Халҡыбыҙ был һөйәкле булһа ла тәмле емеште электән аш-һыуҙа киң ҡулланған, тирмәндән тарттырып алып ҡайтып, онтағын ҡамыр аштарына ҡушҡан. Ғәҙәттә муйылды ҡышҡылыҡҡа киптереп һаҡлайҙар. Кәрәк сағында уны ебетеп, төйәләр, йә ит турағыс аша үткәреп, бөйөрөктәр бешерәләр, шәкәрләп, бал, май ҡушып, сәйгә татлы ризыҡ итеп тә бирәләр.

Ҡушылмалары

үҙгәртергә

Муйыл торты бешереү өсөн түбәндәгеләр кәрәк:

  • Муйыл оно — 60 г
  • Аҡ май — 130 г
  • Шәкәр (кремға 1 аш ҡалағы) — 3-4 аш ҡалағы
  • Йомортҡа — 2 дана
  • Он — 1-1,5 стак.
  • Сода — 0,5 ч. л.
  • Ҡаймаҡ — 200—300 г
  • Ванилин (мотлаҡ түгел)
  • Тәменсә тоҙ
  • Ҡайнар һыу

Бешереү һәм биҙәү

үҙгәртергә

Муйыл онон саҡ ҡына һыу һалып, ҡаймаҡ ҡуйылығы булғансы йомшартабыҙ , йә йәйҙән шәкәрләп иҙеп әҙерләнгән емешен тотонабыҙ Майҙы шәкәр ҡушып күперткәнсе туғыйбыҙ, йомортҡа, тәменсә тоҙ өҫтәйбеҙ. Он ҡушып, туғый-туғый ҡамыр эшләйбеҙ (ул ағып төшөрлөк булырға тейеш), аҙаҡта ғына сода ҡушабыҙ. Яҡшылап болғатҡас, табаға, йә ҡалайға һалып 180—190 градус эҫелектә 20-30 минут бешерәбеҙ. Шәкәр менән ҡаймаҡ ҡушып крем эшләйбеҙ ҙә, бешенте өҫтөнә һөртәбеҙ. Кремға муйыл оно ла ҡушырға мөмкин. Төнгөлөккә һалҡынса урынға йә һыуытҡысҡа ҡуйып, кремын һеңдергәс, биҙәп табынға ҡуябыҙ. Иң матур биҙәк — әлиттә, еләк-емеш.