Мәйет янында сабырлыҡ тураһында

Сабырлыҡҡа ни етә, йәғни, мәйет бар саҡта мәрхүмдең яҡындары ҡысҡырып илауҙан, мәйеткә өндәшеп, һамаҡлап, зар һөйләп, күңелендәге ҡайғы хисен тыя алмай өҙгөләнеүҙән тыйылырға бурыслы.

Мосолман кешеһе сабыр булырға тейешҮҙгәртергә

Пәйғәмбәребеҙ йәшәгән заманда мәйетте оҙата барғанда, аранан эйәрә килеүсе кешеләр аҡырып-ҡысҡырып, ҡаты тауыш менән һөйләшеп, үҙҙәренең яңаҡтарына үҙҙәре һуғып, сәстәрен йолҡоп илаусылар булған.

Ислам дине таралғанға тиклемге, Ислам дине ҡанундарын белмәгән саҡтағы, жәһилиәйәт (наҙанлыҡ) осорона хас бындай ғәҙәттәрҙе пәйғәмбәр насар ғәҙәт тип атаған.

Мосолмандарға Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм: «Яңаҡтарына һуҡҡандар, кейемдәрен йыртҡандар, жәһилиәйәт ваҡытындағы кеүек тип атайҙар) аҡырып ҡысҡырғандар беҙҙең кешеләрҙән түгел», - тигән.

Был һүҙҙәрҙең төп асылы шунда: мосолман кешеһе сабыр була белергә,иң ауыр мәлдә лә үҙен-үҙе тота алыуын, hәp ғәмәлен сабырлыҡҡа нигеҙләп атҡара алыу һәләтен юғалтмаҫҡа тейеш.

Сөнки илау, өҙгөләнеү, кейемде йыртыу, үҙеңде үҙең туҡмау, сәс йолҡоу - береһе лә мәйеткә (мәрхүмгә) файҙа килтермәй, мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыһын да кәметмәй улар.

Киреһенсә, ундай өҙгөләнеү менән кеше мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыһын тәрәнәйтә, мәйеттең рухын ғазаплай.

Мосолман кешеһе һор ерҙә сабырлыҡ күрһәтергә, сабыр булырға тейеш. Аллаһтың ихтыярына буйһоноу ҙа - сабырлыҡтан. Сөнки Аллаһ бәндәләрен һәр саҡ һынай.

Ауыр ҡайғы биреп тә һынай Раббыбыҙ бәндәләрен. Сабыр итә белгән кеше, сабырлыҡ күрһәткән кеше, ин шәәъ Аллаһ, Аллаһтың сауабына өлгәшер.