Мең дә бер күҙәтеүем/140-149
140-сы күҙәтеүем
үҙгәртергәБөгөн "Юлдаш" радиоһы егеттәре ипотека хаҡында һөйләшеү ойошторҙо. Мин иһә ипотеканы ошо рәүешле күрәм:
И — итәгеңде ҡырҡтыра (ең ямар өсөн) П — пенсияны оноттора О — ойоғоңдо яматтыра Т — телефондан таптыра Е — елегеңде ҡаҡтыра К — кеҫә төбөн аҡтара А — ауыҙыңды яптыра
141-се күҙәтеүем
үҙгәртергә"Юлдаш" радиоһы егеттәре афариндар! Күҙәтеүҙәремдең ҙур өлөшө улар ҡорған әңгәмәләр юҫығында яҙыла. Рәхмәт, егеттәр! Бөгөн юғалыу, аҙашыу темаһына һөйләштеләр. Ҡыҙыҡ булды. Урманда аҙашыу менән тормошта аҙашыу оҡшаш. Был хаҡта "Мин эсеүемде ташланым" тигән яҙмаларымда ("Беҙ — уй ҡоло") әйтеп үткәйнем. Баласаҡта арҡырыһы-буйы 2-шәр саҡрымлыҡ урманда аҙашып, көнө буйына илап йөрөгәйнем. Ни өсөн тигәндә кеше иң тәүҙә баш мейеһендә аҙаша. Мейебеҙҙең яртыһы эмоция, яртыһы логика өсөн яуап бирә. Ошо ике ярымшарҙың урталығын тапҡан кеше урманда ла, тормошта ла аҙашмайҙыр тип уйлайым. Мин иһә бала саҡта урманда аҙашҡанда, шундуҡ паникаға бирелеп, "эмоция түңәрәге" буйлап йөрөгәнмен. Әйләнсек һарыҡ һымаҡ. Йәшерәк саҡта "Юғалыу" тигән шиғыр ҙа яҙғайным. Шул иҫкә төштө: Юғалтыр инем дә һине, Үҙем дә юғалырмын... "Юғалыу" тигән илдәргә Артыңдан олағырмын...
142-се күҙәтеүем
үҙгәртергәСыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡып йөрөйбөҙ. Бер көҙгө көндә директорыбыҙ Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы Байтурина барыбыҙҙы сығарып мәктәп алдына теҙеп ҡуйҙы ла: "Тиҙҙән һеҙ, кемегеҙҙер һуңыраҡ, мәктәпте тамамлап оло тормош юлына баҫырһығыҙ. Беҙ яҡшы уҡығандарҙы яҡшы уҡығаны өсөн, насарға өлгәшеүселәрҙе лә шул сифатына ҡарап иҫкә алырбыҙ. Ә бына "уртаса"ға өлгәшеүселәрҙе ниндәй билдәләренә ҡарап иҫләрбеҙ һуң? Әйҙә, шундай уҡыусылар үҙҙәрен мәктәп хәтерендә ҡалдырыр өсөн ағас ултыртһын. Башҡалар уларға ярҙам итә. Беҙ һеҙҙе урманға ҡарап иҫләрбеҙ..." тип әйтеп, ҡаланан алып ҡайтҡан ағас үҫентеләренә һәм көрәк-ломдарға-күнәктәргә ымланы. Барыбыҙ ҙа шымып ҡалдыҡ. Күрәһең, берәү ҙә үҙен "уртаса"лар иҫәбенә индергеһе килмәгәндер инде. Шул саҡ барыбыҙ бер юлы үҫентеләргә, хеҙмәт ҡоралдарына ябырылдыҡ. Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙының мәктәп уҡыусыларын дуҫлаштырыу, берләштереү йәһәтенән ойошторған ошо сараһын ғүмер буйына оноторлоҡ түгел. Беҙ ултыртҡан ағастар урманға әүерелгән инде. Форсаттан файҙаланып, хөрмәтле Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙын, башҡа барлыҡ уҡытыусыларымды Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым!
