Картуфлы-итле бәлеш — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
(Created page with "Тәмле-тәмле генә бәлеш бешерҙем бөгөн) Картуфлыҡай-итлекәй-һуғанлыҡай ғына))) Шунан, һуң булыуын...")
 
Нет описания правки
[[File:Pyrig.jpg|thumb]]
Тәмле-тәмле генә бәлеш бешерҙем бөгөн) Картуфлыҡай-итлекәй-һуғанлыҡай ғына))) Шунан, һуң булыуына ҡарамаҫтан, ултырып ашаныҡ))Тәмле еҫе танауҙы ҡытыҡлағанда түҙеп тороп буламы ни? Етмәһә, ашарға тамшанып малайҙар эргәлә һикерешә!!! Был бәлештең ҡамыры шул тиклем тәмле, ауыҙҙа ирей. Ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ бешереп ҡарағыҙ. Шулай итеп, бәләкәй табаҡҡа йомшарған бер ҡап аҡмайҙы һалабыҙ, самалап он ҡушабыҙ, ярты ст. Һап-һалҡын һыу, ярты сәй ҡалағы тоҙ өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Әйткәнем бар инде, майлы ҡамыр үҙенә ондо күп ала, саманан арттырып ҡаты итеп баҫмағыҙ.Ҡулығыҙ ҡамырҙың әҙер икәнен тойорға тейеш)) Әҙер ҡамырҙы һыуытҡысҡа йә туңдырғысҡа (ҡурҡмағыҙ, туңып өлгөрмәй ул) һалып тороғоҙ ҙа, эслек әҙерләргә тотонабыҙ.Эслеген йәнегеҙ теләгәнсә эшләгеҙ, дөгө менән балыҡмы, йә картуф менән ит. Беләһегеҙме, мин бер ҡасан да магазиндан алған аҡ майҙың тышлығын шунда уҡ ташламайым. Унда бит әллә күпме май һыланып ҡала, шуның менән табаны майлайым. Таба майланды,ҡамыр менән эслек әҙер!!!! Табаға һалып, бешереп алырға ғына ҡалды!Минең мейестә бәлеш бер сәғәт беште. Утты үтә ҡыҙыу итмәнем. Тәмле аш булып барһын, дуҫтарым!!
'''Картуфлы-итле бәлеш''' — эслек һалып ҡамырҙан бешерелгән аҙыҡ.
(Гөлназ Ишемғолова)
== Ингредиенттар ==
* Аҡ май йәки маргарин
* Он
* Дөгө менән балыҡ, йәки картуф менән ит
== Бешереү ысулы ==
Тәмле-тәмле генә бәлеш бешерҙем бөгөн) Картуфлыҡай-итлекәй-һуғанлыҡай ғына))) Шунан, һуң булыуына ҡарамаҫтан, ултырып ашаныҡ)) Тәмле еҫе танауҙы ҡытыҡлағанда түҙеп тороп буламы ни? Етмәһә, ашарға тамшанып малайҙар эргәлә һикерешә!!! Был бәлештең ҡамыры шул тиклем тәмле, ауыҙҙа ирей. Ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ бешереп ҡарағыҙ.
=== Ҡамыр әҙерләү ===
Шулай итеп, бәләкәй табаҡҡа йомшарған бер ҡап аҡ майҙы һалабыҙ, самалап он ҡушабыҙ, ярты стакан. Һап-һалҡын һыу, ярты сәй ҡалағы тоҙ өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Әйткәнем бар инде, майлы ҡамыр үҙенә ондо күп ала, саманан арттырып ҡаты итеп баҫмағыҙ. Ҡулығыҙ ҡамырҙың әҙер икәнен тойорға тейеш)) Әҙер ҡамырҙы һыуытҡысҡа йә туңдырғысҡа (ҡурҡмағыҙ, туңып өлгөрмәй ул) һалып тороғоҙ ҙа, эслек әҙерләргә тотонабыҙ.
=== Эслек әҙерләү ===
Эслеген йәнегеҙ теләгәнсә эшләгеҙ, дөгө менән балыҡмы, йә картуф менән ит. Беләһегеҙме, мин бер ҡасан да магазиндан алған аҡ майҙың тышлығын шунда уҡ ташламайым. Унда бит әллә күпме май һыланып ҡала, шуның менән табаны майлайым. Таба майланды, ҡамыр менән эслек әҙер!!!! Табаға һалып, бешереп алырға ғына ҡалды!
 
Минең мейестә бәлеш бер сәғәт беште. Утты үтә ҡыҙыу итмәнем. Тәмле аш булып барһын, дуҫтарым!!
(<small>Гөлназ Ишемғолова) бешерҙе</small>
 
[[Category:Алфавит буйынса рецептар]]
[[Category:Ҡамыр аштары]]
[[Category:Йомортҡа]]
[[Category:Алма]]
[[Category:Аҡ май]]
[[Category:Маргарин]]
[[Category:Картуф]]
[[Category:Дөгө]]
1727

үҙгәртеү