☄

  • Кометаларҙы йыш ҡына «бысраҡ ҡар» тип яҙалар, сөнки улар боҙ һәм туҙандан тора.
  • Кометаның ике ҡойроғо була, бер ҡойроғонда таш һәм таҙын, икенсеһе ҡойроғо газ була.
  • Кометаның ҡойроғо һәр ваҡыт Ҡояш яғына күрһәтә.

Нимә ул комета? үҙгәртергә

 
Хейл Бопп кометаһы

Кометаны ҙур бысраҡ ҡар өйөмө тип күҙ алдына килтерергә мөмкин. Кометалар Плутон аръяғында Койпер билбауында Ҡояш тирәләй әйләнеп йөрөгөн саң һәм боҙ киҫәктәрернән формалаша. Боҙ һәм таш киҫәктәре бер-береһенә тартылышып ҙурая, ауырая башлай. Ауырайған таш киҫәктәре Ҡояш тирәләй әйләнә башлай. Ҡояш системаһындағы кометалар Ҡояш тирәләй бер нисә тиҫтә йылдан алып меңдәрсә йыл эсендә бер әйләнеш яһай. Уларҙың орбитаһы, планетаралҙыҡынан айырмалы булараҡ, ҙур һәм һуҙынҡы түңәрәк.


Комета нимәгә оҡшаған? үҙгәртергә

Телескопһыҙ төнгө күктә ҙур һәм яҡты кометаларҙы ғына күреп була. Кеше үҙ ғүмерендә тик бер-ике мәртәбә генә кометаны күрә. Күпселек кометалар телескопһыҙ ҙа күренә. Телекопһыҙ кеше күҙенә күренгән кометалар төнгө күктә томанлы һыҙыҡ булыр күренәләр.

Кометалар Ҡояштан бик алыҫ булғанда боҙло туҙан һәм таштар менән ҡапланалар. Әммә ләкин, комета Ҡояшҡа яҡынайған һайын боҙ эрей башлай. Ҙур күләмдә һыу һәм газ барлыҡҡа килә. Был күренеш Ерҙә комета ҡойроҡо булып күренә. Кометаның ике ҡойроғо була. Беренсеһе еңел һыу һәм газдан тора, икенсеһе ауыр таш киҫәктәренен тора.

Кометаның ҙурлығы, ғәҙәттә, бер нисә километрҙан алып бер нисә йөҙ километрға тиклем, әммә ҡойроғоноң оҙонлоғо бер нисә миллион километр булыуы мөмкин.

Кометаларҙың күктә күренеше үҙгәртергә

Иҫ китмәле тәьҫир ҡалдырыусы ҡойроҡло кометалар Ҡояш системаһында һирәк объекттар булып тора. Был күренеш йөҙ йылға бер була. Һуңға мәртәбә ҡойроҡло комета Ергә 1910 йылда яҡынлашҡан, икенсе ҡойроҡло комета йөҙ йылдан һуң ғына күренеүе мөмкин. Астрономдар кометаның ҡасан күренеүен теүәл генә әйтә алмайҙар, сөнки Ҡояш системаһында әлегә тиклем аңлашылмаған нәмәләр бар. Әгәр, күктә күренәсәк комета тураһында хәбәр ишетһәгеҙ, уны күреү өсөн түбәндәгеләрҙе эшләгеҙ!

  1. Һеҙ йәшәгән район күгендә комата күренәме икәнен асыҡлағыҙ.
  2. Телескоп һәм биноклдар әҙерләп ҡуйығыҙ. Күп кенә кометаларҙы телескопһыҙ ҙа күреп була.
  3. Ҡала уттарынан йыраҡ парк йәки урманға алып барыуҙарын һорағыҙ.
  4. Күкктә ҡарап һоҡланғыс күренешкә һоҡланығыҙ.

Ғәҙәттә, комета ҡалдырған саң күренмәй. Әммә, комета Ер орбитаһы менән киҫешкәндә, туҙан киҫәктәре атмосферала яна. Күп кенә кометалар эҙе билдәләнгән һәм Ер, улар ҡалдырған туҙан аша үткәндә күктә йондоҙҙар атылыуы күренә.

