Кесерткән ашы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Created page with "Кесерткән ашы башҡорт халҡының бик борондан ҡулланған аҙығы. Яҙ етеү менән, кесерткән үләне ҡал..."
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
Кесерткән ашы башҡорт халҡының бик борондан ҡулланған аҙығы. Яҙ етеү менән, кесерткән үләне ҡалҡып сыҡҡас та бешергәндәр. Витаминдарға бай, бигерәк тә С витаминына.

== Әҙерләү ==
Эмаль йә быяла һауытҡа, кәрәгенсә һыу алып , ҡайнатырға ҡуяһың. Һыу ҡайнап сыҡҡас, картуф, әҙерәк кишер төшөрәһең, улар бешер алдынан ғына кесерткән турап һалаһың. Кесерткән төҫөн үҙгәрткәс, биш-алты минуттан утты һүндерәһең.Тоҙҙо һуңынан һалырға кәрәк. Ашты ҡаймаҡлап, йә һары май менән ҡоротлап бирергә мөмкин.