143-сө күҙәтеүем
үҙгәртергәБала сағыбыҙҙа Шаһишәриф, Диуана исемле, Һуҡыр суфый ҡушаматлы дин әһелдәре ауылдарыбыҙ буйлап йөрөй торғайны. Уларҙың береһе ауылыбыҙ осонда күренеүе була, беҙ малайҙар, уратып алабыҙ ҙа, таяғын, һаҡалын, арҡаһындағы тоғон мәҙәк күреп, төрлөсә эләкләп, итәгенән тартып, ауылға үткәрмәҫкә тырышабыҙ. Шул саҡта ул тоғо төбөнән кәнфиттәр сығарып һибеп ебәрә. Кәнфит ул заманда танһыҡ ризыҡ. Шатлығыбыҙ баштан аша. Ташланабыҙ. Башыбыҙҙы күтәреүгә олатай инде үҙенә кәрәкле өйҙөң эсендә сәй эсеп ултырған була. Ул саҡта тоғо төбөндә кәнфит йөрөтөүен ауылға үтер өсөн "пропуск" тип кенә белдек. Һуңынан аңланыҡ: балаларҙы ҡыуандырыуҙың сауабы ожмахҡа "пропуск"ҡа тиң икән... Хеҙмәттәшебеҙ Сабир ағай Шәрипов көн һайын иртәнсәк берәй елле кәнфит йә башҡа тәм-том тотоп килеп: "Мә, ҡайтып ҡыҙың Тамсыны ҡыуандыр",— тип бирә торғайны. Ғөмүмән, ул һәр ваҡыт кемгәлер яҡшылыҡ эшләргә, илтифат итергә, бәләкәй генә булһа ла ярҙам күрһәтергә ынтылып йәшәне. Быларҙы ул үҙенең ижад өсөн бүленгән ғүмере иҫәбенә башҡарҙы, күпме башлап яҙыусыларҙы китаплы, ижади яҙмышлы итте. Баҡыйлыҡҡа күсеүеңә 40 көн тулғанда ҡылған изгелектәреңдең сауабын татып, ожмах түрҙәренә үтеүеңде теләйбеҙ Сабир Нәғим улы!
144-се күҙәтеүем
үҙгәртергәБөгөн ауылдашым, күршем, ҡәләмдәшем Рәйес Түләктең тыуған көнө. Фотола мәшһүр шағирыбыҙ атаһы Ғоссам олатай менән. Ғоссам олатай хатта бөжәктең йәне ҡыйылыуын, сәскәнең, ағастың һәләк булыуын ҙур юғалтыу итеп кисерә белгән илаһи зат булды. Атай үпкәһендә киткән ярсыҡ Ун йыл йөрөй минең йөрәктә, – тип яҙғайны Рәйес үҙенең атаһына арнаған бер шиғырында. Һуңынан ғына белдем: Ғоссам олатайҙың үпкәһендә йөрөгән, уны ҡәбергә алып киткән мина ярсығына бәйле үтә фәһемле тарихы ла бар икән. Миңә уны Рәйестең Мәрзиә апаһы ҡәләмдәшемде һуңғы юлға оҙатҡанда һөйләне. Ғоссам олатай, һуғышта үпкәһенә мина тейеп, ҡаты яраланғас, операция яһарға йыйынған тәжрибәле хәрби врач уға был операцияның уңышһыҙ тамамланыу ихтималлығы, бер нисә һалдаттың тап ошондай операция арҡаһында үлеп ҡалыуы хаҡында иҫкәртә. Врач уға тыуған яғына ҡайтырға, өйләнергә, балалар тыуҙырып йәшәп ҡалырға тәҡдим итә. Олатай шулай итә лә. Дөрөҫөн әйткәндә, үлемесле яраһына бәйле ошондай ҡатмарлы һәм ауыр шарттарҙа ҡатыны Яңылбикә инәй менән дүрт ҡыҙына һәм улына ғүмер бүләк итергә өлгөрә. Ғоссам олатайҙың был аҙымы яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтарына йәнәш оло ҡаһарманлыҡҡа тиң. Шул сағында ул, башҡорт әҙәбиәтенә оло әҙипте бүләк итәм, тип башына ла килтермәгәндер. Ниндәй һыҙланыуҙар, ғазаптар менән йәшәүен Ғоссам олатай үҙе генә белгәндер. Кем белә, бәлки, Рәйестең ашҡынып, янып йәшәүендә лә, ялҡынланып ижад итеүендә лә Ғоссам олатайҙың «Ғүмер биреп өлгөрөп ҡалырға» тигән ынтылышы яталыр. Юҡһа ғүмеренең һуңғы йылдарында поэмаларға, романдарға нигеҙ, символ булырлыҡ фекер-образдарын ябай мәҡәләләргә нышып тултырып, нисек булһа ла әйтеп ҡалырға ашығыуын нисек аңлатмаҡ булаһың инде? Рәйестең “Башҡортостан» гәзитендә баҫылған һуңғы мәҡәләләрен генә киренән уҡып ҡарағыҙ. Уларҙа шағирҙың атаһы Ғоссам олатайҙыҡына оҡшаған «...өлгөрөп ҡалырға кәрәк» тигән ынтылышын тоймау мөмкин түгел. Былар – аталы-уллы Ғоссам һәм Рәйес Түләковтарҙың һуғышта, тормошта һәм ижадта яһаған батырлыҡтарының бына тигән өлгөләре.
145-се күҙәтеүем
үҙгәртергә"Яңғыҙлыҡтың ҙур бер плюсы бар. Һинән бер кем дә, бер нәмә лә йәшерә алмай" тигән бер аҡыл эйәһе. Уның һүҙҙәрен ошо рәүешле дауам итке килә: "...Ҙур бер минусы ла бар. Һин унда хатта үҙ-үҙеңдән дә йәшеренә алмайһың..."
