Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылының ер-һыу атамалары

53°18′38″ с. ш. 55°58′35″ в. д. (G)

Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылының ер-һыу атамалары


Ер-һыу атамалары, быуындан - быуынға күсеп, риүәйәттәр булып беҙгә килеп еткән. Был риүәйәттәрҙе мин хаҡлы ялдағы уҡытыусы Баязитов Рауил Хажиғәли улынан яҙып алдым.
Ауылымдан көньяҡ – көнбайышта, 2 км-ға яҡын алыҫлыҡта, Аҙнабай батыр (хәҙер Байыш) ҡыуаҡлығы урынлашҡан. Октябрь революцияһына тиклем крәҫтиәндәрҙең тормошо бик ауыр булған. Ғаиләһен аҫырар өсөн крәҫтиәндәр ерҙәрен һатҡандар, арендаға биргәндәр, байҙарҙан бурысҡа аҡса алғандар. Бурысын түләй алмаған крәҫтиән йәй буйы бай баҫыуында эшләргә мәжбүр булған. Ошондай ауыр тормошҡа түҙмәй йәш, көслө, ҡыйыу егет Аҙнабай байҙарға ҡаршы көрәшә; малдарын ситкә ҡыуа, йорт ҡураларын, иген кәбәндәрен яндыра, старостаға ла, старшинаға ла буйһонмай. Уны тотоп, зинданға ябырға тип жандармдар килгәс. ҡаса. Бер үҙе түгел, иптәштәре лә була. Ауылдан көньяҡ-көнбайышта, 2-3 км алыҫлыҡтағы туғайҙа, ҡасып йәшәй. Шул урынды Аҙнабай (хәҙер ҡыҫҡартып Байыш) ҡыуаҡлығы тип йөрөтәләр.
Ҡараһарыҡ туғайының тарихы ҡыҙыҡлы. Был ҡамышлы, батҡаҡлы туғай Сереккүлдең төньяҡ ситендә урынлашҡан. Майҙаны 19 гектар. Ҡамыш араһынан, борола-борола 5-6 һарыҡ сығып килгән. Уны күреп, бесәнселәр, аждаһа йыланы сығып килә икән тип, ҡурҡып ҡасҡандар. Шул урынды Ҡараһарыҡ туғайы тиҙәр.
Иҫәнтимер ҡыуаҡлығы ауылыбыҙҙың көнбайышында, 1 км алыҫлыҡта, урынлашҡан. Әле унда бригада сабынлығы. Тимер исемле бер кеше, бесән сабырға китеп, 2-3 көн буйы ҡайтмағас, уны эҙләп барғандар. Суҡтал буйында бесән сабып йөрөгәнен күреп “Тимер иҫән! Иҫән Тимер!””- тип ҡысҡырып ебәргәндәр. Был туғайҙың исеме шунан тороп ҡалған да инде. Хәҙер, үкенескә күрә, ҡыуаҡлыҡтары юҡ инде.
Ауылым түбәндәрәк ултырғас, яҙғыһын көнбайыштағы бөтә ялан-ҡырҙарҙа ятҡан ҡарҙар иреп, ҙур йылға булып, ауылыма табан ағып төшә. Барса ( бөтә) ҡар һыуҙары ҡушылғанға, был йылғаны Барса тип атағандар. Яҙғыһын был һыу икегә айырылып, бер өлөшө ауылымдың көньяғына, икенсеһе – төньяғына, Салауат ҡалаһына табан аға. Көньяҡҡа аҡҡаны Ағиҙел йылғаһына барып ҡоя. Барса тамағын Тоба тип атайҙар Бында ҡарабалыҡ, табанбалыҡ, шамбы үрсей.


Фанзия Ханнанова