1. Бәләкәй генә төпөрә, үргә ҡарап төкөрә.
  2. Өйә башында киле, уны белмәгән — тиле.
  3. Өй башында оҙон ағай.
  4. Ҡырҙа үҫкән ҡурай, ел сыҡҡанда, йыр һорай.
  5. Ауыл аша шайтан ҡарай.
  6. Һыңар күҙле бабай, һәр ваҡыт күккә ҡарай.
  7. Аяғы юҡ үрә баҫҡан.
  8. Мөгрәй-мөгрәй мөгрәгән, мөгөҙөн күккә терәгән.
  9. Өй башында бер ағай
    Һыуыҡтарға ҡарамай һыбыҙғыһын һыҙғырта,
    Тәмәкеһен борҡота.