Бәлеш ҡамыры: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Created page with "'''Бәлеш ҡамыры''' Был ҡамырҙы бер ҡабартып алып, аҙна буйы һыуытҡыста тоторға һәм аҙ-аҙлап ҡына а..."
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
Был ҡамырҙы бер ҡабартып алып, аҙна буйы һыуытҡыста тоторға һәм аҙ-аҙлап ҡына алып төрлө эслектәр менән бешерергә мөмкин. Көнө буйы эштә булған, ләкин яҡындарын тәмле итеп һыйларға яратҡан замана хужабикәләренә бик ҡулай.
 
== Ингредиенттары ==
 
* 1 балғалаҡ ҡоро әсетке
* 3 йомортҡа
* 1 ҡап аҡ май йәки маргарин
* 2 балғалаҡ шәкәр ҡомо
* стакан ярым һөт
* 1 семтем тоҙ
 
== Әҙерләү ==
 
Ҡоро әсеткене аҙ ғына йылы һыуға һалып, ҡаймаҡ ҡуйылығына еткәнсе он ҡушып, туҡырға һәм ҡабарып сыҡҡансы ултыртып торорға.
 
Аҙаҡ йомортҡаны, тоҙ ҡушып, туҡырға. Йомшаҡ маргарин, шәкәр, йылы һөт ҡойорға һәм ҡабарып сыҡҡан әсеткене һалып, ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫырға.
 
Йылы урынға ултыртып торорға ла, ҡабарғас, эслек һалып, бешерергә.