Бородино яланы күңелдәрҙе яуланы — версиялар араһындағы айырма

Нет описания правки
=== Башҡорттар шәхси конвой яугирҙары ===
Александр Иванович менән тәғәйенләнгән ваҡытҡа офицерҙар, командирҙар йыйылышында ҡатнаштыҡ. Бындай йыйылыш реконструкция яланында ойошторола. Төрлө ғәскәрҙәрҙең хәрәкәттәре, бурыстары асыҡлана. Дөйөм маневрҙар, уйын барышының планы раҫлана. Беҙгә - — ике башҡорт һыбайлыһына ла айырым бурыс тәғәйенләнде. Мәжит менән икебеҙ Рус Амияһының башкомандующие янында шәхси атлы һаҡсылар төркөмөндә хәрәкәт итәсәкбеҙ.
Төштән һуң башланып киткән репетиция маневрҙарында иртәгәһе буласаҡ төп сара — 1812 йылғы тарихи Бородино һуғышының кәүҙәләнеше тоҫмалланды. Репетиция ғына булһа ла, был сараны бик күп халыҡ килеп ҡарай. Ялан буйлап ғәскәрҙәр әле тегеләй, әле былай хәркәт итә. Кирасирҙар, гусарҙар, уландар, казактарҙың атлы сафтары елдереп уҙғанда ер һелкенеп торғандай. Аттар ҙа әсе итеп кешнәп ҡуя, атлылар бәрелешкән урындарҙа ҡылыстар сыңлай. Бер нисә тапҡыр ике яҡтан да туптар телгә килеп дөрһөлдәне. Бар ялан буйлап шомло һуғыш еле иҫеп үтте. Был саҡта аттарыбыҙ ҙа кешнәшеп, ҡолаҡтарын ҡайсылап, тояҡтары менән ер сапсырға кереште. Барабан тауышы аҫтында ҡаты баҫып, ҡаршы яҡтан француз пехотаһы күренде. Рустар яғынан, быны ғына көткәндәй, һалдаттар мылтыҡтарын тоҫҡап уларға ҡаршы дәррәү ут аса башланы. Ҡыҫҡаһы, бар ялан хәрәкәткә килде, көтөп алған мәлебеҙ килеп етте.
Бер-нисә көн алдан килеп, сыбар мундирҙарға төрөнөп, тик шул мәлдәрҙе күреү генә түгел, шул хәрәкәттәрҙең араһында ҡайнау теләге барлыҡ хәрби-тарихи төркөмдәр өсөн дә тормошҡа ашты. Барыһына ла, кешеләргә лә, аттарға ла яңынан-яңы һынауҙар башланды… Меңәрләгән кешенең ғүмерен ҡыйған ғәрәсәтле тарихи һуғыштың бәләкәй генә спектакле бөгөн Колочь йылғаһы айырып ятҡан 50 000 кв. метр майҙанды биләгән ике аҡланда тергеҙелде. Бынан 202 йыл элек булған тарихи Бородино һуғышы ысынында иһә, фронт һәм тыл оҙонлоҡтары 8 км һуҙымындағы асыҡ яландарҙа барған.
 
Бына 1812 йылдағы Рус Армияһының Башкомандующиен кәүҙәләндереп кейенгән генерал Александр Иванович Валькович ат өҫтөндә ултырған килеш ҡалҡыуыраҡ урында тороп, ихтибар менән яланды байҡай. Бер йомошон адъютантына ҡушһа, уйын ҡыҙған бер мәлдә бер-нисә йомошо минең дә өлөшөмә төштө. Шәхси конвойҙа булыу, командующий артынан тағылып йөрөүҙе генә аңлатмай шул, узең дә уяу, атың да етеҙ, ҡыйыу булыуы шарт бында. Туптар гөрһөлдәп торған ялан буйлап атты алға ҡыуыуы ай-һай, анһат түгел икән. Хәҙер инде дүртенсе йыл рәттән минең менән ошо яланда ҡайнашһа ла, атым «Мерлин» һуғыштың уйын ғынаһы ла ҡурҡыныс икәнен туптар гөрһөлдәүенән йөрәге һурылып һиҙә буғай. Алға барыу өсөн, ирекһеҙҙән ҡамсылап, ҡайыҙлап та алырға туры килә малҡайҙы. Миңә донесениены тәғәйенләнгән гәскәр командирына тапшырып кире әйләнеп ҡайтырға кәрәклеген ат башы ҡайҙан ғына аңлап-белеп бөтөрһөн инде…
 
Тирә яҡта ҡысҡырыш, атыш, пушкалар гөрһөлдәй, төтөн һәм әленән-әле ер һелкенегә атҡа аяҡ баҫырлыҡ түгел, ул үрәпсей. Бындай мәшхәрҙән мал да үҙенсә ҡотолорға тырыша. Күп уйлап торманым, бер аҙ таныш аттар янында тын алып тынысланһын тип, атымды яҡындағы Ахтыр гусарҙарының сафтары артына баҫтырҙым.
 
