1. Бикле келәт эсендә ҡара ҡом.
  2. Бәләкәй генә йорт,Эсе тулы ҡара ҡорт.
  3. Бер ботаҡ,Бер ботаҡта бер мең ҡара борсаҡ.
  4. Таяҡ,Таяҡ өҫтөндә маяҡ.Маяҡ өҫтөндә кибет,Кибет эсендә мең егет.
  5. Уҡ, уҡ өҫтөндә суҡ, һикһән ике кибет, Алтмыш ике егет.