- Бәләкәс кенә малай,
Бейгә лә ярай,
Ханға ла ярай,
Үҙе гел ҡан даулай.
- Кәк(е)ре ҡайын ут төкөрә.
- Бер төкөрҙө —
Бөтөн ерҙе бөтөрҙө.
- Бәләкәс кенә нәл ташы,
Хандар, бейҙәр юлдашы.
- Кәк(е)ре ботаҡ алыҫ төкөрә.
- Биле бөк(ө)рө алыҫҡа төкөрҙө.
- Ҡаны юҡ, йәне юҡ,
Төкөрөгө кеше үлтерә.
- Атаһы шарт итә,
Балаһы ялт итә,
Төкөрөгө дорфанға китә.
- Йәне лә юҡ, ҡаны ла юҡ,
Эсендәге балаһының һаны ла юҡ.
- Үмер, үмер, үмерҙән,
Яҡҡан уты күмерҙән,
Оҙон буйлы бер ҡош бар —
Йомортҡаһы тимерҙән.
- Тимерҙән заты,
Борсағы таштан ҡаты,
Әҙәмдең хикмәте.
- Артында беләк була,
Ҡабырғаһында эйәк була,
Өҫтөндә күҙ була,
Үҙе төҙ була.
- Йүткерә, төкөрә,
Төкөрһә — үлтерә.
- Ҡара атым ҡалт итте,
Ҡабырғаһы ялт итте.
- Үңер, үңер, үңерҙән,
Үңәсе оҙон тимерҙән,
Шатырлауыҡ-шартлауыҡ
Бар донъяны емергән.
- Эргәлә — һуға,
Алыҫта — йыға,
Хатта тауышы