Монасип—бай тарихлы ауыл

Иҫке Монасип (Һарт) —Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районына ҡараған ауыл.

Һарттар үҙгәртергә

Илен онотҡан – игелекһеҙ,

Халҡынан биҙгән – холоҡһоҙ,

Шәжәрәһен белмәгән – нәҫелһеҙ.

Халыҡ әйтеме.

Һарттар - XX быуат башына тиклем Урта Азияла йәшәгән, мең йыллыҡ бай тарихы, теле, мәҙәниәте булған төрки халыҡ. Һуңғы бер нисә быуат эсендә был ҡәүем, башҡа төрки халыҡтарға ҡушылып, йәғни ассимиляцияға бирелеп, айырым милләт булараҡ юҡҡа сыға.

XX быуат башында Үҙбәкстан бипәмәһендә 2 млн. caмаһы һарт йәшәй. Ташкентта һарт телендә матбуғат та баҫтырыла. Әммә 1937 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа һарттар булмай, үзбәк тип яҙҙылалар. Һарт нәҫелдәре бөгөн үзбәк, ҡаҙаҡ, төркмән, башҡорт, ҡарағалпаҡ, төрки булмаған тажиктар араһында ла бар.

XVII -XVIII быуаттарҙа һарттар Башхортостанға күсеп килеп ултырып, артабан аҫаба башҡорттар булып китә.

Рус этнографы, тарихсы Н. П. Остроумов уларҙы былай һүрәтләй: “Һарттар тиҙ тоҡаныусан, ҡыҙыу тәбиғәтле, намыҫлы, үткер, аҡыллы һәм эшһөйәрҙәр. Фанатик мосолмандар”.

Һарт ауылдарын республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә осратырға мөмкин. Хәҙерге Силәбе, Ҡурған башҡорттары араһында, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Дыуан, Әбйәлил, Бөрйән райондарында һарт нәҫелдәре күп.

Монасип - бай тарихлы ауыл үҙгәртергә

Беҙҙең Монасип (Һарт) ауылына килгәндә, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ шәжәрәһе түбәндәгеләрҙе бәйән итә: “Яуҙан алып килгән ике ул балаға Ишбулды һәм Ишкилде исемдәре ҡушылып, уғылы булмаған Ҡубашҡа бирелде, Сартлар айырылды".

Риүәйәт буйынса, һарттар беҙҙең яҡҡа сапҡын яһағандар. Үҙҙәре менән ҡатындары ла, балалары ла була. Ике ир бала яу яланында ташлап ҡалдырылған. Малайҙар үҫеп ир еткәс, уларға туғайҙан ер бүлеп, башлы-күҙле иткәс, Һарттар күбәйә. Шулай итеп, ауылды Һарт тип йөрөтә башлайҙар

Ҡубаш уллыҡҡа алған малайҙар XVI быуат башында йәшәгән Бабсаҡ бейҙән һигеҙенсе быуынға айырылалар.

Тарихта дүрт быуын бер быуат йәки бер йөҙ йыллыҡҡа тиң. Бынан сығып, Һарт ауылы XVIII быуат башында нигеҙләнә тип әйтергә була.

Әммә архив материалдарында, Монасип ауылына XVIII-XIX быуаттар сигендә Монасип Юлдашбаев нигеҙ һала, тиелә.

Документтар буйынса, Бөрйән район билмәһендә булған бөтә ауылдар ҙа тиерлек XVIII быуат аҙағы, йә XIX быуат эсендә барлыҡҡа килгән. Был шул осорға тиклем беҙҙә ауылдар булмаған, тигәнде аңлатмай. Утарҙар, бәләкәй ауылдар була, тик һуңыраҡ рәсмиләштереләләр, тип яҙа тарих уҡытыусыһы Заһир Дәүләтбирҙин мәҡәләһендә.

Уҙған ике быуат сигендә Ағиҙел буйында 33 өйлө – Монасип үҫеп сыға. Уға Монасип Юлдашбаев (1752-1823) нигеҙ һала. Уның улдары - Исхак, Исмәғил. 1850 йылда Иҫке Монасипта 46 йорт ҡалып халыҡ телендә Һарт ауылы тип тә йөрөтәләр.