Шул мәлдә Ахтырҙар командиры Андрей Дементьев: - Маневр яһаусы француз гусарҙарына ҡаршы атакаға әҙерләнергә, ҡылыстарҙы ҡындан һурырға! Марш! Марш! – тип, команда бирҙе. Аттарыбыҙ керештән ысҡынған уҡ кеүек алға ынтылды һәм француз гусарҙары араһына улар көтмәгән мәлдә бәреп кереп, ҡылыстар сыңлатып, айҡашып бик яҡшы атака яһаныҡ. Бына шулай итеп, «Мерлин» менән алғы һыҙыҡҡа донесение илткән арала, дошман менән йөҙгә-йөҙ ҡарашып, яуҙа ла булып өлгөрҙөм.
Тирә яҡта ҡысҡырыш, атыш, пушкалар гөрһөлдәй, төтөн һәм әленән-әле ер һелкенегә атҡа аяҡ баҫырлыҡ түгел, ул үрәпсей. Бындай мәшхәрҙән мал да үҙенсә ҡотолорға тырыша. Күп уйлап торманым, бер аҙ таныш аттар янында тын алып тынысланһын тип, атымды яҡындағы Ахтыр гусарҙарының сафтары артына баҫтырҙым.
Үҙ урыныма ҡайтып, бар яланды, уйын барышын оҫта режиссер кеүек күҙәткән Башкомандующийға донесениены үтәүемде белдерҙем, һәм үҙен бик яҡшы күрһәткән ҡыйыу атымды ла муйынынан иркәләп, хуплап алырға онотманым. Бына бер мәлде француздарҙың кавалерияһы беҙҙең яныбыҙға яҡын уҡ килеп етте, ә беҙҙең генералыбыҙ резервта торған уландар төркөмөн уларға ҡаршы атакаға ебәрҙе. Алыш ҡыҙған бер мәлдә француз атлыларының бер нисәүһе бөтөнләй беҙҙең янда урала башлаған ине, Мәжит тә ҡылысын сығарып генералыбыҙҙың алдына уҡ атылып сығып, уны үҙ аты-кәүҙәһе менән ышыҡлап ҡуйҙы. Әлбиттә, тамаша ҡылып ҡарап торған халыҡ өсөн был сыуалыш ысын һуғышта булған хәл кеүек тойолғандыр.
Шул мәлдә Ахтырҙар командиры Андрей Дементьев: - — Маневр яһаусы француз гусарҙарына ҡаршы атакаға әҙерләнергә, ҡылыстарҙы ҡындан һурырға! Марш! Марш! — тип, команда бирҙе. Аттарыбыҙ керештән ысҡынған уҡ кеүек алға ынтылды һәм француз гусарҙары араһына улар көтмәгән мәлдә бәреп кереп, ҡылыстар сыңлатып, айҡашып бик яҡшы атака яһаныҡ. Бына шулай итеп, «Мерлин» менән алғы һыҙыҡҡа донесение илткән арала, дошман менән йөҙгә-йөҙ ҡарашып, яуҙа ла булып өлгөрҙөм.
Үҙ урыныма ҡайтып, бар яланды, уйын барышын оҫта режиссер кеүек күҙәткән Башкомандующийға донесениены үтәүемде белдерҙем, һәм үҙен бик яҡшы күрһәткән ҡыйыу атымды ла муйынынан иркәләп, хуплап алырға онотманым. Бына бер мәлде француздарҙың кавалерияһы беҙҙең яныбыҙға яҡын уҡ килеп етте, ә беҙҙең генералыбыҙ резервта торған уландар төркөмөн уларға ҡаршы атакаға ебәрҙе. Алыш ҡыҙған бер мәлдә француз атлыларының бер нисәүһе бөтөнләй беҙҙең янда урала башлаған ине, Мәжит тә ҡылысын сығарып генералыбыҙҙың алдына уҡ атылып сығып, уны үҙ аты-кәүҙәһе менән ышыҡлап ҡуйҙы. Әлбиттә, тамаша ҡылып ҡарап торған халыҡ өсөн был сыуалыш ысын һуғышта булған хәл кеүек тойолғандыр.
Репетицияларҙан һуң беҙгә тағы ла аттарыбыҙҙы үҙ урындарына алып барып ҡуйыу шартын үтәп, хәтһеҙ генә арып шаңҡыған аттарҙы эңер төшөүгә урындарына ҡайтарып килдек. Тәүге һынауҙы яҡшы үттек, аттарыбыҙ за һынатманы.
 
