Мең дә бер күҙәтеүем/50-59
50-се күҙәтеүем
үҙгәртергәБер дуҫымдың диуарында "Бәхет тынлыҡ ярата" тигән яҙыу уҡыным. Бик тәрән мәғәнәле һүҙҙәр. Ниңәлер, күп кенә кешеләр яңғыҙлыҡҡа дусар булыуҙарын, тормош иптәше менән айырылышыуҙарын, балалары үҫеп етеп, яңғыҙ ҡалыуҙарын бәхетһеҙлеккә тиңләй. Ә бит ысын бәхет бәхеттең булмауында ла бар. Хоҙайҙың ихтыярынан тыш япраҡ та һелкенмәй. Тап шуның өсөн әгәр ҙә кеше яңғыҙ тороп ҡала икән, был да юҡҡа түгел. Йыш ҡына икенсе кешене артыҡ ныҡ яратһаң, уны юғалтаһың, тигәнде лә ишетергә тура килә. Халыҡ "Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа"ти был осраҡта. Ошоларҙан сығып шундай һығымта яһарға ла ла мөмкиндер: кеше яңғыҙ ҡалған осраҡта Хоҙайға яҡынлай. Ә инде Уның хозурына яҡынлашыу бәхеттең дә бәхете. Бер китапта уҡығайным: донъя ҡыуғандарҙы, Үҙен һанға һуҡмағандарҙы Хоҙай үҙенә ҡаратыр, ишеттерер өсөн һуҡыр йә һаңғырау итә. Мин бәлки яңылышамдыр?
51-се күҙәтеүем
үҙгәртергәБөгөн "Юлдаш" радиоһы егеттәре прививкалар, вакциналар тураһында һөйләшеү ойошторҙо. Төрлө фекерҙәр әйтелде, уларҙың барыһы менән дә ниндәйҙер кимәлдә килешергә булалыр. Әммә шуныһы бәхәсһеҙ: кеше тәбиғәттән ни тиклем алыҫлашһа, уның төп докторы булған иммунитеты шул тиклем ҡаҡшай һәм уның урынын прививкалар, вакциналар яулай. "Комфорт милләтте үлтерә" ти француздар.
52-се күҙәтеүем
үҙгәртергә"Юлдаш" радиоһына 17 йәш тулып киткән икән. Балиғлыҡ йәше. Әсәйем мәрхүмә ғүмеренең һуңғы 5 йылын түшәктә ятты. Тәүлек әйләнәһенә "Юлдаш"ты тыңлап, баҡыйлыҡҡа ла уның һөйләүе аҫтында күсте. Үҙем был радионы иртәнсәк тыңларға яратам. Йәмилдең, Филүстең, Ғәзиздең тауыштары яңғырау менән йәшәгеләр килеп китә! Афарин уларға! Егеттәр үҙенең ихласлығы менән күптәрҙең йөрәген яулап, илебеҙ киңлегендә туған телебеҙҙә аралашыу мөхитен барлыҡҡа килтерҙе. һәр кемдең "Юлдаш" аша үҙенең тауышын яңғыратырға тырышыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һүҙ атҡарыусылар ҙа радио аша әҙәби башҡорт телендә һөйләргә ынтыла икән, егеттәр дөрөҫ юлда бара!!!
53-сө күҙәтеүем
үҙгәртергә"Юлдаш" радиоһы егеттәре сираттағы һөйләшеүен иң шәп атайҙар темаһына арнаны. Минеңсә, иң яҡшы атай - ул һәр кемдең үҙ атаһы. Әгәр ҙә ул булмаһа, әсәйегеҙ башҡа кешегә кейәүгә сыҡһа, беҙ ошо яҡты донъяны күрә лә алмаған булыр инек. Шуға күрә мин үҙ атайыңды башҡа атайҙар менән сағыштырыуға ҡырҡа ҡаршы.
54-се күҙәтеүем
үҙгәртергәУҡытыусы һөнәре Хоҙайҙан, тиҙәр. Дөрөҫтөр. Сөнки тәүгеһе Хоҙайҙан булһа, башҡа һөнәрҙәр уҡытыусынан. Уҡытыусыны беҙ мәктәптә һабаҡ биреүсе, дәрес уҡытыусы кеше тип кенә аңлайбыҙ, әммә уның мәғәнәһе киңерәк. Халҡыбыҙҙа “Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел” тигән әйтем бар. Ысынлап та, һәр кем беҙгә һабаҡ бирә. Хатта беҙ яуыз, насар кешегә ҡарап та, уның кеүек булырға ярамай тигән ғибрәт-һабаҡ алабыҙ. Тимәк насар кеше лә беҙгә уҡытыусы. Тағы бер ҡыҙыҡлы фекер. Режиссер Айрат Абушахманов һөйләгәйне. Польшала Люпа тигән бер режиссер биш йыл буйы режиссерҙар әҙерләгән. Уҡыуҙы тамамлар алдынан диплом спектаклендә уҡытыусы студенттарына шундай шарт ҡуя: спектакль башланыр алдынан улар мотлаҡ рәүештә сәхнәгә табут сығарырға тейеш була. Табутта “Люпа”тип яҙылған. Бында шундай мәғәнә һалынған: һин биш йыл үткәс, уҡып сыҡҡас, уҡытыусыңды ерләргә тейешһең. Шулай итмәһәң, һин ғүмерең буйына уҡытыусыңдың хыялдарын тормошҡа ашырырға тейеш булаһың. Ул сағында үҙ юлың булмай.
