Муйыл— ике өлөшлөләр роза сәскәлеләр ғәиләһенә ҡараған ағас үҫемлек.

Муйыл республикабыҙ биләмәләрендә киң та­ралған. Ул майҙа сәскә ата. Июль—сентябрь ай­ҙарында емештәре өлгөрә.

Дауаланыу маҡсаттарында емеше файҙаланыла. Уны август, сентябрь баштарында йыйырға һәм 'мейестә (50 градус температурала) киптерергә кәрәк. Ҡояшлы урынға йәйеп киптерергә лә була.

Дарыу әһәмиәте

үҙгәртергә

Муйыл шәкәргә, алма, лимон кислоталарына, С витаминына бай. Муйыл­дың сәскәһе Һәм емешен­дә, япраҡтарында фитон­цидтар күп. Ә фитонцидтәре ауырыу таратыусы микробтар­мы үлтерә.

Халҡыбыҙ муйылдың ҡайырыһын, сәскәһен, емештәрен дауа итеп файҙаланған. Төнәтелгән япраҡтарын быуындарға ябып, һыҙланыуҙан ҡотолорға мөмкин.

Йөрәк, ашҡаҙан, үт юлы ауырыуҙарынан да муйыл ҡайырыһы, япраҡтары, сәскәләре файҙалы.

Емештәрен киптереп, боронғо таш тирмән, йәки хәҙерге ҡәһүә онтағыс менән он рәүешенә килтереп, төрлө ризыҡтар, ҡамыр эштәре әҙерләгәндә ҡулланалар.

Емештәрен йыйып алыу менән ит турағыстан үткәреп, шәкәр менән бутап ултырһаң да яҡшы һаҡлана.

Үпкә ауырыуынан да­уаланғанда муйыл япрағын сәй урынына бешереп әсәләр.

Ә ағас ҡайыры төнәтмәһен элек-электән

-биҙгәк тотҡанда тирләү өсөн,

-һалҡын тейгәндә,

-ревматизмды дауалау өсөн.

-тән тиреһенә сыҡҡан төрлө сабыртмаларға ҡаршы,

-теш һыҙлағанда ҡулланалар.

Емеш төнәт­мәһен эс ҡатырыу өсөн әсәләр.

Ҡулланыу

үҙгәртергә

Төнәтмә түбәндәгесә әҙерлэнә: 1 аш ҡалағы муйыл емешенә 1 стакан ҡайнар һыу ҡоялар һәм 5 минут буйы ҡайнатҡас, 2 сәғәт­кә төнәтергә ҡуялар.

Си­рек стаканлап көнөнә 2—3 тапҡыр эсергә.