80–се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Эйнштейндың "Сағыштырмаса теория"һы ("Теория относительности")буйынса ҡарағанда иң күп йәшәүселәр ХХ быуаттың тәүге яртыһында тыуыусылар. Уларҙың ғүмере бер нисә миллион йылға тиң. Ни өсөн тип уйлайһығыҙ? Сөнки электр һәм атом энергияһы, электрон технологиялар булмаған заманда тыуыусылар үҙҙәренең 50–80 йыллыҡ ғүмере эсендә "аттан – атом бомбаһына"тиклем ара үтте. Был арауыҡ тәүтормош ҡоролошонан ХХ быуатҡа тиклем үткән юлға тиң. Сағыштырмаса ҡарағанда, әлбиттә...

81–се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Илебеҙҙә хеҙмәт урындары йылдан–йыл кәмей барған һайын спортҡа иғтибар көсәйә. Элек беҙ көнө буйына сәкән һуғып, ҡылыс алышып, башҡа төрлө уйындарға мауығып, кис кенә өйгә ҡайтып инһәк, әсәйҙәр: ""Ҡайҙа шул тиклем йөрөнөгөҙ эт һуғарып, бушты–бушҡа ауҙарып, икмәк серетеп"", – тип әрләй торғайны.

82-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

24 февралдә Баймаҡ районының Темәс ауылы янында ат сабышы уҙҙы. Саңғы ярышы ла үтте. Әбйәлил районының Айыуһаҙы ауылынан башҡорт тоҡомло айғырҙы, Дон юртағын сабышырға алып килеүсе кеше әрмеләге хеҙмәттәшем Биктимер Кәримов булып сыҡты. 30 йылдан һуң уның менән осраштыҡ. Мөғжизә! Ат сабышы түбәндәгесә уҙҙы: йәштәренә ҡарап дүрт төркөм башҡорт тоҡомло аттар айырым ярышты, аҙаҡ барыһы ла ҡатнашлығында бәйге үтте, бынан тыш башҡа тоҡомло аттар айырым йүгерҙе, шунан ике төркөм башҡорт тоҡомло аттар һәм башҡалар санаға, юртаҡтар ике тәгәрмәсле арбаға егелеп ярышты. Биктимерҙең башҡорт тоҡомло айғыры үҙ йәшендәге аттар менән сабышырға теләмәне лә ҡуйҙы. Республика кимәлендә еңеп йөрөгән айғырҙың был ҡылығын хеҙмәттәшем шулай аңлатты: баҡтиһәң, бергә бәйгегә сыҡҡан аттар араһында ҡатнаш ҡанлылары булһа, башҡорт тоҡомло айғыр ундайҙарҙы шундуҡ тойоп ала һәм улар менән сабышырға теләмәй икән. Тәбиғәтте алдап булмай шул. Беҙ генә башҡалар менән йылғырлыҡта, өлгөрлөктә һәм башҡа бик күп "-лыҡта" һәм "-лектә" ярышып маташабыҙ.

83-сө күҙәтеүем

үҙгәртергә

Сәлимә һеңлем әсәһе, Гөлнур апайым хаҡында шундай матур һүҙҙәр яҙған. Рәхмәт туғаныма! Эйе, ул тормошто, кешеләрҙе, сәхнәне, бигерәк тә шиғриәтте ярата. Үҙе лә шиғыр яҙа. Тағы ла, әгәр ҙә тормошо башҡасараҡ юлдан киткән булһа, ул мотлаҡ йырсы булыр ине. Һаман да үҙәкте өҙҙөрөп башҡара ул йырҙарын. Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында уҡ улар Сыңғыҙҙағы Флүрә апай Туйсина менән икеһе ауыл, район клубтарының халыҡ артистары инеләр. Гөлнур апайымдың тағы ла бер күркәм дә, бәлки башҡаларға сәйер ҙә булып тойолған сифаты бар: кемдер уның алдында насар йә ауыр һүҙ һөйләй башлаһа, йырларға тотона. Теге кеше туҡтағансы һуҙа һәм еңеп сыға. Бындай ғәҙәт уға атайыбыҙҙың әсәһе Тайфа ҡарсәйебеҙҙән мираҫ булып ҡалған. Ул да тормошондағы барлыҡ ауырлыҡтарҙы йырлап еңгән.