XIX быуаттың уртаһында 15 өй Яңы Монасип (икенсе исеме - Мишәр) булып бүленеп сыға. XX быуаттың икенсе яртыһында Аралбайҙан да байтаҡ ғаилә күсеп килә. Ауыл халҡы ярым күсмә тормош алып барған, йәйләүҙәргә сығып утарҙарҙа булған, ауылдар барлыҡҡа килтергәндәр.

1842 йылда 79-ҙы йортта 404 кеше иҫәпләнеп 500 ат, 200 һыйыр, 40 һарыҡ и 15 кәзә аҫрайҙар. 24 бот ужым бойҙайы, 344 бот ужым арышы баҫыуға сәселгән.

1816 йылда Монасип ауылында йәшәгәнендә (1816 йылғы рәүиз яҙмаһында) Исламбай Йомағужингә ни бары 4 йәш кенә була. Атаһы сотник Юмағужа Ишҡолов (36 йәш), ҡатыны Сәжидә (30 йәш). Уларҙың улдары Исламғол (8 йәш), игеҙәктәре Исламбай (4 йәш), Фәғилә (4 йәш), Килмөхәмәт (2 йәш).

1828-1829 йылдарҙа Исламбай Йомағужин рус-төрөк һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан ҡайтҡас Исламбай ауылын нигеҙләй. Уның улы Калимулла.

1843-1850 йылдарҙа Исламбай ауылын монасиплылар нигеҙләгәндә, 9-сы рәүиз осоронда барлығы 20 йорт иҫәпләнгән, 1859 йылда 24 йортта йәмғеһе – 120 кеше иҫәпләнгән. 1920 йыл 205 кеше.

1866 йылғы Иҫке Монасипта 64 йорт иҫәпләнеп 187 –һе ир- ат, 153 ҡатын – ҡыҙ, 1 мәсет күрһәтелгән.

Яңы Монасип ауылында – 15 йортта 53 ир – ат, 31 ҡатын – ҡыҙ.

Ауылдың бәләкәйләнеүенә һәм халыҡ кәмеүенә 1918-1919 йылдағы көслө тиф ауырыуы, һуғыш һәм 1921 йылғы йотлоҡ сәбәп булған. Ауылдарҙа күпселек ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ғына тороп ҡала.

Ҡайһы бер ауылдарҙа халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә килгәндә инде, 1917 йыл менән 1926 йылдар арауығындағы Яңы Монасипта 182 кешенән 118 кеше, Иҫке Монасип ауылында 518 кешенән 359 кеше генә тороп ҡала.

Башҡорттар өсөн Наполеон ғәскәренә ҡаршы һуғыштар 1805-1807 йылдарҙа уҡ башланған. Архив документтарынан, тарихи әҙәбиәттән күренеүенсә, һуғышта монасип халҡынын да әүҙем ҡатнашыуы күҙгә ташлана. Зауряд-есаул Рахманғол Яҡшыбаев, рядовой Хоҙайбирҙе Ишҡолов, Зыянғол Туғыҙбаев, Иҫәнғол Ишимбетов был һуғышта ҡатнашҡандар.

1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рәсәй ғәскәренең 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтарында ҡатнашҡан монасиплылар Парижаса етеп, эҙ ҡалдырған рядовой Мырзағол, Ғәлибай Рамазановтар, Зыянбирҙе Тойғонов, Көмөшбай Булатов, Буланбай Айытҡолов “1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн”, “1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә” миҙалдары менән бүләкләнгән.

1828-1829 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышында Ниғмәтулла Аратов, Ҡәҙербай Хәлилов, Ишкенә Әйүпов, Мөхәмәтрәхим Мөхәмәтгалиндар ҡатнашҡандар.

Йыш ҡына ауылдарҙың исемдәре ошо ауылды барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашҡан кешеләрҙең исеме бәйләнгән була. Бындай хәлдәр бигерәк тә халыҡтар урындан-урынға күсеп йөрөгәндә лә күҙәтелә.

