120-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Рәсәйҙә иң ҙур ҡайын ороһо Ейәнсура районының Бикбирҙе ауылы урамында ята. Ауырлығы тонна самаһы. Ауыл аҡһаҡалы Ҡаһым Янбаев һөйләүенсә, ороларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ҡайһы бер илдәрҙә оро хаҡы алтын ауырлығы менән типә-тиң ҡуйыла. Халҡыбыҙҙа элек ороларҙан һауыт-һаба яһағандар. Шуны ғына беләм: ижауҙан эселгән ҡымыҙ стакандан эскәнгә ҡарағанда күпкә айырыла. Кемдә ниндәй мәғлүмәт бар, рәхим итегеҙ!

121-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Күптән түгел баш ҡалала йәшәүсе бер ҡыҙҙың ауылдағы әсәһе ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙе. Уның ҡыҙы фатирҙы ҡуртымға алған йорт подъезында йәшәүселәрҙең барыһы ла тиерлек беҙҙең милләт вәкилдәре икән. Уларҙың араһында аралашыу шундай кимәлгә барып еткән, бер мәл фатирҙарының ишектәрен бикләмәй башлағандар. Иҫемә төштө: беҙҙең ауылда ла ҡасандыр ишекте тыштан бикләмәй торғайнылар. Бер кемдең дә өйөнән энәһе лә юғалманы.

122-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Иғтибар итәһегеҙҙер, әллә миңә генә шулай тойоламы, урамда ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар күбәйҙе. Собханалла! Бындай осраҡта күптәр тормош кимәленең яҡшырыуы, киләсәккә өмөт барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләргә ярата. Әммә шулай ғынамы икән? Тарихҡа боролоп ҡараһаҡ, иң ауыр йылдарҙа күпләп балалар тыуыуына ла шаһит булабыҙ. Бөгөн тормош кимәлебеҙ уғата яҡшыра бара тип әйтә алабыҙмы һуң? Шуға күрә бөгөн урамда ауырлы ҡатындарҙың йыш осрауында тәүге балаға пособие, икенсе балаға әсәлек капиталына өмөт итеү ҙә сәбәптер. Иң мөһиме — маҡсат ысулды аҡлай. Нимә генә тимә, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа.

123-сө күҙәтеүем

үҙгәртергә

II Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында Мәскәү башҡорттары ойошмаһы етәксеһе Батырхан Мырҙабаев ситкә киткән башҡорттарға шулайыраҡ итеп мөрәжәғәт иткәйне: "Һис юғы үлергә тыуған яғығыҙға ҡайтығыҙ. Исмаһам, кәүҙәгеҙ сереп, еребеҙгә ашлама балыр..." Атай-әсәйеңде, туғандарыңды һыйындырған тупраҡҡа ҡайтып "ятыу" — һәр кемдең фанилыҡтағы һуңғы хыялылыр ул. Балаларыма, яҡындарыма ундай теләгемде мин дә әйткәнмен: баҡыйлыҡ ҡапҡаларын асып ингәндән һуң мине тыуған яғыма алып ҡайтып ҡуйығыҙ, һис юғы 1х2 метр еребеҙ һаҡлаулы булыр, һатылмаҫ.

