Борщ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Created page with "'''Борщ''' ({{lang-uk|борщ}}) — урыҫ һәм украин халыҡтарының милли ашамлығы, сөгөлдөр нигеҙендә бешерел..."
 
43 юл:
=== Әҙерләү ===
 
Борщты әҙерләү үҙенсәлеге булып йәшелсәләрҙе эшкәртеү тора, һәм был тәү сиратта сөгөлдөргә ҡарай. Борщҡа ҡушыр алдынан сөгөлдөрҙө бер нисә ысул менән әҙерләргә мөмкин: ваҡлап быҡтырыу, тышын әрсемәгән килеш, мейестә йә һыуҙа бешереү. Ҡағиҙә булараҡ, сөгөлдөрҙө бешергәндә, төҫөн һаҡлау маҡсатында, унда ниндәй булһа ла кислота-әселек (ашхана уксусы, лимон һуты) ҡушыр кәрәк. Ҡайсаҡ, борщтағы картуф ҡыҙармаһын тип, сөгөлдөрҙө 30-40 минут дауамында бешерәләр йәиһә махсус борщ бурягы (винегреттыҡы кеүек ҡыҙыл түгел, ә буйлыһын, йәки шәкәр бурягын) файҙаланалар. Сөгөлдөр һәр саҡ[12] башҡа йәшелсәләрҙән айырым бешерелә. Шулай уҡ, ҡағиҙә булараҡ, һуған, кишер, петрушка ла, һәр береһе айырым, бер аҙҙан шуға помидор йә томат пастаһы өҫтәп, һүлпән генә утта май ҡушылып, бер аҙ он ҡушһаң да ярай, ҡурыла (пасировать ителә).
Ҡағиҙә булараҡ, борщ итле, һөйәкле бульонда йәиһә ҡош ите бульонында әҙерләнә. Бульон тигәндән, үҙ сиратында, бик шәп борщтар һыуҙа түгел, махсус кеүәҫ-сировецта әҙерләнә. Борщ — ҡуйы аш, һәм бер порциялағы бульон стакан ярымдан да артыҡ булмаҫҡа тейеш.
Бешереп бөткәндән һуң, борщ бер-ике сәғәт ултырып торорға тейеш.
Боронғо литва борщы технологик яҡтан украин борщынан әллә ни айырылмай, әммә унда айырым бешерелгән аҡ бәшмәк һәм аҡ әнис (тмин) тәмләткесе, шулай уҡ алма, шалҡан, шалҡан кәбеҫтә (кольраби) файҙаланыла. Бынан тыш литва борщына колдунай — ит-ҡамырҙан, эслегенә сусҡа майына ит йәиһә бәшмәк ҡушылып, билмәнгә оҡшаған эшләнмә өҫтәйҙәр.
Ҡаймаҡлы борщ, вегетариан борщы, украин борщы, космонавттар борщы.
 
Сөгөлдөр (Beta vulgaris) — борщтың иң төп компоненттарының береһе.
 
Категория:Урыҫ аш-һыуы
«https://ba.wikibooks.org/wiki/Борщ» битенән алынған