- Башы улаҡта,
Ҡойроғо ҡолаҡта.
- Ҡыҙыл ҡолашаға
Ҡарағош ҡанатын йәйгән.
- Ҡыҙыл ҡолашала
Ҡарт алаша ҡойроғо.
- Тишекле тамыр аҫтында
Төйөрөм тай ҡойроғо.
- Уртаһы уйылған,
Ике яҡҡа ҡыйылған.
- Атайымдың урманы,
Ике яҡҡа һуҙғаны.
- Йәйәһен киргән, уғы юҡ.
- Йәйәмде киреп ҡуйҙым,
Уғымды элеп ҡуйҙым.