Мораҙ ауылы
Мораҙ – Башҡортостан Республикаһы Ғафури районындағы ауыл.
Тарихы
үҙгәртергәМораҙ – Кәлсер Табын ырыуы башҡорттарының боронғо ауылдарының береһе. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Мораҙ ауылына XVIII быуат баштарында нигеҙ һалынған тип фаразларға була.
Бишенсе ревизия (халыҡ иҫәбен алыу) мәғлүмәттәрендә Мораҙ ауылы ике тапҡыр телгә алына. Тәүгеһендә өс йортта 22 кеше йәшәүе теркәлһә, икенсеһендә 6 йортта 35 аҫаба башҡорт йәшәүе күрһәтелгән. Ауылға нигеҙ һалыусы өс кешенең исемдәре лә билдәле. Улар Кәлсер Табын волосы старшинаһы Тайыш Иткинин командаһы кешеләре – Мораҙ Сөләймәнов, Хашим Мерәсов һәм Мортаза Рахманғолов булған. Тап ошо өс кеше Кесе Табын башҡорттарынан ер һатып алып, бөгөнгө Мораҙ ауылына нигеҙ һалған. Был хаҡта тарихи документтар һаҡланып ҡалған.
Был документты аңлайышлы булһын өсөн һүҙмә-һүҙ килтереү урынлы булыр ине:
“Тысяча семьсот пятидесятого году мая четвертого дня Уфимского уезда Ногайской дороги Кси-Табынской волости команды старшины Баимбета Ильчигулова башкирцы деревни Теумовой Абулхаир Минигулов, деревни Мавлюшовой Абубакир Кадралиев, Муртаза Смаков, будучи в г. Уфе, дали мы сию от Уфимских крепостных дел запись в том что пропустили мы, Абулхаир Минигулов, Абубакир Кадралиев, Муртаза Смаков, по данному письму в нынышнем 1750 г., кое здесь в Уфимской провинциальной канцелярии объявляет, оной же Ногайской дороги Кальчир-Табынской волости команды старшины Таиша Иткинина башкирцев д.Мерясовой Мураза Сулейманова, Хашима Мерясова, Муртазу Рахмангулова 3 детьми их владения вечно.... старинной нашей вотчиной, которую мы, Абулхаир с тов., владеем истари между Гилима (Зилим) и Мяндима с лесы Еманчи да по Медям смежна Муталовой вотчинная земля на горную сторону да от межи Гирей-Кипчатской волости земля до Гилима вместо себя имеющимися в той вотчине старыми нашими де жилыми деревьями также им Муразу, Хашиму и Муртазе и в коем дельныя деревья делать и владеть без всякого от нас, Абулхаира Минигулова с тов. им, Муразу Сулейманову с тов., вотчину, бортныя ухожья, а владеть уже им, Муразу с тов., вместо нас одним им., наперед сей записи за те уступки вотчины нашей... (взяли) от них Мураза Сулейманова с тов., на свои нужды в оброк деньги по десяти рублев с человека, итого 30 рублев, впередь нам, Абулхаиру с тов., до той вотчины...дела нет и не вступатца, ни в чем не спорить...”
Бына ошондай йөкмәткеле документ күп нәмәгә асыҡлыҡ индерә. Документта телгә алынған Кәлсер Табын волосы старшинаһы Тайыш Иткинин хәҙерге Иҫке Тайыш ауылына нигеҙ һалыусы булып торһа, Кесе Табын волосы старшинаһы Байымбәт Илсеғолов хәҙерге Байымбәт ауылын нигеҙләүсе тарихи шәхес.
Ә документтағы башҡа шәхестәргә һәм ауыл исемдәренә килгәндә инде, Теүәм ауылынан булған Әбүлхәйер Миниғоловтың бөгөнгө ҡайһы ауылдан икәнлеген асыҡлап булманы.
Ә бына документта телгә алынған Мәүлеш ауылы кешеһе Әбүбәкир Кадралиевтың ҡуйған тамғаһы буйынса бөгөнгө Яугилде ауылы кешеһе булыуы бәхәсһеҙ. Сөнки Кесе Табын ырыуы башҡорттары ауылдары араһында бөгөнгө Яугилденән башҡа бер генә ауылда ла Мәүлеш араһы юҡ.
Унан килеп, Әбүбәкир Кадралиевтың тамғаһы Яугилде ауылындағы Мәүлеш араһыныҡы менән тап килә. Документҡа ҡул ҡуйған өсөнсө кеше Мортаза Смаковтың тамғаһы иһә бөгөнгө Байымбәт ауылы кешеләренең ата-бабаларының тамғалары менән тап килә.
Ошоларға нигеҙләнеп, Мораҙ Сөләймәнов һәм уның ике иптәшенә Кесе Табын ырыуының бөгөнгө Байымбәт һәм Яугилде ауылы кешеләре ер һатҡан тип әйтергә ныҡлы нигеҙ бар.