Был төбәктәге ауылдарҙы алғанда шул күҙгә ташлана, ә ҡасандыр башҡорттар менән бик тығыҙ бәйләнештә йәшәгән һәм ваҡыт үтеү менән үҙҙәре лә башҡорт булып киткән халыҡтарҙың этнонимына тура килә. Улар рәтендә Яңы Монасип – Мишәр, Иҫке Монасип – Һарт ауылы. Бынан тыш ҡайһы бер ауылдарҙа мишәр, һарт тигән аралар ҙа бар (Әсфәндийәров Әнүәр Зәкир улы яҙмаларынан).

1816 йылдың 10 ноябрендә Ырымбур губернаһы Верхнеуральск өйәҙе, 6 –сы башҡорт кантонының беренсе бүлексәһе, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ волосында кантондың ярҙамсыһы һәм йорт старшинаһы Ҡунаҡбай Ҡарабаев (Байғаҙы Ҡунаҡбаевтың атаһы1793 йылғы ) ҡарамағындағы Иҫке Монасип ауылында йәшәгән кешеләр тураһында мәғлүмәттәр: Бөрйән волосының 11 йортона ҡараған Монасип ауылы

  • 1-се йортта Аҡназар Рәхимғолов (40 йәш) ҡатыны Разия (50 йәш),улдары Ғайса (16 йәш), Муса (10

йәш), Ҡорманғол (8 йәш), Ниязғол (6 йәш).

  • 2-се йортта Мөхәмәтғәле Рәхимғолов (37 йәш), ҡатыны Назбикә (45 йәш), улдары Мөхәмәтғәленең ҡустыһы Әмирхан (16 йәш) хәҙер - Әмирхановтар нәҫеле, улдары Мөхәмәтрәхим (10 йәш), Байморат (8 йәш), Ишмырҙа (3 йәш) тәшкил итеп Рахманғоловтар тарала.
  • 3-сө йортта Хәлит Таймасов (57 йәш), 1-се ҡатыны Хөснә, 2-се Ғөлбостан, 1-се ҡатындан улдары Бикмәт (22 йәш), Нәҙирбай (12 йәш). Хәлитовтар, Бикмәтовтар таралырға мөмкин.
  • 4-се йортта Рәхмәтулла Ишембәтов (34 йәш), ҡатыны Боҫтимә (20 йәш), яңы тыуған улы Иҫәнморат, бер туған ағаһы есаул Иҫәнғол (28 йәш) ҡатыны Фатима (21 йәш) яңы тыуған улы Ғибәҙәт менән йәшәгән.
  • 5-се йортта Ҡолгилде Ҡолмырҙин (56 йәш) ҡатыны Дәүләтбикә (31 йәш) улдары Мөхәмәтйән, Мөхәмәтйәр, Мөхәмәтғәле, Бәхтийәр менән йәшәгән. Ҡолгилде Ҡолмырҙиндар Исламбай ауылына күсенгән.
  • 6-сы йортта есаул Рахманғол Ишҡолов (27 йәш) ҡатыны Йомасолтинә (25 йәш) улы Юлбирҙе (3 йәш), ҡустылары Буланбай (23 йәш), Сырлыбай (19 йәш).
  • 7-се йортта Ишҡол Ишбулатов (73 йәш), ҡатыны Йомабикә (60 йәш), улдары Килдынай (42 йәш) уның улы Ниғмәтулла, Байдәүләт ҡыҙҙары Йәнгизә, Таңбикә. Икенсе улы Хоҙайбиргән (28 йәш), ҡатыны Йәнбикә (30 йәш) улы Шаһиәхмәт, ҡыҙы Мәхипъямал йәшәгән.
  • 8-се йортта сотник Йомағужа Ишҡолов (36 йәш) ҡатыны сәжидә (30 йәш), улдары Исламғол (8 йәш), игеҙәктәр Исламбай (4 йәш) һәм Фәғилә (4 йәш)– ул аҙаҡ Исламбай ауылына нигеҙ һалыусы булыр, уның ҡустыһы Килмөхәмәт (2 йәш). Йомағужиндар нәҫел аралары тарала.
  • 9-сы йортта мулла Буран Елекбаев (53 йәш) ҡатыны Мәликә менән Ишемғол, игеҙәк Әхтәм һәм Мөхәмәткунафий, Хәсән, Хөсәйен улдар һәм Хәнә исемле ҡыҙ үҫтергәндәр.
  • 10-сы йортта Теләкғол Илбайтин (56 йәш) ҡатыны Йәмилә (60 йәш) менән Юлдыбай һәм Нәзилә исемле балалары булған. Буранов, Ишемғужиндар, Ҡунафиндар тарала.
  • 11- се йортта Теләксура Илбайтин (52 йәш) ҡатыны Миңлебикә улдары Ғөбәйҙулла (23йәш), Ниғмәтулла (15 йәш), Зәлифә менән донъя көткәндәр.
  • 12 –се йортта Яхъя Исламырҙин (36 йәш) менән Йәнбикә (25 йәш) Килдейәр тигән ул үҫтерәләр. Бер туған ағаһы Юлдаш Ҡуфәғол (51 йәш, ҡустыҙы Иткабыл (35 йәш) уның улдары Хәлил, Ғәбдрәхим йәшәгән. 1850 йылға Исламбай ауылына күсәләр. Яхиндар тарала.
  • 13-сө йортта Муллағол Ҡөсәпҡолов (28 йәш) ҡатыны Сәғифә һәм Муллағолдың бер туған ҡустыһы Йомағол. 14-15-се йортта Тойғон Ишбулатов (71 йәш) ҡатыны Юлдашбикә (60 йәш) улдары Ғәбделйәлил,Зыянбирҙе, Ғәбделваһап, Хәбибулла (23 йәш) менән Ҡотлобикә (27 йәш), Илназар йәшәгән. Исламбай ауылын төбәк иткәндәр. Ғәбделғәзиз Тойғонов (36 йәш) ҡатыны Ғөлбикә (30 йәш) улдары Ғәбделманаф, Йосоп, Ғәбделхалиҡ йәшәгән.
  • 16-17 йортта Яныш Ишбулатов (75 йәш) ҡатыны Сәриә (70 йәш) ҡыҙы Иҫәнсултан, улдары Иҫәнғужа, Шаһиморат, Ғөбәйғужа. Сотник Тләкбай Янышев (37 йәш) ҡатыны Сәбилә (35 йәш) ҡыҙы Гөлъямал улы Мөхәмәтов Әмин менән йәшәгән. Килдыш Ҡужағолов (73 йәш) улы Теләкабыл (34 йәш) ҡатыны Бүләкбикә (22 йәш) уның улы Мөхәмәт ҡыҙы Гөлъямал.
  • 19 -20–се йортта Монасип ауылын төп нигеҙләүсе Монасип Юлдашбаев (59 йәш) ҡатыны Юлдыбикә (50 йәш) улдары игеҙәк Исхан менән Исмәғил (18 йәш), ҡыҙы