146-сы күҙәтеүем
үҙгәртергәКисә "Беҙ Баймаҡтар бит әле..." концертын ҡарап оло кинәнес алдыҡ. Бибисара Азаматованан башлап Нух Ҡотоевҡа тиклем утыҙҙан ашыу яҡташыбыҙҙың сығышы тамашасылар күңеленә хуш килде. Халыҡ йырҙарын башҡарыусы өс яҡташыбыҙҙы, атаҡлы бейеүсе Азамат Кәримовтың сығыштарын иҫәпкә алмағанда, башҡалар барыһы ла заманса эстрада йырҙары менән сәхнәгә сыҡты. Концерт программаһының тап ошо рәүешле төҙөлөүе бик отошло, минеңсә. Сөнки айсбергтың өҫкө өлөшөнөң, йәғни Баймаҡ йәштәренең башлыса эстрада йырҙары менән сығыш яһауының нигеҙендә, йәғни айсбергтың сәхнәлә күренмәгән аҫҡы өлөшөндә башҡорт халҡына аҫыл йырҙар, һоҡланғыс сәнғәт өлгөләре, күренекле шәхестәр тыуҙырыусы төбәктең меңәр йыллыҡ тарихы ята. Быны һуҡыр ҙа күрер, һаңрау ҙа ишетер. Йәштәрҙең дәрте, моңло ауазы, тауыш потенциалы тап шул хаҡта һөйләй. Уларҙың һәр ҡайһыһы заман йырҙарын менән бер рәттән халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәрен дә бынамын итеп башҡара ала. Концерттан алған тәьҫораттарҙы тап ошо рәүешле генә аңлатып булалыр. Концертта айырым блок менән ауылдаштарым Марсель һәм Нух Ҡотоевтар, Иршат һәм Азат Ҡарасуриндар, Рәмил Ҡотосов, Иҙел Аралбаев, Юнир Һағынбаев сығыш яһап һөйөндөрҙө. Әл дә Баймаҡта тыуып үҫкәнмен, әл дә шундай талантлы яҡташтарым бар, әл дә ошоларҙы ойоштороусы Ритабыҙ бар тип һөйөндөм! Күҙҙәргә йәштәр тығылды: БАЙМАҠ БУЛМАҒАНДАР НИСЕК ЙӘШӘЙҘӘР ИКӘН? Концертты ҡарап өйгә ҡайтып инһәк, тағы бер һөйөнөслө ваҡиға беҙҙе көтөп торған: бесәйебеҙ Ҡарһылыу көсөкләгән. Ҡап-ҡара йомороҡастарҙы күргәс, ҡыҙыбыҙ Тамсы илап ебәрҙе...
147-се күҙәтеүем
үҙгәртергәӨфө аэропортына кемдең исемен биреү хаҡында төрлө кимәлдә ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр бара. Кандидатураларҙың һәр ҡайһыһы хаҡында бик күп дәлилдәр, иҫбатламалар килтерергә мөмкин һәм был осраҡта һәр кем үҙенсә хаҡлы булыр ине. Әммә бер шарт һис шикһеҙ рәүештә иҫәпкә алынырға тейештер тип иҫәпләйем. Ул да булһа — ул исем тарих, быуат, дәүер һынауын үтеүе мотлаҡтыр. Нимә генә тимә, иң объектив баһаны тарих бирә. Был күҙлектән ҡарағанда кандидатуралар араһында дәүер, мәңгелек һынауын үтеүсе Урал батыр менән быуаттар аша атлаусы Салауат Юлаев исемдәре генә тороп ҡала.
148-се күҙәтеүем
үҙгәртергәЯңыраҡ йомош менән бер ҙур ғына түрәнең ҡабул итеү бүлмәһендә ултырып сыҡтым. Миңә сират етмәне. Уның ҡарауы шундай һығымта яһап тынысландым: кеше бит ғүмере буйы Аллаһы Тәғәләнең ҡабул итеү бүлмәһендә ултыра...
149-сы күҙәтеүем
үҙгәртергәИшембай Маҡар яғында... Ишем Баймаҡ аръяғында... Туған телебеҙҙең ошондай хикмәттәре бик күп. Бынан бер нисә йыл элек бер генә һүҙҙән торған шиғыр ҙа яҙғайным. Шиғырҙың исеме өс һүҙҙән тора: "Башҡортса-урыҫса шиғыр" тип атала. Шиғыр: ҒҮМЕР. Уның эсендә ике һүҙ бар: "үмер" һәм "ер". Һеҙҙең тел осонда йөрөгән туған телебеҙ хикмәттәрен күберәк белге килә, дуҫтар!