Мәхиән ҡарағайы
Википедияла 2-се Этҡол ауылы тураһында мәҡәлә бар
Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы урмандарында бик үҙенсәлекле, мәғрүр ҡарағай үҫә, ул бик бейек, матур. Йәше бер нисә йөҙ йыл булыуы мөмкин.
Борон ошо ҡарағай төбөндә Мәхиән исемле бер кеше ҡыуыш эшләп йәшәп киткән тиҙәр. Шунан бирле был ҡарағыйҙы "Мәхиән ҡарағайы" тип йөрөтәләр. Ҡарағайҙы биш өлкән кеше ҡосаҡлаһа ҡоласлап алырға буй ҙа етмәй.