Миндек (йомаҡтар)
- Өй башында йәшел ҡаҙ, йәшел ҡаҙҙың башы таҙ.
- Бәләкәй генә бисура, билен быуып, эләүкәлә ултыра.
- Йәшел сапан кейгән, билен ҡыҫып быуған, эләүкәлә ултыра.
- Урманда үҫә, мунсала бешә.
- Егет йәшел елән кейгән — башы таҙ.
- Үҙе суҡ-суҡ, әйтә: "Арҡама һуҡ-һуҡ!"