124-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Беҙ тере йәндәр араһында үҫеш йәһәтенән иң алға киткәне кеше тип иҫәпләйбеҙ. Тик шулаймы икән? Бер төркөм кешеләр тауға үрмәләгән саҡта берәүһен 5 тапҡыр һағыҙаҡ саҡҡан. Тауҙан төшкәндә лә шул уҡ хәл ҡабатланған. Барыһы ла аптыраған: ниңә башҡаларға ҡаныҡмай һуң һағыҙаҡтар? Етмәһә, был кеше ҡайҙа ғына бармаһын, һәр урында ла уларҙың сағыуына дусар булған. Бер нисек тә ҡотола алмағас, шешенеп бөткәс, бер аҡһаҡалға барып кәңәш, ярҙам һораған. "Һин уларҙы рәнйеткәнең булдымы?" - тип һораған унан аҡһаҡал. "Эйе, тауға менер алдынан бер ағасҡа оялаған иләүенә бензин һибеп ут төрткәйнем шул..."- тигән зыян күреүсе. "Ғәйеп үҙеңдә, ер йөҙөндәге бөтә һағыҙаҡтарға һинең яуызлығың хаҡындағы мәғлүмәт барып еткән. Уларҙан ғәфү үтен, әгәр ҙә ғәфү итмәһәләр, ҡорбан салдыр, аят уҡыт, Хоҙайҙың ярлыҡауын һора..."-тип кәңәш биргән уға аҡһаҡал. Был ваҡиғаның аҙағы нисек булғандыр, уныһы мәғлүм түгел. Әммә шуныһы: беҙ бөгөн кеҫә телефондары, айфондар, смартфондар, Интернет аша бар донъя менән бәйләнешкә инәбеҙ һәм быны кешелектең иң юғары ҡаҙанышы тип баһалайбыҙ. Һағыҙаҡтар иһә, бындай бәйләнеш ысулы менән миллион-миллион йылдар буйына, донъя яралғандан бирле файҙалана.

125-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Әрмелә саҡта саяндар менән тәжрибә үткәреп ҡараныҡ. Был хаҡта шиғри юлдарым да бар: ...Һалдат ҡайыш билдәремдә, Әзербайжан илдәрендә Үтеп китте әрмеләрем, Тик үтмәне әрнеүҙәрем... Беҙ һалдаттар ҡыҙыҡ күреп, Мыйыҡтарға мыҙыҡ үреп, Саяндарҙы әсир ҡылдыҡ Һәм уларға тәьҫир ҡылдыҡ... ...Саянды урталыҡта ҡалдырып, уратып бензин һибеп ут төрттөк. Ҡап уртала тороп, бензин янып бөткәнсе бер урында тик торһа, бөжәккә бер нәмә лә булмаҫ ине. Уларҙың ҡайһылары йә утҡа ташланып һәләк була, йә үҙ-үҙен сағып үлтерә. Саян да йән эйәһе, уның да йәшәргә хоҡуғы бар. Аҙаҡ үкендек. Миңә уларҙың был ҡылығы суицидтың асылын аңларға ла ярҙам итте. "Тыштағы зыярат" романым шул нигеҙҙә тыуҙы.

126-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Хәйбулла районының бер ауылында булған хәл. Бер кеше тирмәнгә он һалдырырға барған. Һалдырып алып ҡайтҡан ононан ҡатыны икмәк бешерергә булған, тик ҡамыры ҡалҡмаған. Хужабикә иренән ондо алмаштырып алып килеүен һораған. Ир шул уҡ тирмәнгә ҡабат барып, онон алмаштырып алып ҡайтҡан. Ҡамыры тағы ҡалҡмаған. Намыҫланған ир ҡатынының мыжығанын көтөп тормайса, онон тағы тейәп алған да, хәҙер инде тирмәнсегә ярһып барып дәғүәһен белдергән. Шул саҡ тирмәнсе уға тарихта ҡалырлыҡ һүҙ әйткән: --Ҡустым, һиңә ондо түгел, ҡатыныңды алмаштырырға кәрәк... ...Тирмәнсенең был һүҙҙәре мине уйға һалды әле, йәмәғәт! Беҙ 1917 йылдан башлап илебеҙҙә нимәне, кемде генә (ижтимағи ҡоролоштарҙы, атамаларҙы, етәкселәрҙе, парламентты, алтаҡталарҙы һ.б.) нисәмә тапҡыр ғына алмаштырманыҡ, әммә тағын да йөҙ йылға артҡа әйләнеп ҡайттыҡ.

