Мең дә бер күҙәтеүем/5
5-се күҙәтеүем
үҙгәртергәБөгөн 1 апрелдә сатирик шағирыбыҙ Буранбай Исҡужин мәрхүмдең бер һүҙен иҫкә төшөрөү урынлы булыр: "Ҡарап-ҡарап торам да, тормоштағы күп күренештәр башыма һыймай: әллә күренештәр үтә ҙур, әллә баш бәләкәй..." Мин иһә бер нәмәне аңлай алмайым: ни өсөн кешеләр күпләп дин юлына килгән һайын уларҙың араһында дошманлыҡ хисе көсәйә бара икән?