100-сө күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ҡаҙаҡ халыҡ шағиры һәм ғалимы Әбделйәмил Нурпеесов менән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында концерт ҡарап ултырғанда "Ете ҡыҙ" бейеүен башҡарҙылар. Бейеүҙең яртыһын ҡарағас, ул минән: "Ниңә был ҡыҙҙар баштарын да күтәрмәй, ниңә хәрәкәттәре һалмаҡ, башҡорт бейеүе дәртле бит, был ритм нимәне аңлата?",- тип һорай ҡуйҙы. Мин ҡыҫҡаса ғына бейеүҙең ҡаҙаҡтар менән бәйле тарихын һөйләп бирҙем дә: "Улар ныҡ итеп баҫыр ине, табандарына ҡыл ярып һалынғас, ауырта бит..."- тип әйткәйнем, ҡаҙаҡ шағиры тетрәнеү кисерҙе лә: "Бөйөк һыҙланыу, бөйөк бейеү, бөйөк сәнғәт, бөйөк халыҡ",- тигән һүҙҙәрен әйтте.

101-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Элегерәк "Өфө кешеһе башҡаларҙан ни яғы менән айырыла?" тигән һорауға шулай яуап бирә инеләр: "Өфө кешеһе - оптимист, ул хатта 40 градуслыҡ һалҡында ла урамда туңдырма ашап, үҙе шат йылмайып йөрөй..." Хәҙер хатта байрамдарҙа ла теге саҡтағы кеүек йөҙҙәрҙе күрмәҫһең. Норбековтың ысулын тәҡдим итәм һеҙгә. Йоҡонан уянғандан алып кис йоҡлап киткәнсе йәмғеһе 45 минут буйына (дөйөм йылмайыу ваҡыты) йылмайып йөрөп ҡарағыҙ. Эшкә киткән саҡта ла кешеләргә ҡарап йылмайығыҙ, йәйәү, транспортта барғанда ла "Кешеләр, мин һеҙҙең барығыҙҙы ла яратам!" тип эстән генә бер туҡтауһыҙ ҡабатлағыҙ. Был ғәмәлде көн һайын башҡарһағыҙ, йылмайыу мөҙҙәтегеҙ 45 минутҡа ғына һыймай башлаясаҡ. Шулай итеп, 40 көн буйына ошо ғәмәлде ҡабатлаһағыҙ, йылмайыу һеҙҙең ғәҙәтегеҙгә, аҙаҡ холҡоғоҙға әүереләсәк. Барлыҡ сир-ауырыуҙарығыҙҙан ҡотолорһоғоҙ, башҡаларға сабырлыҡ менән ҡарарға, уларҙы ғәфү итергә өйрәнерһегеҙ. Иң төп дошманыбыҙ күңелебеҙҙә "негатив" тигән ҡара күлдәктә ултыра. Башҡаларҙы яратыуың хаҡында ҡабатлап гел йылмайып йөрөгән саҡта насар уй уйлап булмай, йәки киреһенсә. Икеһенең береһен һайлағыҙ!

102-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Хәҙерге йәштәр мөхәббәттә нисек аңлаша икән? Бер мәл маршрут таксила эштән ҡайтып барһам, минән алдағы рәттә ултырыусы егет менән ҡыҙҙың һүҙ атышҡаны сала-сарпы ҡолаҡҡа яғылып ҡалды. Һүҙҙе ҡыҙ башланы: --Һин мине яратаһыңмы ул? --Әлбиттә.. --Нисек? --Үҙ-үҙемде нисек яратһам, шулай... --Эгоист...

