3-сө күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ҡыҙым өй эсендә ҡыуыш ҡороп, диван йә карауат янына яҫтыҡтар терәп, өҫтөнә простынянан ҡыйыҡ ҡуйып өй яһап уйнарға ярата. Ҡыуышы-өйө эсенә иң яратҡан ҡурсаҡтарын индереп ҡуя. Шуныһы: үҙенең "аулаҡ" донъяһына бер кемдең дә аяғын баҫтырмай. Әле балалар баҡсаһына барыуҙан баш тартҡас ҡына аңланым: ул үҙенең бәхетле сабый, баласаҡ илен, әкиәт донъяһын ошо рәүешле һаҡларға теләй, хәҙерге йәшәйешебеҙҙең, өлкәндәр донъяһының ҡағиҙәләрен, ҡанундарын ҡабул итергә теләмәй, үҙенсә протест белдерә, бикләнергә теләй. Кешенең иң бәхетле мәле, заман теле менән әйткәндә, уның диснейленды - бәхетле сабый. бала сағы шул.