Кесерткән ашы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
Эмаль йә быяла һауытҡа, кәрәгенсә һыу алып, ҡайнатырға ҡуяһың. Һыу ҡайнап сыҡҡас, картуф, әҙерәк кишер төшөрәһең, улар бешер алдынан ғына кесерткән турап һалаһың. Кесерткән төҫөн үҙгәрткәс, биш-алты минуттан утты һүндерәһең.Тоҙҙо һуңынан һалырға кәрәк. Ашты ҡаймаҡлап, йә һары май менән ҡоротлап бирергә мөмкин.
 
Был әрһеҙ сүп үләне — ата-бабаларҙы аслыҡтан ҡотҡарған, дауа сараһы булараҡ та ҡулланылған. Ололар, яҙғыһын 3 үләнде (кесерткән, балтырған, ҡуҙғалаҡ) мотлаҡ 3 тапҡыр булһа ла бешереп ашарға кәрәк, ти торғайны.
Кесерткән япраҡтарында С витамины лимонға ҡарағанда 2,5 тапҡырға күберәк. Шулай уҡ А, В1, В2 витаминдары , минераль тоҙҙар, төрлө органик матдәләр күп. . Кесерткән аҡһымында алыштырғыһыҙ 10 аминокислотаның 9-ы бар. Арығанда, ауырыуҙарҙан өҙлөккәндә ул иң беренсе ярҙамсы. Калий менән кальцийға бай булыуы йөрәкте, ҡан тамырҙарын шифалай. Шәкәр ауырыуын, гемоглобин төшөүен, күҙ ауырыуҙарын дауалағанда ла кесерткән беренсе ярҙамсы.
 
Ҡаны ҡуйы булған кешеләргә генә уны һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәңәш ителә. Кесерткәнле аш артынан ҡан шыйығайтыусы сәйҙәр эсеп ҡуйһағыҙ, зыяны булмаҫ.
 
== Ашҡа кәрәк ҡушылмалар ==
 
Кесерткәнде итле һурпаға һалып та, “ҡоролай”«ҡоролай» ҙа бешерергә була. Итһеҙ бешергәндә
 
* Кесерткән — бер услам (100-200 100—200 г.),
• Бәрәңге – 3 дана
• Кишер* Бәрәңге 1-23 дана,
* Кишер — 1-2 дана,
• Һуған* Һуған — бер баш,
• Һыу* Һыу — 2,5-3 литр,
* Тоҙ, тәмләткестәр — тәменсә.
* Ике дана йомортҡа (мотлаҡ түгел)
* Аҡ май йәки шыйыҡ май - — оҡшағанса
 
== Бешереү ==
Һыуҙы ҡайнатып сығарғас, бәрәңге турап һалына, ул бешә торғансы, кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, өҫтәп ебәрәһең. Башлы һуғанды ваҡлағас, майҙа ҡыҙҙырып алырға була, шул көйө лә һалырға мөмкин. Кесерткәнде башта һалҡын һыуҙа йыуып, ҡайнар һыу менән бешекләп алаһың. Сағылыуҙан ҡурҡмаһаң, бешекләмәй генә лә турарға була. Был хатта быуын һыҙлағанда файҙалы ла.
Кесерткәнде башҡа үҫемлектәр артынан оҙатҡас, бер нисә минуттан әҙер ҙә була.
Ҡаты итеп бешерелгән ике йомортҡаны ваҡ ҡына итеп турап, ашҡа һалаһың.