103-сө күҙәтеүем

үҙгәртергә

20 майҙа Белорет районының Шығай ауылы янында олатаһы Абдрахман Рәсүлевтың исемен ғорур йөрөтөүсе Абдрахман атлы ир-уҙаман менән аҡ умырзаяларға ҡарап әңгәмә ҡорҙоҡ. Ысынлап та, сәскәләр ни өсөн шулай күҙҙең яуын алырлыҡ матур булалар икән? Был һорауға батырыбыҙ Салауат үҙенең шиғырында яуап биргән. "Сәскәләр менән һандуғас Тәңрегә тәсбих әйтәләр..." Аллаһтың бөйөклөгөн, илаһилығын данлаған өсөн дә һандуғас шул тиклем матур, үҙәкте өҙҙөрөп һайрай, сәскәләр ҙә тап шуның өсөн күҙҙең яуын алырлыҡ. Халҡыбыҙҙа элек-электән сәскә өҙөү һәм уны бүләк итеү йолаһы булмаған. Моғайын да ул сағында тәбиғәттең зекер-намаҙы өҙөлөр тип уйлағандарҙыр...

104-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Студент саҡта: "Алмағастар сәскә ата майҙың ун туғыҙында, алмағастар сәскә ҡоя майҙың егермеһендә..." - тип шаярып йырлай торғайныҡ. Быйыл яҙ һуңлаһа ла, Өфөлә алмағастар үҙ мәлендә сәскә атты. Күрәһең, уларҙың тәбиғәт торошона бәйле булмаған үҙ йәшәү ҡанундары, үҙ Конституцияһы бар. Ҡайындар ғына ҡышын алдана. Ҡышҡы селләләр мәлендә бер көн 30 градус һыуыҡ булып, иртәгеһенә ҡапыл йылытып ебәрһә, яҙ килде икән, тип алданып, ана бөрөләнәм, бына бөрөләнәм, тип ымһынып, һуңынан һемәйеп ҡуялар. Хәс тә ысын һөйөү килде, тип елкенеп алданған ҡыҙ кеүек. Тап шул сәбәпле ҡайындар сирле хәҙер. Белгестәр, әгәр ҙә киләсәктә беҙ йәшәгән ерҙәрҙә тропик климат урынлашһа, ҡайындар бөтөнләй юҡҡа сығыуын күҙаллай.

105-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

"Даһи парадокстың дуҫы..." тип яҙған А.С.Пушкин. Ҡәләмдәшебеҙ Буранбай Исҡужиндың тормошо, ижады тик парадокстарҙан ғына торҙо. Хоҙай уға талантты ауалата, өймәләтә биргәйне, тик яҙмышы ғына булманы. Үҙем аралашҡан кешеләр араһында уның кеүек тормош менән "һин"гә һөйләшкән, үҙен шул тиклем әрһеҙләп ҡәҙерһеҙләгән, һаулығын әрәм-шәрәм иткән, ижад емештәрен бар донъяға уңлы-һуллы сәскән, әммә бер ваҡытта ла үҙ принциптарынан тайпылмаған, хәҡиҡәтте кешеһенә ҡарамайынса, туп-тура әйтә алған кешене белмәйем. 1999 йылдың 20 мартында яҙған "Васыят"ын ул миңә ҡалдырҙы. 7 пункттан торған мираҫнамәһенең тәүге пунктында шундай һүҙҙәр бар: "Мине, үлгәс, ҡайҙа ҡуйһағыҙ ҙа ризамын. Тик башҡорт төйәкләгән ер генә булһын..." 2007 йылдың 14 апрелендә яҙғы буранда һәләк булды Буранбай. Эйе, һәләк булды, ысын шағирҙар ябай ғына үлмәйҙәр. Ҡәбере тыуған ауылы Байыш зыяратында, башҡорт төйәкләгән ерҙә.