Шәрифә. Монасиптың бер туғаны Йосоп (57 йәш) ҡатыны Кинйәбикә (45 йәш).

  • 21- йорттарҙа Шамғол (76 йәш) улы Ибраһим (37 йәш) уның улдары Мөхәмәтвәли, Дәүләтша. Һағынбай Иҫәнғолов (27 йәш) бертуған ҡустыһы Ҡотлобай (21 йәш) туғандары Ниғмәтулла Назарғолов (17 йәш ) бер йортта йәшәйҙәр. Һағынбай Иҫәнғолов ғаиләһе Исламбай ауылын үҙ иткән.
  • 23 - 25 йорттарҙа Ғәбделсәлим (43 йәш), Ғәбделкәрим (37 йәш), Аҙанғол (30 йәш) Рамазановтарҙың ғаиләләре тәшкил иткән. Исламбай ауылына күсенгәндәр.
  • 26-27-се йортта Аҫылғужа Байрамғолов (56 йәш), туғандары Үҙәнбай Тимерйәнов (31 йәш), Ниғмәтулла Аратов (1814 йылғы), Илбул Айманов (78 йәш), Дауыт Ҡәҙербирҙиндар йәшәгәндәр. Ниғмәтулла Аратов Исламбай ауылына күскәндәр – Аратовтар нәҫеле таралған.
  • 28 -29 -се йортта Төлкөбай Тимербаев (58 йәш), Миңлебай Булатов (27 йәш улы Дәүләтбай (2 йәш) Буранбай 1816 йылда тыуған. Мишәр ауылына күсенгәндәр. Хәҙер көндә Сәғитовтар һәм Төлкөбаевтар заттары.
  • 30-32 йорттарҙа Яман Һары Туғыҙбаев (56 йәш) ҡустыһыы Йомағол, уның улдары Назарбай һәм Мөхәмәтрәхим тағы ла туғаны Зыянғол. Шәриф Айҙағолов (42 йәш) улы Ҡыуандыҡ (2 йәш) туғаны Кинйәғол Төрөкмәнов. Әйүп Сурағолов (41 йәш) улы Ишем, Ишбирҙе, Йәғәфәр (3 йәш) тәшкил иткән.
  • 33-сө йортта Хәбибулла Ташбулатов Хәлил ауылынан күсеп Мишәргә унан Исламбай ауылына күскән.

