Ирәүәндән (ревень) ҡайнатма: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[File:02-cleaned rhubarb stalks.jpg|thumb]]
[[File:Rhubarb (8385581140).jpg|thumb]]
Ирәүәндән бик тәмле һәм хуш еҫле ҡайнатма йәки джем әҙерләргә була. Ҡасан емеш-еләк өлгөргәнсе бик ярап ҡала, яңылай ғына ҡайнатылған был шифалы тәмлекәс сәй табынын да йәмләй.
 
Ирәүән аппетитты аса, йөрәк ауырыуҙарына ҡаршы сара булып тора, иммунитетты күтәрә.
7 юл:
Ҡайнатманы ирәүәндең үҙенән генә лә эшләргә була, был осраҡта файҙалы үҫемлектең тәбиғи тәме һәм еҫе һаҡлана.
 
Ә ҡайнатманы ҡышҡылыҡҡа һаҡлайым тиһәң инде төрлө емеш-еләк ҡушып ебәрергә мөмкин. Ирәүән ҡайнатмаһына алма, апельсин, төрлө еләк, ваниль, корица, имбирь ҡушһаң да була.
 
Беҙ лимон ҡушып әҙерләнгән ҡайнатма әҙерләйек.
'''Беҙгә кәрәк буласаҡ:'''
 
* 1-1,5  кг ирәүәндең итләс һабаҡтары
* 1  кг шәкәр ҡомо
* 1 дана уртаса ҙурлыҡтағы лимон
 
'''Әҙерләү:'''
 
Ирәүән һабаҡтарын йыуырға, тышҡы ҡабығын әрсергә, 0,5  см оҙонлоғонда шаҡмаҡлап турарға.
Ҡайнатма әҙерләй торған кәстрүлгә һалып, өҫтөнә шәкәр һибеп, ирәүәндең һуты сыҡҡансы 6-8 сәғәткә ултыртып торорға. Ҡайнатманы быяла, эмаль (металл булмаған) һауыттарҙа әҙерләргә кәңәш ителә.
 
Билдәләнгән ваҡыт үткәс кәстрүлде утҡа ҡуйырға, ҡайнап сыҡҡас 5 минут тоторға ла, утты һүндерергә. Ул һауытында ултырып һыуынһын.
Һыуынған ҡайнатманы тағы бер тапҡыр ҡайнатып сығарып, 5 минуттан һуң утты һүндереп, һыуытырға ҡуйырға.