Мейе ултыртыу

үҙгәртергә

Мөжәүир Буранбаев, 63 йәштә, Каменск-Уральский ҡалаһы, Свердловск өлкәһе, Рәсәй

Инде алтмышты үтһә лә йәшем, төрлө мажараларҙы күрһәм дә, ишетһәм дә Муллаҡай ауылында үҙенсәлеклерәк кешеләр йәшәгәненә шигем юҡ. Аҡылым камил. Хәҙер тағы бер ғәжәп хәл. Бәлки дүртенсе класта уҡығанымдыр, кис кинонан һуң өйгә ҡайтып барам. Шул саҡ беҙҙең түбәнге урамдан Рәис Дәүләтов – “Сәләм, Мөжөүир!” тип елкәмә (область затылка) һуғып үтеп китте. Мин дә сәләм биреп, өйгә ҡайттым. Ҡыш мәле ине, бәлки февраль айылыр. Иртәгеһен йоҡонан торғас, баш ауырый, ҡоҫам, ауыҙға аш бармай. Әсәйем һорашты, мин һөйләнем. Беҙҙең әсәйҙәр ныҡ аҡыллы булғандар. Уны ла ошо йәшкә еткәс кенә аңлайһың.

Беҙҙең урамдың үрге осонда Гөльямал исемле апай йәшәй ине. Әсәй шул апайҙы алып килгән. Ул, үҙенсә белешкәс, кеҫәһенән аҡ еп алып минең башты тәүҙә ҡолаҡ аша яңаҡ буйлап үлсәне, күмер менән ептә тамға яһаны. Анан маңлай, ҡолаҡтар аша үлсәне һәм ептә тағы тамға һалды. Ике епте бергә һалды ла “малайыңдың мейеһе шылған” тип һығымта яһаны. Тимәк мейене урынына ултыртыр кәрәк. Бер яулыҡты алып минең башты ураны ла йоҙроғо менән баш менән яулыҡ араһына һуҡты. Тағы ла үлсәне. Шулай итеп өсөнсө алымдан һүң ептәр тигеҙләште. Минең башты яулыҡ менән ныҡ тартырып бәйләне лә “өс көн башың менән киҫкен хәрәкәт яһама!” тип иҫкәртте. Баш ауырыуы шунда үҡ бөттө, күңел болғаныуы ла, ашай башланым. Юнәлдем. Рәис бәләкәй саҡтан көслө ине, аҙаҡ көрәштә һабан туйҙарында күп тапҡыр еңеүсе булды. Бер урамда йәшәнек. Атаһы, беренсе донъя һуғшында ҡатнашҡан, “Георгий” ордененең тулы кавалеры. Беҙҙе строевой шаг менән йөрөгә өйрәтә торғайны. Һәр ваҡыт медкомиссяла -“Сотрясение головного мозга было? Отвечал "нет”