Аралар үҙгәртергә

Ауылы булғас араларға ла бүлергә кәрәк булып сыға. 33 йортта йәшәгәндәрҙе йыйып бер бабай улдарын, туғандарын һәр береһен айырым араларға бүлеп ултыртырға булған.

Шунан һуң ул ит бешерткән: кемгәлер күҙҙең кепсәндән торған өлөшө - кепес, баш түбә һөйәге тирәһе эләккәндәрҙе - бүкәнбаш, елкә һөйәге өлөшө – сәкәш, эс ҡарындары эләккәндәр – сәрмә, кемгәлер -өшә, бешкәк, ҡатлансыҡ эләккән.

Унан башҡа ҡыҙылбаш аралары, һуңынан Тимер ауылынан күсеп килеүселәр ҡушыҡ- (ҡушылыусылар) Ҡөсәпҡоловтар, шаҡым – (Шахморат олатайҙан ҡыҫҡартылып әйтелә) – Аллабирҙин, Дәүләтбирҙиндәр.

Кепес араһы булған улына тау буйында йәшәргә Ағиҙел аръяғы тау буйында урын бүлеп биргән. Шул ваҡыттан алып тау Кепес тауы тип тә атала. Кепес төрки һүҙлектән текә ҡабаҡ йәки бейек булмаған текә ярлы тауҙы аңлата.

Ҡотлобаевтар – бешкәк, Рахманғоловтар – сәкәш, Баймырҙиндар, Юлдашбаевтар – ҡыҙылбаш, Газиндар - ҡалмыҡ, Атауллиндар,Ҡунафиндар, Ишемғужиндар, Бурановтар – бүкәнбаш, Исмәғиловтар – сәрмә, Муллағоловтар, Бикмәтовтар – кепес.

Тимер ауылынан килгәндәр Аллабирҙиндар, Дәүләтбирҙиндар – шаҡым, Ҡөҫәпҡоловтар – ҡушыҡ.

Иҫке Монасип ауылында Әйүповтар, Атауллиндар, Абдуллиндар, Юлдашбаевтар, Бурановтар, Халитовтар, Баймырҙиндар, Ҡунафиндар, Газиндар,Вәлиевтар, Ҡотлобаевтар, Кепес яғында Муллағолов, Бикмәтовтар, Ҡөҫәпҡоловтар, Йомағоловтар, Исмәғиловтар һ.б йәшәйҙәр.

Ауыл булғас, муллаһы ла була, Буран Елекбаев (1793 йылғы) беренсе муллалыҡ һәм идаралыҡ эшен алып барған. Уның улдары Ишемғол, Әхтәм, Мөхәмәтҡунафий, Хәсән, Хөсәйен.

Ауылдың үр яҡлап ҡарағайлыҡ урманын ҡырҡып мәсет төҙөгәндәр. Был урын Үрге туғай, йәки Ҡарағай туғай тип атағандар, ағасын ҡырҡас яланға әйләнгән. Хәҙерге көндә ауыл ҙурая килә йорттар барлыҡҡа килгән.

Ырымбур губерняһы дини идаралығы указы менән 1867 йыл Бөрйән районың Иҫке Монасип ауылында собор мәсетте төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырыла. Күрше ауылдағылар Яңы Монасип (3 саҡрым), Байғаҙы (15 саҡрым) кешеләре ошо изге урынға йөрөй.