Һүҙ ыңғайы шуныһын да әйтеп китеү урынлы булыр, Байымбәт старшинаның ерҙәре бик күп булған. Бөгөнгө Красноусол ауылы ерҙәре лә уның биләмәһе иҫәпләнгән. Богоявлен заводын төҙөтөү өсөн баяр Твердышевтың һәм уның кешеләренең Байымбәт Илсеғоловтан ер һатып алыуҙары хаҡындағы документ та бар архивта.
Ә бына Мораҙ ауылы кешеләренең ер һатып алыу хаҡындағы документы 1750 йылда ғына булыуы бер ни тиклем бәхәс тыуҙыра. Ни өсөн тигәндә, 1737 йылда төҙөлгән картала уҡ Мораҙ ауылы күрһәтелгән.
Шуныһы үҙенсәлекле: 1737 йылғы картала бөгөнгө Ғафури районындағы ауылдарҙан Мораҙ һәм Табын ауылы ғына бөгөнгө атамаларында күрһәтелгән. Тағы ла Богоявлен (бөгөнгө Красноусол) ауылы бар. Әлбиттә, бының үҙ сәбәптәре лә етерлек.
1735-1736 йылдарҙағы Килмәк абыҙ етәксегендәге башҡорт восстаниеһы, 1739-1740 йылдарҙағы Ҡараһаҡал яуы һөҙөмтәһендә бик күп башҡорт ауылдары яуыз Тевкелев (Тәфтиләү) тарафынан яндырыла. Яуҙа ҡатнашҡандар аҫыла-киҫелә, балалары, ҡатын-ҡыҙҙары тартып алына. Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда ҡот осмалы күренеш була был.
Был башҡорт күтәрелештәре 1734 йылда хәҙерге Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалыу менән бәйле була. Башҡорттар үҙ ерҙәрендә рөхсәтһеҙ ҡала - ҡәлғә төҙөтөүгә ҡырҡа ҡаршы сығып, ҡулдарына ҡорал алырға мәжбүр булғандар. Восстаниелар баҫтырылғас, күп ауылдар яндырылған һәм кем ҡайҙа етте шунда күсеп китергә, яңы ауыл нигеҙләргә мәжбүр булған. Башҡа ауылдар кеүек, Мораҙ ауылы ла тап шулай барлыҡҡа килгән.
Рәүиз мәғлүмәттәре
үҙгәртергәБөгөнгө Мораҙ ауылына килгәндә инде, 1816 йылда уҙғарылған 7-се ревизияла 11 йортта 59 кеше йәшәүе хаҡында мәғлүмәт бар.Тағы ла 43 йылдан иһә 20 йортта 92 кеше йәшәгән.
1896 йылда 21 йортта 132 кеше йәшәүе хаҡындағы мәғлүмәт бар. Тәүге совет халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса (1920 йыл), Мораҙҙа 38 йортта 167 кеше йәшәгән.
Халыҡ араһында ауылдың икенсе исеме лә бар. Мәндем йылғаһы буйында ултырғанға күрә Мәндем тип тә йөрөтәләр.
1812 йылғы Ватан һуғышында Хөсәйен Әбүшахмин менән Әливша Үтәгәнов ҡатнашҡан. Улар икеһе лә Парижды алған өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнгән. Уларҙың вариҫтары ошондай атай-олатайҙары булыуы менән хаҡлы ғорурлана алалар.
Бөгөнгө Үтәгәновтар һәм Әсфәндийәровтар Әливша Үтәгәновтың туранан-тура вариҫтары булып торалар. Хөсәйен Әбүшахминдың тоҡомо Лоҡманов һәм Хәйретдиновтарға тармаҡланған. Ә ауылға нигеҙ һалыусы Мораҙ Сөләймәновтың вариҫтары булып бөгөнгө Сәйетбатталовтар тора.
Бөгөнгө Мораҙҙа тырыш, уңған, егәрле халыҡ йәшәй. Мал аҫрап, ҡорт бағып, баҡса үҫтереп, халыҡ үҙ көнөн үҙе күрә. Ауыл халҡының күпселеген Шәриповтар тәшкил итә. Был тоҡом Ҡолғананың улы Мөхәмәтшәрифтән таралған. Мөхәмәтшәрифтең Ғирфан һәм Ноғоман исемле улдары ишле үрсем биргән.
Шулай уҡ ауылда Кинйәбулатовтар, Хәйретдиновтар, Амангилдиндар, Үтәгәновтар дуҫ һәм татыу ғүмер кисерә.
Мораҙ ауылы халҡы үҙ тарихында беренсе тапҡыр 25 июндә үтәсәк “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ҡаршыларға әҙерләнә. Был байрам айҡанлы ауылда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә һәйкәл асыласаҡ. Ә иң мөһиме, ауыл төҙөкләндерелә, халыҡ үҙ туғанлыҡ ептәрен барлай.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН. Табын. 24.06.2016