106-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Маршрут автобусында эшкә килә ятҡанда өлкән йәштәге ханыма тороп урын бирҙем. Рәхмәтен белдерҙе. Ултырҙы. Туҡталышыма тиклем байтаҡ ҡына барырға. Икеме-өсмө квартал үткәс, ханым уңайһыҙланыуын белдереп: "Һеҙгә алыҫ барырға кәрәк булған бит, ә мин шундуҡ төшәһегеҙ икән, тип уйлағайным..." - ти. Торорға, миңә кире урын бирергә ынтыла. Уға борсолмаҫҡа, урынында ҡалырға ҡуштым. Дөрөҫөрәге, уның өсөн үҙем уңайһыҙландым. Уға ҡатын-ҡыҙ заты, минән өлкән йәштә булғаны өсөн урынымды биргәйнем. Ә ул төшөп ҡалыр туҡталышыма килеп еткән өсөн шулай иткән тип уйлаған. Бынан 20-25 йыл элек был мәсьәләгә мөнәсәбәт бөтөнләй икенсе ине.

107-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Беҙҙең яҡтағы бер лаҡап. Берәүҙең кәйефһеҙ йөрөгәнен күреп, икенсеһе: --Нишләп кәйефең юҡ ул? — тип һораған. --Көн эҫе бит, етмәһә теш һыҙлай, — тип яуаплаған тегеһе. --Эҫе бүстәк, мына һин эһегә һәм тешең ҫыҙлауға түҙеп ҡара, —тигән тегеһе. ...Йәй башы. Көндәр һаман йылынмай. Ҫыуыҡ! Ураҙа тотоусылар: "Аллаһы Тәғәлә хәлебеҙҙе аңлап, Рамаҙан айында һыуыҡ ебәргән",— тип шатлана.

108-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Бөгөн күренекле шағир, ҡәләмдәшебеҙ, дуҫыбыҙ, замандашыбыҙ Рәмил Ҡолдәүләттең тыуыуына 60 йыл. Буранбай Исҡужин тураһында яҙғанда шағирҙарҙың һәләк булыуы хаҡында әйткәйнем. Рәйес Түләк үҙенең Рәмил Ҡолдәүләткә бағышлаған шиғырында уны һауала осоп барған ҡоштар тубының ил алда осоп барғанына тиңләгәйне. Иң алда барғанға еңел түгел шул. Эйе, беҙҙең, 80-се йылдар башында әҙәбиәткә килеүселәр төркөмөндә иң алда барғаны Рәмил булды. Иң тәүге булып китабын сығарҙы, иң тәүге булып Яҙыусылар союзы ағзаһы булды, иң тәүге булып баҡыйлыҡҡа күсте, һәләк булды. Шағирҙар үлмәйҙер ул, һәләк булаларҙыр. Рәмил дуҫыбыҙ тура мәғәнәһендә лә, башҡа мәғәнәләрҙә лә беҙҙең ҡоштар тубының иң алдында барып, беҙгә һәм халҡына ҡалҡан итеп йөрәген ҡуйҙы һәм һәләк булды!

109-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Бөгөн — Бөтөн донъя тәмәкеһеҙ көн. Тәмәке-сабакы менән мин дә мауығып алдым. Мауығып ҡына , тием, сөнки ул сабакы мөхәббәтемә әүерелә алманы. Нурмөхәмәт хәҙрәт Аллаһы Тәғәлә алдында ант иттереп ташлатты. Ташлай алмағандарға ашарға тәҡдим итәм. Сыңғыҙ Айтматов: "Ашҡаҙан баш мейеһенән аҡыллыраҡ. Ул уҡшыта белә, ә баш мейеһе теләһә ниндәй сүп-сарҙы үҙенә йота", — тигән. Шулай булғас тәмәкене ни тиклем күберәк ашаһағыҙ, шул тиклем тиҙерәк ташларһығыҙ. Уҡшыуҙың, ҡоҫоуҙың аҫҡы аңға тәьҫире хаҡында әйтеп торорға ла түгел. Ни генә тимә: ауыҙҙан сыҡҡанды кеше башҡаса ауыҙына алмай. Был ысулдың девизы шундай: Тәмәкене ташларға, ташларға, ташларға! Ташлар өсөн ашарға, ашарға, ашарға!