Ошо осорҙа Иҫке Монасипта 230 ир-ат, 206 ҡатын-ҡыҙ, Байғаҙы ауылында 174 ир-ат, 163 ҡатын-ҡыҙ, Яңы Монасипта 54 ир-ат, 52 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Беренсе булып мәсеттә 1843 йылда тыуған Ишмөхәмәтов Ғатаулла Ғәбделҡәйүм улы (39 йәш) дини идаралыҡ раҫлаған указы менән (27.11.1882 № 5044) имам вазифаһын башҡарған.

1889 йыл Сәғитов Ильяс Килмөхәмәт улы (41 йәш) дини идаралыҡ раҫлаған указы менән 4.08.1889 № 3363 мәзин (мөғәлим) вазифаһын үтәгән.

1906 йылдың 19 апрелендә Байғаҙы ауылының айырым мәсете төҙөлгән ( Дини идаралыҡ указы менән №1368 д. 30, 1901 йыл).

Псәншин Мәхмүт имам вазифаһын башҡарған (раҫланған осоро 5.06.1906 № 3341 д.300). Метрика номеры 316.

Рәсәй батшалығы башлыҡтары башҡорт халҡының баш күтәреүҙәренән ҡоттары алынып бѳткәнгә күрә, йыйындар һәм башҡа тѳрлѳ һылтауҙар менән тѳркѳмдәргә тупланыуҙарҙы булдырмау ѳсѳн, ѳйкѳм йәшәгән урындарҙағы халыҡты тарҡатып, ҙур ауылдарҙы күсереп ултыртыу сәйәсәте үткәрә башлай.

Был фарман буйынса эште урынына еткереп ҡуйыуҙы Ырымбур виләйәте түрәләре урындағы ѳйәҙгә ҡараған башҡорт кантондарындағы старшиналарға тапшыра.

Йорт старшинаһы Ҡунаҡбай Ҡарабаев Тимер, Аралбай, Исламбай, Бикташ ауылдары менән идара иткәнлектән, Иҙел йылғаһы буйлап Бохмаш яланын тимерҙәр Иҫке Монасипҡа ерҙәрен ҡалдырғандар. Әле лә нигеҙ урындары беленә.

Ошо әйтелгән ауылдарға хужа булып үрәтник Ҡунаҡбай Ҡарабаев билдәгәнгән. Сотник Байғазы Ҡунаҡбаевтың атаһы (46 йәш 1816 йылда). Улар бергә кәңәшләшеп йыйындар уҙғарып ауылдар, утар-йәйләүҙәр ҙә барлыҡҡа килтергән.

Есаул Рәхманғол Ишкулов, Сотник Юмағужа Ишҡолов, Мулла Буран Елекбаев, Сотник Тләкбай Янышев, Монасип Юлдашбаев, Исламбай Йомағужин төп идаралыҡ эштәрен башҡарыусылар булған.

Граждандар һуғышы ла был ауылдарҙы урап үтмәй, ҡап уртаһында ҡайнаған. Яҡын-ара ауылдар Монасип, Байғазы, Бикташ, Тимер, Аралбай, Мишәр, Исламбай бик ныҡ аралашып йәшәр булған. Шул сәбәпле туғанлыҡ мөнәсәбәттәре артабан да, быуат буйы, Совет власы ныҡлап урынлашҡанға һәм әлегә тиклем дә һаҡланған.

Нисек кенә булмаһын, был ауылдар араһында туранан-тура бәйләнеш бар. Был бәйләнештәр ошо ауылдарҙа кешеләргә бирелгән исемдәрҙә лә сағылыш таба.

Әйтәйек, Тойғоновтар күпселек ауылдарҙа Тимер, Аралбай, Бикташ, Монасип ауылдары архивтарында күренә.

Монасип - бай тарихлы ауыл. Заман менән заман уралған, ти ҡобайыр.

Ысындан да улар айырылғыһыҙ: үткән заманды белмәй, хәҙергене аңламайынса, киләсәкте күреү мөмкин түгел. Шуға ла туған халҡындың, ауылындың тарихын белеү кәрәк.

Һылтанмалар үҙгәртергә

1816 йылғы рәүиз сығынаҡтары, И-295, Оп.2, д.8 Ырымбур губерняһының дини идаралығы район мәсеттәр буйынса мәғлүмәттәренән алынды.