Ниндәй ризыҡ күпме һаҡлана?
Ниндәй ризыҡ күпме һаҡлана?
- Макарон бүлмә температураһында бер йыл һаҡлана. Дымлы һауала күгәрә.
- Үҫемлек майы. Шешәләгеһе ҡараңғы урында 18 градуста дүрт ай һаҡлана. Температура тағы ла юғарыраҡ булһа, үҫемлек майындағы файҙалы май кислоталары әсеп, ағыуға әйләнә.
- Йомортҡаны 2-6 градуста йылыла 2-3 аҙна тоторға була. Оҙағыраҡ һаҡлаған һайын сифаты ла түбәнәйә.
Һыуытҡыста
үҙгәртергә- бешкән ит 3-4 көн,
- үткәрелгән ит 1-2 көн,
- колбаса – 1 аҙна,
- ҡош ите 1-2 көн,
- балыҡ 1-2 көн,
- аҡ май 1 ай,
- ҡаты сыр - 3 аҙна һаҡлана.
Әгәр оҙаҡ ятҡан ризыҡтарҙың сифаты шик уятһа, уларҙы ҡулланмауығыҙ хәйерле.