Бородино яланы күңелдәрҙе яуланы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
14 юл:
Әлеге юлға сығыр ваҡыт еткәс, төрлө сәбәптәр менән, барырға теләк белдереүселәр һаны ла кәмей төштө, ләкин сафтарыбыҙ бушап ҡалманы, өс башҡорт яугиры сифатында тупландыҡ. Учалы ҡалаһынан килгән Мәжит Ибраһимов, Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов, һәм ошо юлдарҙың авторы, Илдар Шәйәхмәтов ваҡытлыса юл-поход ҡыйынлыҡтарын кисерергә әҙер инек.
Беҙҙең клуб менән бергә шул уҡ фестивалгә тарихсы Рәмил Рәхимов етәкләгән «Өфө пехота полкы» хәрби-тарихи клубынан 8 кеше бара. Әҙерлек сараларының иң мөһиме ике клубты ла бер үк ваҡытҡа автотранспорт менән тъәмин итеү. Был бик сетерекле мәсъәләне хәл итеүҙе Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм туризм министрлығының Патриотик тәрбиә биреү үҙәге үҙ өҫтөнә алды. Ҙур булмаһа ла 19 урынлыҡ автобус бирелеүе, һыбайлы башҡорттарҙы кәүҙәләндереү өсөн ике ат алырлыҡ аҡса бүленеүе буласаҡ походтың уңышлы башланыуына өмөт бирҙе. Әлбиттә, пехота полкы егеттәренең поход йыһаздары, әйберҙәре менән бәләкәй автобус салонын тултырып тейәүен кургәс, беҙ һалырға урын булмау сәбәпле, поход тирмәбеҙҙе ҡалдырып китергә ҡарар иттек. Төркөмөбөҙ ҙур булмағас, ҡаҙан, усаҡ яғыу ҡорамалдарын да алып торманыҡ, уларҙы беҙҙең водителдәребеҙ хәстәрләгән. 2 сентябрь көндө иң кәрәкле үҙ кейем ҡоралдарыбыҙҙы һәм бер бәләкәй палатка алып юлға ҡуҙғалдыҡ. Беҙҙең өсөн хәҙер бер теләк, иң мөһиме һауа торошо тотороҡло булһын да, атакаларға йөрөргә ике атыбыҙ булһын, ә ҡалған ваҡ-төйәк ҡыйынлыҡтарға беҙ түҙеп тә, уларҙы еңеп тә өйрәнгәнбеҙ. «Сталкер» ЯСЙ-нең водительдәре Олег һәм Илдар бер-береһен алыштырып, юлда һис бер арыу-талыуһыҙ йөрөткән автобусыбыҙ Өфө-Ҡазан-Түбәнге Новгород-Владимир юлынан Мәскәүгә ҡарай елдерҙе.
3 сентябрь. Бер тәүлек үтеүгә беҙ Мәскәү өлкәһенең Можайск ҡалаһын үтеп Бородино ауылы янына килеп тә еттек. Асыҡ яланда пехота клубын үҙе теләгән урында ҡалдырып, тәүҙә үҙебеҙҙең килеп етеүебеҙ хаҡында белдереү ниәте менән Бородино музейы алдында туҡталдыҡ. Беҙҙе музей етәкселеге исеменән өлкән ғилми хеҙмәткәр Лариса Березовая бик йылы ҡаршыланы. Музейға буш ҡул менән килмәгәнбеҙ, үҙебеҙ менән алып килгән «Ватандаш», «Башҡортостан панорамаһы” журналдарын, Республика Хәрби Дан музейы тарафынан ебәрелгән хатты тапшырҙыҡ.