Мискә (йомаҡтар)
Арба өҫтөндәге мискә
- Ишек,
Ишек өҫтөндә бишек,
Урамда йөрөй,
Ҡабырғаһы тишек. - Ишек,
Ишек өҫтөндә бишек,
Бер үгеҙем бар ине,
Ҡабырғаһы тишек.
- Билен биш ерҙән быуған,
Үҙе урманда тыуған. - Имән таҡта бил быуған,
Ҡабырғаһында тишек. - Аҙбарҙа ҡара танам бар ине,
Уның да ҡабырғаһы тишелгән. - Ҡара һыйырымдың ҡабырғаһы тишек.
- Ялҡау ята,
Танауынан тартһаң, һыу ата.