84-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Бөгөн "Юлдаш" радиоһы алып барыусылары өйләнешергә йөрөгән егет менән ҡыҙҙың бер-береһенә тап килеүен психологик яҡтан тикшереү зарурлығы хаҡында әңгәмә ҡорҙо. Был шартты законлаштырыу хаҡында ла һүҙ бара, имеш. Ошо мәсьәләгә бәйле бер нисә фекерем:

1.Никахтар күктә яралып, дин әһелдәре тарафынан Хоҙай ризалығы өсөн теркәлә икән, психолог кәңәше буйынса ҡауышыу тыйыла ҡалһа, был Хоҙайҙың эшенә тығылыу менән берҙер ул.

2.Айырылышыу күп осраҡта матди сәбәптәргә, социумға бәйле икән, бәлки иң тәүҙә яңы барлыҡҡа килгән ғаиләгә иҡтисади яҡтан ярҙамды законлаштырыу лазымдыр.

3.Әгәр ҙә өйләнешергә йөрөүселәр икеһе лә плюс йә минус булһа, йәғни закон талап иткәнсә, тап килһә, уларҙың тормош усағы тоҡанмаясаҡ. Сөнки ике ҡапма-ҡаршы полюс мөнәсәбәтендә генә энергия барлыҡҡа килә. Был - диалектика ҡануны. Тимәк психологтар йәштәрҙең бер-береһенә тап килеүен түгел, ә тап килмәүен тикшерергә тейеш.

85-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

"Шиғриәт көнө" уңайынан бөгөн "Юлдаш" радиоһы егеттәре шиғыр бәйгеһе ойошторорҙо. Уның шарты буйынса "Шаулай урман, шаулай урман елдәр иҫкәндә..." тигән юлдарҙы дауам итергә кәрәк ине. Мин дә уйынлы-ысынлы ошо юлдарҙы яҙып ҡуйҙым: Шаулай урман, шаулай урман Елдәр иҫкәндә. Урман һис тә шауламай шул, Илай икән дә; Тиҙҙән килеп ҡырҡырҙарын Аңлай икән дә; Һуңғы тапҡыр үҙ телендә Йырлай икән дә...

86-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Тыңлай, күрә белһәң, тәбиғәттәге һәр күренеш, һәр тауыш шиғыр кеүек. Мин, мәҫәлән, йәйҙең йәмле көнөндә ҡанымды һулҡылдатып һурып, безелдәп осоп киткән серәкәйгә ҡарап шундай шиғыр яҙғайным: Ихласлығым – мәғәнәһеҙ,– Һин, әйтерһең, Брест ҡәлғәһе... Һиңә осоп уҡ шикелле, Ҡаҡлығамын туп шикелле. Тик хыялда күрешербеҙ, Вәғәҙәләр бирешербеҙ Бе-ҙ-ҙ-ҙ-ҙ-ҙ-ҙ-ҙ-ҙ-ҙ-ҙ-ҙ-ҙ-ҙ-ҙ.... Ҡарап ҡалдым серәкәйгә, Бәп-бәләкәй нәмәкәйгә... Тейәп алды минең ҡанды, Тарафыңа осош алды... Бз-з-з-з-з-з-з-з-з-з-з-з-з...