127-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Бәләкәй ҡоштарҙы, сысҡандарҙы аулаусы тәгәрләк ҡош ергә шыҡыйған сағында көтмәгәндә ҡаршыма килеп сыҡты ла, машинамдың маңлай тәҙрәһенә килеп һуғылды. Сәғәтенә 100 км.тиҙлеге менән бара инем. Секундтың йөҙҙән бер өлөшөндә нимә эшләп була инде? Тормозға ла баҫып өлгөрмәнем. Туҡтарға ла яйлы урын түгел, етмәһә, артымдан тағы бер машина ҡойроғома баҫып килә. Тәҙрәлә меҫкен ҡошсоҡтоң йәнселгән эҙе, күңелдә юшҡыны тороп ҡалды. Һыу һиптереп тәҙрәмде йыуҙырттым, тик күңелдәгеһе юйылманы. Үҙемде аҡларға теләгәндәй, Салауат Юлаевтың меҫкен ҡошто йәлләп юҡһынып яҙған шиғыр юлдарын эстән генә ҡабатлайым. ...Ауылдан Өфөгә килә инем. Баш ҡалаға инер алдынан юл хәүефһеҙлеге инспекторҙары туҡтатты. Сәбәп табып протокол төҙөнөләр. Штраф яҙҙылар. Һаҡһыҙлығым арҡаһында ҡошсоҡтоң ғүмерен ҡыйҙым. Был донъяла барыһы өсөн дә түләргә кәрәк шул.

128-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Яңыраҡ Көйөргәҙе районында тыуып үҫкән һылыуҙан һорай ҡуйҙым: --Отпускыңда ҡайҙа ял иттең? --Таиландта... --Унда нимәләр эшләнегеҙ? --Еләк-емешкә йөрөнөк. Бесән эшләнек. Шалтыран шишмәһенә һыуға барҙыҡ... --Тағы ла? --Ауылда эш бөтәме ни? --Таиланд ауылмы ни? --Ниндәй Таиланд булһын, тыуған ауылым Таймаҫ бит... Рәхәтләнеп көлөштөк. Телебеҙҙең башҡа телдәр менән өн-яңғырашлығына ҡоролған хикмәттәре бик күп. Бер башҡорт Никарагуа кешеһе менән осрашҡас, тегенән дөйөм аралашыу телендә һорай ҡуйған: --Мин Башҡортостандан, һин ҡайҙан? --Никарагуа... Милләттәшебеҙ уны "Ниңә кәрәк ул?" тип аңлаған да, боролоп китеп барған. Буранбай Исҡужиндың "Беҙҙеңсә-һеҙҙеңсә һүҙлек"яҙмаһында ла ундай миҫалдар күп. Мәҫәлән: балалайка — лайканың көсөгө, бинахаҡ — квартира хаҡы, бисара — икеләтә Сара, грамматика — матиканың бер грамы, график — бәләкәй граф, миллиграм — милләттең йөҙ грамы, пломбир — пломба биреүсе, параметр — ике метр, селекция — селек үҫтереү фәне, фуражка — аҙ ғына ҡалған фураж, хоҡуҡ — хо плюс ҡуҡыш, һарыҡташ — һарыҡтың класташы, чекист — чек яһаусы, чехословак — атаһы чех, әсәһе — словак, ыҫмала — әҙ генә ыҫ, юбка — кескәй юбилей, ярлылыҡ — лыҡа ярлы булыу һ.б. Ә һеҙ ниндәй миҫалдар беләһегеҙ, дуҫтар?

129-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Бала сағымда үткән һайлауҙар күңелле байрам булып хәтергә уйылып ҡалған. Тағы ла һайлау тигәндә, һайлау көнө еткәндә һәр ваҡыт Париж ағай Туйсиндың йән тетрәтер моңо ҡолаҡта сыңлап киткәндәй. Уның моңло ауазын ҡыҙы Флүрә апай, улдары Йәмил, Рәмил, Радмир, Айнур, ейәнсәре Фирүзә дауам итә. Атайымдар һайлауҙа тауыш бирергә Сыңғыҙ ауылына барыр ине. Уларҙы һәр ваҡыт ирле-ҡатынлы Париж һәм Миңзифа Туйсиндар өйҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтып, артабан байрамдары, дөрөҫөрәге, моң табындары Буранбайҙа, беҙҙең өйҙә дауам итер ине. Йыл һайын шулай, һайлау һайын шулай. Һөҙөмтәлә әсәйем Миңзифа апай менән ҡиәмәтлек апай-һеңле, атайым менән Париж ағай бер-береһенә "бажалар", беҙгә "еҙнәй" булып китте.