Мәрхүмдең туғандары үтәргә тейеш бурыстар

һәр ҡайһыбыҙ иҫендә тоторға тейеш:

  • беҙҙе бар итеүсе - Аллаһ.
  • Беҙҙе төрлө ризыҡ менән туҡландырыусы - Аллаһ.
  • Ваҡыты еткәс (йәшәй торған көнөбөҙ бөткәс), йәнебеҙҙе алыусы- Аллаһ.
  • Аллаһтың бирмешенән яҡты донъяға килдек,
  • Аллаһтың ихтыяры менән Ахирәткә күсәбеҙ,
  • Аллаһтың хозурына ҡайтабыҙ.

Мәрхүмдең туғандары үтәргә тейеш бурыстар

үҙгәртергә

1.Мәрхүмдең балалары, туғандары, яҡындары ошо хәлде (кешенең вафат булыуын) сабырлыҡ менән, ныҡлыҡ менән ҡабул итергә бурыслы. Сөнки сәбәләнеү, ҡойолоп төшөү, сараһыҙ итеп тойоу һис файҙа килтерә алмай, зыян ғына итә һәм хәлде ҡатмарлаштыра ғына. Иң беренсе нәүбәттә Аллаһты иҫкә алырға, уға һыйынырға, күңел менән ялбарып, Раббыбыҙҙан сабырлыҡ, хаҡлыҡ, түҙемлек биреүҙе һорарға тейеш улар.

«Бер аҙ ҡурҡыу, аслыҡ менән, малдарығыҙҙы, йәндәрегеҙҙе һәм емештәрегеҙҙе бер аҙ кәметеп, һеҙгә имтихан һалабыҙ. Эй, Мөхәммәд, сабыр итеүселәргә һөйөнөс еткер: берәй ҡайғы килһә, Аллаһҡа һыйынып: «Беҙ Аллаһтың ҡоло. Аллаһ хозурына ҡайтасаҡбыҙ!» - тиер улар». «Әл-Бәкара», «һыйыр» сүрәһе, 155-се, 156-сы аяттар

2.Мәрхүмдәрҙең яҡындарына матәм (траур) билгеһе итеп, ҡара кейем кейеү динебеҙ ҡанунына тап килмәй. Мәрхүмдең яҡындары, бәғзе төбәктә, өйөбөҙҙән мәйет сыҡты, тип ҡырҡ көн дауамында һис ҡайҙа: саҡырған ергә ҡунаҡҡа, мәжлестәргә, туйҙарға, йыйынға бармай. Был да дөрөҫ түгел, йәғни динебеҙ ҡанундарына, динебеҙ йолаларына тап килмәй. Ҡырҡ көн буйы һаҡал-мыйыҡты ҡырмай йөрөү ҙә дөрөҫ һаналмай.

3.һәр кем донъяға Аллаһтың бирмешенән үҙенә тәғәйенләнгән яҙмыш, үҙенә тейешле ризыҡ менән, үҙенә тәғәйенләнгән көндә килә. Кемдең ҡасан донъяға килеүе, ҡасан яҡты донъянан китеүе - бөтәһе лә Аллаһтың ихтыярынан.

Шуға күрә лә берәй сабый донъяға килеү менән берәй кешенең вафат булыуы йәки берәүҙең вафаты аҙнаһында, айында йәки йылында берәй сабыйҙың донъяға килеүен, үҙ-ара бәйләнешле хәл тип ҡабул итергә ярамай. «Фәләңдең йәне фәләнгә күсте, фәләңдең вафаты фәләңдең донъяға килеүенә сәбәпсе булды», - тип фараз итеүҙән һаҡланырға тейешбеҙ.