- Арҡандан бура бурайҙар.
- Арҡан ураным,
Бура бураным,
Йылыһына ҡыуандым.
- Биш ағай бура бурай,
Береһе сыға ла ҡарай,
Береһе сыға ла ҡарай.
- Унау килеп еттеләр,
Аҡ арҡанды тоттолар,
Бура бурап киттеләр.
- Биш бүре,
Бишеһе лә күк бүре,
Береһен-береһе ҡыуған,
Ҡойроғон быуған.
- Биш ағай һуғыша.
- Биш аға
Бишеһенә бер өй һала.
- Биш малай
Береһен-береһе ҡыуалай.
- Биш турғай
Берен-бере ҡыуалай.
- Биш бағанаға ситән үрәләр.
- Биш туған ситән үрә.
- Ун оҫта арҡандан бура бурай.
- Өфөнән килгән биш егет
Берен-бере ҡыуалай.
- Ун кешегә биш бағана,
Бер арҡан,
Тарталар ҙа һуҙалар,
Йомро ситән үрәләр.
- Дүрт ағай арҡан һала,
Бер ағай үрә.
- Дүрт ағай ситән үрә,
Береһе арала йөрөй.
- Дүрт ағай бура бурай,
Береһе бүрәнә һөйрәй.