90-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Үҙегеҙҙе ситтән күҙәткәнегеҙ бармы? Минең бар. Бына бөгөн, мәҫәлән, 1 апрель - Көлкө көнө. Тик минең бер ҙә генә көлгөм килмәй. Үткәнемдәге төрлө көлкөлө хәлдәрҙе иҫемә төшөрөп ҡарауым да файҙа бирмәне. Аптырағас-алйығас, көҙгөгә күҙ һалдым: һе, шул тиклем көлкөлө икән дә ул көлгөһө килгәндә лә көлә алмаған кеше...

91-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

1912 йылдың 15 апрелендә Атлантик океанда "Титаник" бата. Унда 1496 кеше һәләк була. Һәләкәттең сәбәбен өйрәнеүселәр айсбергты ниндәй алыҫлыҡтан абайлаған хәлдә лә, "Титаник" барыбер боролоп йә туҡталып өлгөрмәҫ ине, барыбер батыр ине, тиҙәр. Тимәк, төп сәбәп - кораблдең ҙур булыуында. Хәҙер ошо хәлде икенсе бер күренеш менән сағыштырайыҡ. Халыҡтар барлыҡҡа килгәнсе, йәғни ностратик дәүерҙә бер телдә һөйләшеүсе кешеләр араһында хаос башлана: ата улын, инә ҡыҙын танымай һәм кешелеккә һәләкәт янай. Уны һаҡлап ҡалыуҙың юлы ла табыла: төркөм-төркөм ҡәүемдәр, аҙаҡ айырым телдә һөйләшеүсе, үҙҙәренә хас йола атҡарыусы халыҡтар барлыҡҡа килә. Тағы бер миҫал: империялар ни тиклем ҙур булһа, шул тиклем тиҙерәк юҡҡа сыға. Миҫалға Евразияны ялмаған СССР-ҙы ғына алайыҡ. Юғарыла килтерелгән өс миҫалды бер төшөнсә берләштерә — Гигантомания. Беҙгә һәр ваҡыт ҙурыраҡ, тиҙерәк, бер юлы кәрәк. Был, ниндәйҙер кимәлдә, тәһәрәтләнергә өйрәнмәйенсә, намаҙға баҫып маташыуға тиң. Кемеровалағы фажиғәлә лә, башҡа күп һандағы сәбәптәрҙән тыш, Гигантомания сәбәбе лә ята, минеңсә.

92–се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Кисә Өфө урамында яҡташым, ғалим Закирйән Әминев менән осрашып һөйләшеп торһаҡ, билдәле генә бер башҡорт зыялыһы яныбыҙға килеп:"Урал батыр арыҫлан менеп йөрөгәнме ни? Ғөмүмән, арыҫланды ҡулға өйрәтеп булмай бит, әкиәттә генә мөмкин..:– тип әйтеп һалды. Закирйән ағайҙың эпосыбыҙға бәйле сенсацияға торошло ғилми хеҙмәттәре менән таныш булған, был турала үҙ–ара әңгәмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан кешенең һүҙҙәре был. Икенсе берәү: "Бынан бер нисә мең йыл элек беҙҙең ата–олатайҙар арыҫлан менән һунар иткән. Арыҫлан менгән һунарсыны һынландырған статуяларҙың табылыуы шул хаҡта һөйләй һ.б." – иҫбат итеп маташҡайны. Закирйән Әминевтың ғилми хеҙмәттәренә таянып эпостағы арыҫланға бәйле ике генә дәлил килтерәм:

1.Эпос әкиәт түгел, унда барлыҡ персонаждар символик, аллегорик мәғәнәлә ҡулланыла. Арыҫлан йондоҙлоғо йылдың тәүге өлөшөндә ғәләмдә булып, икенсе яртыһында уны Сириус (Аҡбуҙат) алмаштыра. Эпостың тәүге өлөшөндә лә Урал батыр арыҫлан менеп йөрөп, Аҡбуҙатҡа күсеп ултыра.