55-се күҙәтеүем
үҙгәртергәӘрмелә саҡта "Литературная газета"ла бер авторҙың шиғыры (авторын онотҡанмын) баҫылып, бер уҡыуҙа ятлап алғайным. Бына ул: Шел по лесу паренек, Паренек кудрявый. Споткнулся и упал Об пенек корявый. И про этот про пенек, Про пенек корявый. Высказал он все что мог Паренек кудрявый. Раньше этот паренек Говорил коряво. Научил его пенек Говорить кудряво. Ошо шиғырмы? Әллә һүҙ уйнатыумы? Ҡыҫҡаһы, ҡайһы берәүҙәрҙәң фекеренсә, бер-ике уҡыуҙа ятланған шиғыр ғына шәп шиғыр була. Киреһенсә лә булыуы бар бит. Әгәр ҙә шиғырҙың һәр юлында һоҡландырғыс, таң ҡалырлыҡ образдар, фекерҙәр булһа, уҡыусы шуларҙың йоғонтоһона бирелеп, ҡалған юлдарын онотоуы ла бар бит. Әллә мин яңылышаммы? Әйткәндәй, иң анһат ятланғаны - таҡмаҡтар)))
56-сы күҙәтеүем
үҙгәртергәБөгөн "Юлдаш" радиоһы егеттәре автомобилгә бәйле әңгәмә ҡорҙо. Элек машинаны йыуғандан һуң уның двигателе шәп эшләй башлағанын күреп аптырай торғайным. Өлкәндәр: "Машина шулайтып йыуыусыға рәхмәтен белдерә, ҡыуанысынан шәп эшләй" - тип аңлата ине. Хәҙер инде был күренештең сәбәптәрен икенсе төрлөрәк уйлайым. Машинаны йыуған саҡта уның моторына, кузовына йәбешеп ҡалған һыу бөртөксәләре двигатель ҡыҙыулығы, ҡояш нуры аҫтында тиҙ генә парға әйләнә, был осраҡта ниндәйҙер кимәлдә һыуҙың кислородҡа һәм водородҡа бүленеү процесы ла бара. Тимәк, машина тирәһендә үҙенсәлекле микро(мокро)флора барлыҡҡа килеп, һауаны таҙартыусы фильтр аша двигателгә кислород һәм водород барып эләгәлер. Ә кислород менән водородтың ниндәй яғыулыҡ икәнен беләбеҙ. Уларҙан хатта шартлатҡыс бомба яһайҙар. Әйткәндәй, һыу менән йөрөүсе автомобилдәр ҙә шул принцип буйынса эшләй, йәғни унда махсус ҡоролма һыуҙы (Н2О) водородҡа һәм кислородҡа айыра һәм двигателгә яғыулыҡ итеп бирә. Тағы ла ямғыр ваҡытында машинағыҙҙың тартыу көсө артҡанын тойғанығыҙ бармы?
Салауат рухлы, сәсән телле ине мәрхүм ҡәләшдәшебеҙ, яҡын дуҫыбыҙ Ғәбиҙулла Зарипов. Уның бер ҡыҙыҡлы һүҙе иҫтә ҡалған. «Нимә генә яҙһам да: ул хикәйәме, повесмы, мәҡәләме, шиғырмы-поэмамы, драмамы — ҡобайыр килә лә сыға. Жанр түгел, әйтергә теләгән фекерең мөһим. Фекерең булмаһа, ниндәй генә жанрҙа ижад итмә, һөштөмһөҙ генә нәмә килә лә сыға», тигәйне ул әҙәбиәт, сәнғәт, халыҡ яҙмышы хаҡында бәхәсләшкән оҙон төндәребеҙҙең береһендә. Тиңдәштәребеҙ араһында Коммунистар партияһына ингән берҙән-бер кеше лә ине ул Ғәбиҙулла. Беҙ уны шаяртып, яратып «Максималист» тип атап йөрөттөк. Партия билетын Башҡорт халыҡ фирҡәһен ойоштороу йыйылышында, Матбуғат йортоноң 10-сы ҡатындағы залда яндырҙы ул.
Уның хаҡындағы шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның мәҡәләһен «Ағиҙел»дең 11-се һанында «Исемдәре — хәтер күгендә» рубрикаһында уҡырһығыҙ.
Ҡайһы берәүҙәрҙең юғары урынға ултырғандан һуң ни өсөн танауҙарын күккә сөйөүҙәренең сәбәбе уларҙың интеллект кимәленең шул урын өсөн талап ителгән кимәлдән түбән булыуында. Шуға күрә вазифа биләүсе үҙен шул кимәлдә итеп күрһәтер өсөн эйәген өҫкә күтәреп, кешеләрҙе күрмәй, юғарыға ҡарап йөрөргә мәжбүр. Ә бына инде биләгән урыны менән үҙе бер кимәлдә булғандар баштарын тура тотоп, башҡаларҙы үҙенә тиң күреп йөрөй. Ҡыҙыҡ, биләгән вазифалары үҙенең кимәленән түбән булғандар нимә эшләй икән? Баштарын эйеп йөрөйҙәрме?
59-сы күҙәтеүем.
үҙгәртергәКисә ҡыҙым әсәһенә: «Әсәй, һинән матурлыҡ борҡоп тора», — тип әйтеп һалмаһынмы. Кемдән өйрәнгәндер, ҡайҙан отҡандыр «борҡоу» һүҙен? Был һүҙҙәр яңғырағанда йортобоҙ эсендә һандуғас һайраны)))