кәйеф менән Мәжит Ибраһимов һәм водительдәр үҙҙәре алып килгән палаткаларҙа ял итһә, Ғиндулла Ширияздан улы менән мин булғанына шөкөр ҡылып, ҡәнәғәт булып, автобус салонындағы урындыҡтарға ятып серем итеүҙе хуп күрҙек. Ни тиһәң дә беҙ курортта түгел, ә яуға килгән, күпте күреп, күпте кисергән поход яугирҙары!
 
=== Дуҫтарыбыҙға – лайыҡлы бүләктәр ==
4 сентябрь. Иртән иртүк йыуынып, сәй ҡайнатып, яңы көндө ҡаршылау менән Мәжит менән икәүләп ғәҙәттәге үҙебеҙҙең йола буйынса Колочь йылғаһына барып һыу ҡойоноп ҡайтыу сәләмәт тәнебеҙгә рух ныҡлығын өҫтәне. Быйылғы ямғырлы йәй йылы йылға-күлдәребеҙҙә иркенләп һыу инергә форсат бирмәгәс, хәҙер инде һыуынған урман йылғаһында ҡойоноуы уҙенә күрә бер күңел йыуанысы, танһыҡ булып тойолдо.