2.Эпоста Зәрҡүм боланды йота. Зәрҡүм боронғо иран телендә "арыҫлан"тигәнде аңлата, хәҙергеһендә – шир. Ғәләмдә иһә "Арыҫлан" йондоҙлоғо "Болан" йондоҙлоғо янына килеп етеүе була, икенсеһе ҡапыл юҡҡа сыға. Боронғолар быны арыҫлан боланды йота тип аңлаған. Хәйер, ғалимдың "Урал батыр" эпосына бәйле ғилми асыштары хаҡында "Ағиҙел" журналының алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ.

93-сө күҙәтеүем

үҙгәртергә

Америкала ваҡытһыҙ вафат булыусыларҙың һәр 3-сөһө артыҡ кәүҙә ауырлығы арҡаһында донъя менән хушлаша икән. Тимәк һәр кеше үҙенең кәүҙә ауырлығын контролдә тоторға тейеш. Был йәһәттән Өфөнөң "ҡар кешеһе", дуҫым Анатолий Львович Легкотаның фекерҙәре шулай: "Ябығыу буйынса тотош ғилми институттар эшләй, ундағы фән докторҙары төрлө хеҙмәттәр, программалар яҙа, симпозиумдар үткәрә, "диеталы туҡланыу", "айырым туҡланыу" тигән тағы ла әллә нәмәләр уйлап сығарҙылар. Ә бит быларҙың береһе лә кәрәкмәй. Минең программа өс кенә һүҙҙән тора: ӘҘЕРӘК АШАРҒА КӘРӘК!"

94–се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Тормошобоҙҙоң ниндәй генә өлкәһен алмайыҡ, ҡатын–ҡыҙ әүҙемлеген күрәбеҙ. Кемдер берәү: ""Ҡатын–ҡыҙ ир–аттан бер башҡа түбән булырға тейеш, улар үҙ урынын белмәй"",– тип әйтер. Үҙебеҙ ғәйепле, егеттәр: сөнки уларҙан бер башҡа юғары була белмәйбеҙ...

95-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Бөгөн "Юлдаш" радиоһы егеттәре экстрим хаҡында һүҙ ҡатты. Экстримға, йәғни киҫкен тойғоларға һәм кисерештәргә ынтылыуҙың ике төрлө сәбәбе барҙыр тип уйлайым:

1.Кеше баш мейеһе хәләтенең 3, физик хәләтенең 10 ғына процентын ғына ҡуллана, ҡалғаны йоҡо хәлендә. Баш мейеһенең тағы ла 1 генә процент запасын уята алыусы даһиға, физик көсөнөң 1 генә процентын уятыусы алпамыша ғәйрәтенә эйә була ала. Экстримға ынтылыусы, үҙе лә белмәйенсә, шул көстәрҙе уятыу өсөн "упҡын ситенә баҫа". Бигерәк тә сабый бала ҡулсыр, ул ҡулын эҫе һыуға ла тыға, үҙ иркенә ҡуйһаң, шундуҡ машиналар геүләп торған юлға сыға. Хәҙер ошо урында шундай һорауға яуап эҙләйек: сабый быларҙы үҙенә янаған ҡурҡынысты белмәгән өсөн генә эшләйме икән? Ай-һай!

2.Үлемдең күҙенә тура ҡарамайынса - ғүмерҙең, һыҙланмайынса - һаулыҡтың ҡәҙерен тулыһынса аңламайһыңдыр ул.

