Википедияла 2-се Этҡол ауылы тураһында мәҡәлә бар
52°49′31″ с. ш. 57°58′34″ в. д. (G)
Нимес зыяраты
Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы янында бер тауҙың итәгендә "Немец зыяраты" бар. Элек яҡшы беленә ине, хәҙер ер менән тигеҙләнеп бөттө тиерлек. Уға бәйле ҡыҙыҡ хәлдә бар. Бер йылы, 9 май көнө, колхоз йылдағыса яугирҙәрҙе ҡырға алып сығып һыйлаған. Ҡайтыуҙа ҡыҙып егетләнеп алған яугирҙәр ҡәбер өҫтөнә менеп, тапап "Бына һеҙгә шул кәрәк", тип бейегәндәр.
Тағы ла, Хәмит бабай һөйләгәйне. Немецтәр революцияға хәтле бында йәшәгәндәр. Кис булһа, немец йәштәре ҡырға ҡултыҡлашып прогулкаға сығалар икән. Ҡыҙҙары ҡыҫҡа күлдәктән. Шәриғәт законы бында ҡаты! Ҡарттар йәштәрҙе һөсләгәндәр. Бер сыҡҡандарында йәштәр һыбай тал һуйыл менән немецтәрҙе туҡмағандар .Шунан һуң ҡатын-ҡыҙ ҡыҫҡа күлдәктә прогулканы ташлағандар
Информатор:Әкрәм Ҡәйепҡолов
|
|