Көләмәстәр/Монасип мәҙәктәре
Иҫке Монасип ауылында ике урыҫ ғаилә йәшәне. Береһе Иван менән Маруся (ауылда уны Марусь инәй тип йөрөттөләр) исемлеләр ине. Иван монасиптар Ҡағынан саҡырып килтергән тимерсенең ейәне була. Уның Спартак исемле ҡустыһы ла бар ине. Ошо кешеләргә бәйле мәҙәктәр бик күп. Шуларҙың бер нисәһе.
Турғай ҡоҙағый
Элек ауылда туйҙар ҡыҙ һәм егет яғында өсәр көн була һәм туйҙа ҡыҙ яғынан ҡоҙаға егет яғынан бер ҡоҙа беркетеп ҡуйыла ине.
Ҡоҙалар ҡаршы яҡта туй барғанда шул беркетелгән ҡоҙаның ҡарамағында була (йоҡлата, бүләк бирә, туй дауамында күҙ-ҡолаҡ була).
Бер туйҙа Марусь инәйгә Һандуғас исемле ҡоҙағый тәғәйенләнә. Иртәнсәк ҡоҙағыйын сәйгә уятырға булғас исемен онота ла ҡуя. Кем әле, ниндәйҙер ҡош исеме ине тип уйлай-уйлай ҙа, күберәк осраған турғайҙы ғына иҫенә төшөрә.
“Турғай ҡоҙағый, Турғай ҡоҙағый, тор, сәй эсәйек!”, тип уята икән ҡоҙағыйын.
“Ашағыҙ-эсегеҙ, туймағыҙ мәскәйҙәр!”
Марусь инәй йәш сағында килен булып төшкәс, башҡортса әллә ни белмәй(электән йәшәгәндәре башҡортса ауылдыҡыларҙан да таҙараҡ башҡортса һөйләшкәндәр).
Ҡунаҡ саҡырырға булғас, ҡәйнеше Спартактан ҡунаҡты нимә тип әйтеп һыйларға икән тип кәңәш һорай икән.
Ҡәйнеше бик шуҡ кеше була. “Ашағыҙ-эсегеҙ, туймағыҙ мәскәйҙәр!” тип әйтергә кәрәк һыйлағанда тип өйрәткән. Мәжлестә Марусь инәй бик етди итеп “Ашағыҙ-эсегеҙ, туймағыҙ мәскәйҙәр!”, - тип ҡыҫтай икән ҡунаҡтарын.
Шунан һуң был лаҡап булып китә. Ауылда шаярып ҡунаҡтарын “Ашағыҙ-эсегеҙ, туймағыҙ мәскәйҙәр!”, - тип һыйлай башлайҙар. Минең үҙемдең дә ҡулланғаным булды был һөйкөмлө һүҙҙәрҙе.