96-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

Руслан Белый менән бәйле ваҡиғанан һуң шундай һығымта яһаным: Салауат ғәскәрен барланы. Ул башлаған көрәш әле булһын дауам итә. Тик, һәр заманға ҡарап, көрәштең формаһы ғына үҙгәрә. Был юлы ла тағы ла йөҙәр меңләгән, миллиондарса салауатлылар азатлыҡ һәм ғәҙеллек хаҡына көрәшкә әҙер икәнлеген, батырға теләктәш, рухташ булыуын белдерҙе. Был яуға башҡорттарҙан тыш башҡа бик күп башҡа милләт вәкилдәре ҡушылды. Сөнки Белый быға тиклем дә Рәсәйҙәге башҡа милләттәр өҫтөнә лә бысраҡ өйөп маташҡан. Бер кемгә лә сер түгел: Руслан Белый артында, ыҙғыш алмаһы таратып, илебеҙ Рәсәйҙе тарҡатырға яҫҡынған көстәр тора. Йөрәктәребеҙ "Аллаһ!" тиеп тибеп торғанда, ғәскәр башында Салауатыбыҙ барғанда, иншаллаһ, илебеҙ Рәсәй ҙә, халҡыбыҙ ҙа йәшәр!

97-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Бер күҙәтеүем менән уртаҡлашмаҡсымын. Руль артына ултырып, үҙаллы йөрөй башлаған нәфис зат өсөн уның ире икенсе-өсөнсө-дүртенсе урынға күсә. Был дөрөҫмө: дөрөҫ булһа, ни өсөн дөрөҫ, дөрөҫ булмаһа ни өсөн дөрөҫ түгел? Әллә миңә генә шулай тойоламы?

98-се күҙәтеүем

үҙгәртергә

Яңыраҡ милләттәштәребеҙ йыйылған бер мәжлестә аралашыу урыҫ телендә барғас, арабыҙҙағы берҙән-бер урыҫ кешеһе: "Үҙ телегеҙҙә һөйләшегеҙ, мин башҡорт телен аңламаһам да, һеҙҙең насар һүҙ һөйләмәҫегеҙҙе яҡшы беләм",- тип әйтеп һалды. Уның һүҙҙәре күңелебеҙгә май булып яғылһа ла, аралашыу нисек башланһа, шул телдә дауам итте. Бер аҙҙан Бөйөк Ватан һуғышы яугиры һүҙ алды. Ул: "Мине милләттәштәребеҙҙең үҙ-ара туған телебеҙҙә аралашмауы борсой. Беҙ шуның өсөн ҡан ҡойҙоҡмо ни? Күпме яуҙаштарым һуғыш яланында ятып ҡалды, бик күптәре яуҙан иҫән-һау ҡайтып, ошо көнгә килеп етә алманы. Улар фашизмға ҡаршы көрәштә йәндәрен аямай ҡорбан булғанда ейәндәренең, киләсәк быуындың үҙ туған телебеҙҙә аралашыуы хаҡында ла хыялланды, шуның өсөн дә һәләк булды. Улар үҙ ғүмерен бушҡа бирҙеләрме ни?.."- тине күҙҙәренә йәш алып. Бәғерҙәребеҙгә төйөр ултырҙы, күҙҙәребеҙгә йәш тығылды. Мәжлес туған телебеҙҙә дауам итте.

99-сы күҙәтеүем

үҙгәртергә

1774 йылдың 10 сентябрендә Салауат Юлаев атаһы Юлай Аҙналин менән Ҡатау заводы эшселәренә хат яҙа. Унда шундай юлдар бар: "...Әгәр беҙҙең күңелебеҙҙә уҫаллыҡ булаһы булһа, Аллаһ теләһә, һеҙҙән артығыраҡ тотоп һәм һеҙҙән артығыраҡ үлтерер инек. Беҙ теләмәйбеҙ, күңелебеҙҙә уҫаллыҡ юҡлығынан инде. Күңелебеҙҙә уҫаллыҡ юҡ..." Бында шундай һүҙҙәрҙе генә өҫтәргә ҡала: йөрәгендә лыҡа тулы Аллаһ булған кешенең һәм халыҡтың күңелендә уҫаллыҡ булмай шул...