Мейестә йәки духовкала бешерелгән бөйөрөк (пирожки)
(Мейестә йәки духовкала бешерелгән бөйөрөк ( пирожки) битенән йүнәлтелде)
Майҙа ҡыҙҙырылған ризыҡтар ярамағанда, бөйөрөктәрҙе мейестә йәки духовкала бешереп алырға була, тәме менән бер ҙә ҡайтыш түгел. Эслеген дә төрлөсә алырға мөмкин: ауыл эремсеге, алма, кәбеҫтә һ.б.
Ингредиенттары
үҙгәртергәҠамыры
- 1 стакан ойотҡан (йәки магазин кефиры)
- Ярты стакан рафинирланған көнбағыш майы
- 1 аш ҡалағы шәкәр
- 1 ҡап (11 г) ҡоро сүпрә
- 3 стакан самаһы он
- Самалап тоҙ
Эслек өсөн
- ярты килограмм самаһы эремсек
- 1 йомортҡа
- 2-3 аш ҡалағы шәкәр
Әҙерләү
үҙгәртергәКефирҙы үҫемлек майы менән ҡушып болғатырға ла, йылымыс хәлгә килгәнсе утҡа ҡуйып алырға.
Шәкәр, тоҙ ҡушып болғатырға.
Килеп сыҡҡан массаға сүпрә һәм ондо ҡушып, бик ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫырға.
Ҡамыр күтәрелһен өсөн 20-30 минутҡа йылы урынға ҡуйып торорға.
Ҡамырыбыҙ матур булып ҡалҡып сыҡҡас, алдан әҙерләнгән эслекте һалып, бөйөрөктәр яһайбыҙ.
Әҙер бөйөрөктәрҙең өҫтөнә йомортҡа һарыһын һөртөп, әҙерәк ҡабартып алабыҙ.
Алдан 200 градусҡа тиклем йылытылған духовкала йәки мейестә бөйөрөктәр 15-20 минутта бешеп сыға.