Наган, алтатар, пистолет, револьвер (йомаҡтар)
- Алты егет юлға сыҡҡан,
Алтыһы ла бәһлеүән,
Алты һуҡтым, алты типтем,
Уң битенән сыҡты ҡан.
- Бәләкәй генә ҡалай,
Эсендә йүгерек малай.
- Бәләкәс кенә бөк(ө)рө,
Алыҫ ергә төкөрҙө.
- Биш туғандың биле бөк(ө)рө,
Биле бөк(ө)рө булһа ла
Алыҫҡа төкөрҙө.