Йомортҡа (йомаҡтар): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
[[File:Egg and maxi egg 2.jpg|thumb|]]
[[File:Egg with two yellows.jpg|thumb|]]
# Шаҡ-шаҡ, шаҡ-шаҡан,
Шаҡ эсендә аҡ шалҡан,
Шалҡан эсендә һары бал,
Ҡулыңдан килһә, һалып ал.
# Тышы тамаҡҡа ултыра,
Эсе йөрәккә ята.
# Бәләкәй генә аҡ келәт,
Эсе тулы һары май.
# Таш келәт,
Аҡ келәт,
Аҡ келәт эсендә һары алтын.
# Өй артында ҡойом бар,
Ике төрлө һыуым бар.
# Бауға бәйләнмәй,
Сөйгә эленмәй.
# Аҡ тирмәнең эсендә
Һары сәсле ҡыҙ йоҡлай.
# Аҡ тирмәнең ишеге лә, тишеге лә юҡ.
# Бәләкәй генә аҡ таш пулат,
Ишеге лә юҡ, тишеге лә юҡ.
# Таш пулат,Көмөш пулат,
Эсендә һары балауыҙ.
# Бәләкәй генә аҡ һандыҡ,
Асҡыс-биге юҡ һандыҡ.
# Туҫтаҡ өҫтөндә туҫтаҡ.
# Йомро ғына аҡ һарай,
Эсе тулы бал да май.
(Эсе тулы һары май.)
# Аласыҡта аҡ алма —
Ике төрлө һыуы бар.
# Аҡ көмбәҙле бер таш мәсет,
Инергә ишеге юҡ.
# Аҡ тәпән, Аҡ тәпән эсендә һары май.
# Аҡ күл,Аҡ күл эсендә һары күл.
# Аҡ тунымдың еге юҡ.
# Аҡ мискәнең йөйө юҡ,
Ҡоршауы юҡ, сөйө юҡ,
Эсендә шыйыҡ балы бар,
Һарыһы бар, ағы бар.
# Аласыҡта бер ил,
Уртаһында һары тал.
# Аҡ һарайым эсендә һары тауығым ултыра.
# Йәнленән йәнһеҙ тыуа,
Йәнһеҙҙән йәнле тыуа.
# Йәнһеҙҙән йәнле тыуыр,
Ул ни булыр? Шуны бел!
# Эсе һары,
Тышы аҡ,
Ул ни булыр?
Әйтеп баҡ!
# Аҡ май  — ағы.
Һары май  — һағы.
Бөгөн үле,
Иртән тере.
# Боҙон ватһаң, көмөш сығыр,
Көмөшөн ватһаң, алтын сығыр.
# Бер мискәнең эсендә ике төрлө аш.
# Бер сүлмәктә ике төрлө май.
# Бер батман эсендә ике төрлө ашамлыҡ(эсемлек).
# Бер сынаяҡ эсендә ике төрлө һөт.
# Бер батмуста ике төрлө ҡамыр.
# Бер мискәлә ике төрлө бал.
# Бер өйҙөң эсендә ике төрлө шаршау.
# Бер ҡойонан ике төрлө һыу сыға.
# Бер мискә эсендә ике төрлө һарыҡ бәрәсе.
# Ҡаты-ҡаты аҡ ҡала,
Аҡ ҡаланың эсендә һары бала.
# Аҡ шыйыҡса эсендә һары туп.

[[Category:!Main category]]