Барлығы нисә комета бар? үҙгәртергә

Бер кем дә белмәй. барлыҡ кометаларҙың орбитаһы Ҡояштан йыраҡ, уларҙы телекоптан да күреп булмай. Әммә йыл һайын һәүәҫкәр астрономдар, уүрергә мөмкин булған арауыҡҡа яҡынлашған, 100-гә яҡын билдәһеҙ комета булыуын аса [1] [2]. 2005 йылдың ноябренә торошло асрономдарға 2 857 комета булыуы билдәле[3]. Беҙ күргән кометалар Ҡояшҡа бәрелгән, йәки Ҡояш системаһын ташлап киткән. Иртәме, һуңмы телескоптартарға миллионлаған комета эләгәсәк. Барлыҡ күҙәтелгән кометалар араһында, 253 комета кире әйләнеп ҡайтасаҡ тип иҫәпләй астрономдар. [4].

Нисек исем бирәләр? үҙгәртергә

 
Эдмонд Халле

Ғәҙәттә, кометаны асҡан беренсе астроном исемен бирәләр. Асышта бер нисә кеше ҡатнашһа, Хейл-Бопп йәки Комету Шумейкер-Леви кеүек ҡатмарлы исемдәрҙән торған комета исемен осратырға мөмкин. Үҙ исемең менән аталған комета булыуы, юғары хөрмәткә лайыҡ тип һанала.

Иң билдәле кометалар үҙгәртергә

 
Был диаграммала Галлея кометаһының Ҡояш тирәләй хәрәкәте күрһәтелгән. Орбитаның айырмалыҡтары: (1) Был орбита планеталар орбиталары менән сағыштырғанда ныҡ һуҙылған. (2) Планеталар менән бер яҫылыҡта түгел. (3) Ҡапма-ҡаршы йүнәлештә хәрәкәт итә. Был ретроград йүнәлеш тип атала.
  • Галлея кометаһы — клметалар араһында иң билдәлеһе, беренсе кире әйләнеп ҡайта торған комета булараҡ билдәле булды.
  • Энке кометаһы — икенсе кире әйләнеп ҡайта тоған комета булараҡ билдәле.
  • Шеймакер-Леви 9 кометаһы — This was the first comet to have been observed hitting another body in the Solar System. In this case, it smashed into the planet Jupiter in what was possibly the most studied astronomical event in history.

Кометалар насар хәбәр алып киләме?? үҙгәртергә

Боронғо заманда кешеләр кометалар нимә икәнен, уларҙың ҡайҙан килгәнен белмәгән.Улар күктә ғәҙәти булмаған һәм ваҡытлыса күренеш булып күренгән. Ҡайһы бер халыҡтар комета күренеүҙе яҡын киләсәктә насар хәбәр билдәһе тип уйлағын, королдең үлемен йәки һуғышта еңелеүҙе комета яҡынлашыуы менән аңлатҡан. Ҡайһы бер илдәрҙә комета күренгән йылдар уңышлы була, тыуым арта, аҙыҡ-түлек мул була тип уйлағандар. Боронғо Ҡытай астрономдары күктә ҡасан комета күренгәнен, уның күренешен, ҡайһы урында булыуын ентекләп яҙып барғандар. 1910 йылда Галлея кометаһы ҡойроғо менән Ер орбитаһы киҫеләсәге билдәле булды. Комета ҡойроғондағы зарарлы газдар Ер атмосфераһын ағыулаясаҡ тигән хәүеф килеп тыуа. Ысынында иһә комета ҡойроғондағы газдар бик әҙ, Ер өсөн бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.


Киләһе тема: Койпер поясы

References үҙгәртергә

  • «What is a comet?» [5]
  • «What does a comet look like?» [6] [7] [8] [9]
  • «Seeing comets in the sky» [10] [11] [12]
  • «How many comets are there?»
  • «How is a comet named?» [13] [14]
  • «Do comets bring bad luck?» [15]