87-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Ялҡын ялмаған кинотеатр эсендә телефон аша әсә-аталары менән мәңгелеккә бәхилләшкән балалар хаҡында ишеткәндән һуң, улар яҙған һуңғы смс-тарҙы уҡығас, барыбыҙ ҙа тетрәнеү кисерҙек һәм тынып ҡалдыҡ. Сөнки һүҙҙәр көсһөҙ бында. Моғайын, тап ошондай ваҡытта кеше йырға таяналыр, һүҙҙәр көсһөҙлөгенән көй, моң тыуалыр. 1976 йылдың йәйендә ҡустым Әмир менән һеңлем Мәзүнә оло бәләгә тарып, биш минут эсендә икеһе бер юлы әсәйебеҙҙең ҡосағында йән бирҙе. Әсәйебеҙҙең йөрәге нисек шартламаған икән шул мәлдә? Ул бер һүҙ ҙә әйтә алмайынса, тәүлек әйләнәһенә йөрөй ҙә, күктә торналар осҡанда тупһаға баҫып шым ғына йырлай торғайны: Сылбырҙай теҙелеп Ҡайтығыҙ торналар... "Бала ҡайғыһы бирмәһен!" тигән теләк барлыҡ теләктәрҙең араһынан иң изгеһелер, иң мөһимелер ул. Беребеҙгә лә бала ҡайғыһы бирмәһен! Әлеге ваҡытта тотош илебеҙ кисергән ҡайғыны әсәйебеҙ мәрхүмә шул саҡта уҡ кисергән икән дә.

88-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

"Ағиҙел"дең быйылғы 3-сө һанында күренекле шағир Хәким Ғиләжевтың иҫтәлектәре баҫылып, унда шундай юлдар бар: "Муйынымда ауыл уҡытыусыһы Фатый (Фатима булғандыр инде) апа епкә бәйләп таҡҡан ҡәләм киҫәге күптән йөрөй, уны хатта йоҡлағанда ла һалмай торғайным. Шул ҡәләм менән яңы һалынған өй стеналарын ат, ҡуянға оҡшаған һүрәттәр менән һыҙғылап бөттөм. Әсәй һөртөп тора, мин һыҙғылауымды беләм..." Халҡыбыҙ тарихына бәйле уйланыуҙарға алып килде Хәким ағайҙың ошо иҫтәлеге. Эйе, ҡулына ҡәләм алған сабый иң тәүҙә һүрәт төшөрә башлай. Уйлап ҡараһаң, халыҡ та үҙенең "сабый" дәүерендә һүрәт төшөрә. Миҫалға Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙе алайыҡ. Уларға 14-16 мең йыл. Гаплатөркөмдәрҙе өйрәнеүсе ғалимдар тап шул һүрәттәр төшөрөлгән дәүерҙә был ерҙәрҙә хәҙерге бөрйән ырыуы вәкилдәре йәшәүен иҫбатланы. Тағы бер төркөм ғалимдар ул һүрәттәрҙең мәшһүр "Урал батыр" эпосы сюжетына тап килеүе хаҡында яҙҙы. Һығымтаны һәр кем үҙе яһаһын.

89-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Яңыраҡ Ҡорған өлкәһенән Өфөгә килеп, хат ташыусы булып эшләгән Рәйлә апай рәхмәт әйтеп китте. Баҡтиһәң, мин уға баш ҡала янында фатирлы булыуында ярҙам иткәнмен икән: "Әгәр ҙә һин прописка эшләшмәһәң, тыуған яғыма ҡайтып китер инем. Өфөлә төйәкләнә алмай оҙаҡ йөрөнөм, һәр урында ла пропискам булмағас, кире бороп сығарҙылар, сиратҡа баҫа алманым", - тине ул. Үҙем былай хәтеремә зарланмайым, әммә апайға нисек ярҙам итеүемде хәтергә төшөрә алманым. Ахыр сиктә үҙемде шулай йыуаттым: "Изгелек эшлә лә, һыуға һал..." - тиҙәр бит әле. Күрәһең, апайға нисектер ярҙам иткәнмен дә, һыуға һалғанмындыр, йәғни мәңгелеккә онотҡанмындыр инде. Икенсе яҡтан ҡарағанда, һыуға һалынмаған изгелек изгелек буламы икән? Ни өсөн тигәндә "мин - һиңә, һин - миңә..." тигән принципҡа, йәғни иҫәпкә ҡоролған изгелек изгелек түгелдер ул. Күрәһең, "һыуға һал" тигәндең мәғәнәһе шундалыр. Өсөнсөнән, ошо турала яҙғас мин, ысынлап та, изгелек эшләнемме икән?