Киске лагерь үҙенә генә хас бер илаһи тормош менән тын ала, йәшәй. Һәр ҡайҙа ла усаҡтар осҡон үрләтеп, сатырҙап яна. Киске һалҡынса ел таратҡан ҡурылған ит еҫтәре, төрлө тауыштар менән бер-береһен алыштырып яңғыраған һалдат йырҙары, гармун, гитара моңдары… Барыһы ла бында бер бөтөн, ихлас, тәбиғи күренә. Бындағы һиллекте тик күк йөҙөндәге түп-түңәрәк булып тулышҡан Бородино айы ғына көнләшеп тә, һоҡланып та сабыр ғына күҙәтә төҫлө. Шул ай яҡтыһында лагерҙа үҙешмәкәр һәләттәрҙән тупланған бик ҡыҙыҡлы концерт ойошторолдо. Бында минең ҡурай уйнауымды яҡшы беләләр, һәм концерт башланыу менән сығып ҡурай уйнауымды һоранылар. Беҙҙеңсә лә булһын әле, тип “Любизар”«Любизар» көйөн унап ишеттергәс, шатланышып алҡыштар менән оҙаттылар.
Бородино яланы шанлы тарих һөйләне
 
7 сентябрь. Томанлы иртәлә тағы ла аттарыбыҙҙы юрттырып алып килеү менән, буласаҡ реконструкцияға ныҡлап әҙерләнеп, йыуынып, ҡорал-кейемдәребеҙҙе лә барлап ҡуйҙыҡ. Бөгөн барса халыҡ көтөп алған хәрби реконструкция көнө. Төп сара — тарихи реконструкция башланғансы француз һалдаттары булып кейенеп килгән ғәскәрҙәр төркөмө Шевардино ауылы янындағы Бөйөк үле армия иҫтәлегенә ҡуйылған ҙур монумент янына тупланып, ҡорбандар хөрмәтенә баштарын эйә. Рус Армияһын кәүҙәләндереүсе хәрби-тарихи клубтар ҙа генерал Багратиондың ҡәбере янында ҡуйылған Оло Монументҡа килеп тантаналы сарала ҡатнаша. Был саралар тамланып, ҡатнашыусылар үҙ лагерҙарында төшкө ашты ашап бөтөү менән, барыһын да яланға саҡырып борғо тауышы яңғыраны. Был күптән көтөлгән тарихи реконструкцияны башлау билдәһе. Барыбыҙ ҙа, атлылар ҙа, йәйәүле ғәскәрҙәр ҙә саф-саф булып теҙелешеп буласаҡ яу яланы-плацҡа килеп, билдәле урындарыбыҙға тупландыҡ.
Кисәге репетициялар тағы ла ижади байытылып, артиллерия гөрһөлдәүе аҫтында 1812 йылдың иң ҙур ҡанлы бәрелешен хәтерләтеп, Һуғыш спектакле башланып китте. Бар ялан дары төтөнө менән тулды. Меңәрләгән тамашасылар ҙа һиҫкәнешеп, ҡараштары менән бар яланды иңләп, шымып ҡалды. Бөгөнгө сарала яҡтан да ҡорос штыктарын ялтыратып 1500 кешелек пехота сафтары, 20 нән ашыу пушка, йөҙҙән ашыу кавалерия яугирҙары –тарихи-тарихи бәрелеш спектакленең төп уйынсылары.
Беҙҙең урыныбыҙ Башкомандующий янында. Ул ҡайҙа хәрәкәт итә, беҙ ҙә тирә-яғынан ҡурсалап ҡарап барабыҙ. Ике генә башҡорт яугиры булып атта ултырһаҡ та беҙҙең кейемдәр, башҡа һаҡсыларҙан айырылып, бик йыраҡтан күренеп тора. Мәжиттең аҡ буҫтауҙан үҙе тегеп кейгән сәкмәне бигерәк тә ыҫпай күренә. Арыраҡ, Мәскәү һәм Казан ополчениеһы сафында беҙҙең аҡһаҡалыбыҙ, Ғиндулла Шәйәхмәтов та үҙ урынын тапҡан. Ялан уртаһында бергә тупланған рус пехотаһының бер батальоны составында беҙҙең яҡташтарыбыҙ “Өфө"Өфө пехота полкы " хәрби тарихи клубы обер-офицер фмундирын кейгән Рәмил Рәхимов етәкселегендә француздарға ҡаршы хәрәкәт итә.
Бөгөнгө тарихи реконструкцияла ҡатнашыу теләге менән Польшанан, Франциянан, Беларусиянан, Рәсәйҙең бик күп ҡалаларынан хәрби-тарихи клубтар килгән. Уларҙың көсө менән француз ғәскәрҙәре, рус армияһы, артиллерия, ауыр һәм еңел кавалерия төрҙәре тупланған. Быйыл хатта, кавалерия төркөмдәре күберәк килгәндәй тойолдо.
Һуғыш спектакленең башланып ҡына торған бер мәлендә беҙҙең Башкомандующийыбыҙ беҙгә айырым задание биреп ҡуйҙы.
–Башҡорттар-Башҡорттар! Ана, йылға аша һалынған куперҙең янына барып тирә-яғын күҙәтеү аҫтына алығыҙ. Дошман килә-етә ҡалһа тиҙүк килеп әйтерһегеҙ! Был приказды ишеткәс тә, Мәжит менән икәүләп Рус Армияһының тылында ҡалған, һаҡһыҙ ятҡан күперҙе күҙәтеү өсөн аттарыбыҙҙа елдерҙек.
 
