Муйыл майы
Муйыл майы | ||
---|---|---|
Муйыл майы — башҡорт халҡының бик затлы ризыҡтарынан һанала; милли консервалау ысулы менән әҙерләнгән аш-һыу төрө.
Ҡушымталар
үҙгәртергә- Муйыл
- Аҡ май (һары май)
Әҙерләү ысулы
үҙгәртергә1. Муйылды йыйып, йоҡа ғына ҡатлам итеп таратып һалырға кәрәк. Бының өсөн иң уңайлыһы — киндер сепрәк, уны киндер тоҡтарҙан эшләп алырға була. Нисек кенә булмаһын, аҫты һауа үткәрә торған урындан да йәтешлеһе юҡ. Күләгәле, еләҫ урында киптерәләр. Бына шундай урында емештәр гәрәбә кеүек матур кибә. Кипкән береһен сепрәк тоҡҡа («һулай торған») тултырып, үтә ел ергә элеп ҡуялар. Етерлек йыйылғас, яҫы һауыттарға таратып һалып, яңы ғына икмәге сыҡҡан мейескә ултыртырға (духовкала ла мөмкин).
Таш һымаҡ кипкән емештәрҙе ҡул тирмәнендә (йәки башҡа онтағыс ҡоролмала) онтайҙар. Муйыл онтағын ваҡ иләктән үткәрергә, эреһен яңынан онтағысҡа һалырға. Етерлек йыйылғас, муйыл онон һары майға ҡушып, ҡамыр кеүек итеп ентекләп баҫырға ла, йомғаҡтар эшләргә. Уны сыр киҫкән кеүек киҫеп һалырға. Икмәк өҫтөнә һалып, ҡатлама итеп ашарға ла, бәрәмәс бешерергә лә, сәйгә ҡушып эсергә лә була.
2. Яңы йыйылған муйылды сайҡатып, таратып һалып киптерәләр. Таҙа урындан йыйылған булһа, быны эшләмәҫкә лә мѳмкин, сөнки иң яҡшыһы — йыумай майлау. Һыуы кипкәс, быяла йәки фарфор һауытҡа 2-3 см ҡалынлыҡта һалалар ҙа, аҙ ғына шәкәр һирпеп, өҫтөнә ҡайнар һары май ҡоялар. Йәнә муйыл һалып, шул уҡ тәртиптә май ҡоялар. Һауыт тулғансы шулай ҡабатлайҙар. Майлы муйылды һалҡынса урында һаҡлайҙар.
Файҙаһы
үҙгәртергәМуйыл майы — туҡлыҡлы ризыҡ ҡына түгел, сәләмәтлек өсөн бик файҙалы витаминдар, микроэлементтар тупланмаһы; муйылдың ғына түгел, майҙың да файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Майлау — емештәге бар файҙалы матдәләрҙе юғалтмай тиерлек һаҡларға мөмкинлек бирә. Муйыл бигерәк тә ашҡаҙан-эсәк өсөн файҙалы, уны эс киткәндә файҙаланалар. Әммә майлы муйыл эсте ҡатырмай. Башҡорт халҡында уны күҙгә файҙалы тип һанайҙар[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәhttp://www.e-reading.club/chapter.php/3583/603/Ahmedov_-_Rasteniya___tvoi_druz%27ya_i_nedrugi.html