Бородино яланы күңелдәрҙе яуланы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
5 юл:
3-7 сентябрҙә Мәскәү өлкәһенең Можайск райондағы «Бородино яланы» дәуләт музей-ҡурсаулығы биләмәһендә «Бородино көнө-2014» халыҡ-ара хәрби-тарихи реконструкция фестивале утте.
Бында, дөйөм майҙаны 11 мең га ер биләмәләрендәбиләмәһенең һәр ҡарыш ерере хәтер һаҡлай. Һауаһы илаһи ҡөҙрәт менән тулышҡан музей-ҡурсаулыҡ тупрағы 1812 йылда булғанйылдағы тарихи Бородино һуғышында һәләк булған яугирҙарҙың ҡаны менән һуғарылған. Был ерҙәрҙә бынан 202 йыл элек беҙҙең ата-бабалалыбыҙыңбабаларыбыҙың да ҡан-тирҙәре аҙ таммаған. 1812 йылдың 26 авгусында (7 сетябрендә) булған Бородино һуғышында 1-се башҡорт атлы полкы ла ҡатнаша. Француздарҙың ҡыҫымы аҫтында Мәскәүгәсә сигенеп килгән Рус армияһының арьергардында был полк атаман М.И. Платов етәкселегендәге Дон казактары корпусында ҡыйыу хәрәкәт итә. Бородино һуғышы барған көндө тарихи һуғыштың уртаһында ҡайнашмаһа ла, Рус Армияһының уң флангыһындағы Маслов нығытмаларында үҙ позицияһын уяу һаҡлай, дошманды тылға үткәрмәү өсөн дозорҙа тора, рейдтарҙа ҡатнаша. Бородино һуғышының иртәгәһе көнөндә позицияларын ҡалдырып, маневр яһаусы Рус Армияһының тылдарында француздар менән бәрелештәргә кереп, уның ихтибарын төп көстәрҙән ситләтә.
 
Башҡорт яугирҙарының үҙҙәренә ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәүҙәрендә тарихсыларҙың да, мемуаристарҙың да һис шиге юҡ. Юҡҡамы ни, башкомандующий фельдмаршал М.И. Кутузовтың нәҡ Мәскәү янындағы һуғыштар өсөн башҡорттарға: “Минең һөйкөмлө башҡорттарым, бик яҡшы һуғышаһығыҙ, маладис!”, тип маҡтап өндәшкән һүҙҙәрен халҡыбыҙ ике тиҫтәнән ашыу йылдар үтһә лә күңеле түрендә ҙур баһа итеп һаҡлай, йырға һалып йырлап йәшәй бит.
Быйылғы фестивалгә әҙерлек клубыклуб ағзалары тарафынан йыл һуҙымындадауамында барҙы, ҡатнашыу өсөн саҡырыу ҙа ваҡытында килде. Тик финанс ҡытлығын кисереү, ярҙам өмөт иткән бағымсыларыбыҙҙың беҙҙән бөтөнләй ситләшеүе хәлде бер аҙ ауырлаштырһа ла, беҙ «1-се Башҡорт атлы полкы – “Любизар” хәрби-тарихи клубы ағзалары, был сарала мотлаҡ ҡатнашырға тейешлегебеҙҙе аңлап, маҡсатыбыҙҙан тайпылманыҡ. Ата-бабаларыбыҙ 202 йыл элек нәҡ ошо урындарҙа үҙ эҙҙәрен ҡалдырған, ғәзиз ҡандарын, хәләл тирҙәрен түккән, Ватанды һаҡлар өсөн йәндәрен аямай яуҙарҙа айҡашҡан. Беҙ ҙә үҙебеҙҙе тиңдәр араһында тиң тойоп, мотлаҡ ҡатнашырға, рус ғәскәрҙәре сафтарындасафында үҙ урыныбыҙҙы алырға, ятып ҡалғансы - атып ҡалырға тейешбеҙ, тип маҡсатыбыҙға ынтылдыҡ.
Быйылғы йылдың Рәсәйҙә лә, республикабыҙҙа ла “Мәҙәниәт йылы” девизы аҫтында үтеүе беҙгә ҡулыбыҙҙан, көсөбөҙҙән килгәнсә халҡыбыҙҙың милли мәҙәни үҫешенә үҙ өлөшөбөҙҙө өҫтәргә ҡанатландырҙы. Бородино хәрби-тарихи фестиваленә тиклем дә беҙҙең клуб ағзалары ситтән ярҙам алмайынса, май-июнь айҙарында ике тапҡыр Францияға барып, 1814 йылғы Европаны азат итеүгә 200 йыл тулыуға бағышланған халыҡ-ара фестивалдәрҙә уңышлы ҡатнашты.
Август айында Венгрияның Будапешт һәм Бугац ҡалаларында үткән БөтөндоньяБөтөн донья төрки һәм һун халыҡтарының Бишенсе Ҡоролтайында халҡыбыҙҙы лайыҡлы күрһәттек. Был ҙур сәфәрҙәргәсәфәргә барыу өсөн беҙгә хөкүмәт йәки айырым бағымсыларҙың ярҙамы теймәһә лә, беҙ ысынлап та тарихи сығанаҡтарға таянып, үҙ ҡулдарыбыҙ менән теккән милли костюмдарыбыҙҙы, ҡурайыбыҙҙы, ҡубыҙыбыҙҙыҡумыҙыбыҙҙы ғына күрһәтеп тамаша ҡылып йөрөмәйбеҙ, ә халыҡтың бар булмышын, үҙебеҙҙең милли йөҙҙәребеҙ, аш-һыуҙарыбыҙ, аралашыу ҡеүәһе менән дә тиңдәр араһында тиң булып, халыҡ дипломатияһы кимәлендә танытабыҙ.
Әлеге юлға сығыр ваҡыт еткәс, төрлө сәбәптәр менән, барырға теләк белдереүселәр һаны ла кәмей төштө, ләкин сафтарыбыҙ бушап ҡалманы, өс башҡорт яугиры сифатында тупландыҡ. Учалы ҡалаһынан килгән Мәжит Ибраһимов, Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов, һәм ошо юлдарҙың авторы, Илдар Шәйәхмәтов ваҡытлыса юл-поход ҡыйынлыҡтарын кисерергә әҙер инек.