Генералыбыҙҙың һиҙемләүе дөрөҫ булған, сама менән 20-30 минут үтеүгә француз кирасирҙары йылға аша сырырға ниәтләп, тап беҙ күҙәткән күпер тәңгәленә туплана башланы. Был турала әлбиттә килә һалып генералға доклад бирҙек. Был тарихи дөрөҫлөккә тап килгән эпизодта башҡорттарҙың дозор хеҙмәтендә лә файҙаланыуына ишара бар ине. Беҙҙең әүҙем хәрәкәттәр үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Француз кирасирҙарын йылға аша сығармаҫ өсөн айырым пехота батальоны күперҙе ныҡлы һаҡ аҫтына алып, рустарҙың тылын нығытып ҡуйҙы.
 
Шул мәлде Семеновское ауылының дошман уты аҫтында янып бөтөүенә ишаралап, макет өйҙәр гөлтләп тоҡанды, ялҡын, ҡара төтөн ҡаралтылар өҫтөндә уйнаны. Ошоно ғына көтөп төрғандай, Рус Армияһы дөйөм атакаға күсте. Был тарихи бородино һуғышы спектакленең кульминацияһы булып күренде. Казактар, уландар бергәләшеп, тупланып француздар сыға алмаған шул уҡ Колочь йылғаһын сығып, Наполеон армияһының тылына уҡ үтеп керҙе. Атыша-атыша сигенеп барған француздарҙың бер өлөшө, айырыуса кавалерия төркөмдәре, ҡамауҙа ҡалды. Ҙур ғәскәр төркөмдәренең маневрҙарына ҡоролған алыштар, әленән-әле шартлап торған пиротехника бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Бөгөнгө Бородино яланында барған был саралар «Бородино яланы”яланы» дәүләт музей-ҡурсаулығының ойошторолоуына 175 йыл тулыуға бағышланды һәм күңелдәрҙә ғәйәт ҙур тойғолар ҡалдырып уңышлы тамамланды. 1812 йылғы Ватанды һаҡлаусыларҙың һүнмәҫ данын мәңгеләштереү иҫтәлеге булып тарихҡа яҙылды, юйылмаҫ хәтирәләр булып хәтеребеҙгә уйылды.
Уйын күп булмай, тиҙәр бит. Тамаша тамамланыу менән, тәү сиратта беҙ аттарыбыҙҙы хужаһына тапшырып ҡайттыҡ. Лагерҙы йыйыштырып, күршеләр-дуҫтар менән ихлас хушлашып, пехота дуҫтарыбыҙ менән автобусыбыҙға тейәлеп, кисләтеп кенә ҡайтыр юлыбыҙға ҡуҙғалдыҡ. Бер тәүлек үтеүгә Өфөгә яҡынлашҡан төнгө юлыбыҙҙы яҡтыртыусы юлдаш булып, Бородино төндәренең тоғро һаҡсыһы — тулған ай ғына, иҫән-һау ҡайтып етеүебеҙгә шатланғандай, беҙҙең менән хәтирәләр һүтеп, көйләп килгәндәй тойолдо.
 
Ел тарата юрғаларҙың тарап үргән ялдарын.
178

үҙгәртеү