Оладьи,йәғни бәләкәй ҡоймаҡ

Хәтирәләр
Бала сағымдың иң сағыу хәтирәләре һәр ваҡыт күрше Тәүәкән ауылында йәшәгән олатайым менән өләсәйемә барып бәйләнә. Бына әлегеләй күҙ алдымда, олатайым бал айырта, ә мин бармағым менән бал тәмләйем. Янда ғына безләп осҡан уҫал ҡорттарҙан сағыла-сағыла. Анау эре генә йөрөгән ҡоромағыр ата ҡаҙҙан күпме эләкте, ни тиклем күҙенә күренмәй генә уралап йөрөһәм дә, берҙән-бер көндө тәки болдор аҫтына ҡыуып керетеп сәрелдәткәнсе суҡып ҡуйҙы. Их, һағындыра шул мәлдәр. Урындыҡта самауыр тирәләй теҙелешеп ултырып сәй эскән, баҡсалағы алмағастың иң йәйенке ботағында, олатай эшләп биргән һикелә аяҡ болғап, Аҡтүште ҡосаҡлап менеп ултырған мәлдәр. Олатайымдың байрам һайын бүләк иткән сәскәлекәй яулыҡтары ла бөтөн әле. Йәне йәннәттә булһын олатайымдың. Шул тиклем дә бала йәнле ине, иҫ киткес яраттым мин уны. Ә өләсәйем аш-һыуға ныҡ оҫта, тәмле итеп әҙерләй, ризыҡтың бөртөгөн дә әрәм итмәй. Әле өлкән йәштә булһа ла, ҡунаҡҡа киләбеҙ тиһәк, хәс тә беҙ яратҡанса йомролай картуф бешереп, бәләкәй алюмин табаһында һары майын иретеп, көтөп тора. Ошо табалағы майлы картуф шул тиклем тәмле, башҡа бер ерҙә лә ундай картуф ашағаным булманы. Ә уның ҡоймаҡтары һуң! Күпертеп кенә ҡойолған, тишеклекәй генә, һары майҙа йөҙҙөрөп майланған, ауыҙға алыу менән иреп юҡ була торған хуш еҫле ҡоймаҡтар! Яҙып ултырам, ә үҙемдең күҙ алдымдан ялан аяҡлы, ялбыр башлы бала сағым ҡулын болғай-болғай йүгереп уҙғандай булды! Шөкөр, өләсәйемә былтыр-90 йәш тулды! Инде ҡырҡтан уҙғанда ла, ҡайтып иркәләнер өләсәйең булыуы-үҙе бәхет, шулай бит, дуҫтарым!

Эй…Ҡоймаҡ тураһында яҙырға ултырҙым да, бөтөнләй һүҙем икенсе юҫыҡҡа, бала сағыма төшөп китте лә. Гел шулай ул мин, бер нәмә хаҡында уйлайым, ә бармаҡтарым бөтөнләй икенсе хәбәрҙәр теҙә. Шуға ла күп осраҡта уйҙарыма ҡамасау итмәҫкә тырышам. Үҙ яйына ҡуям. Тәмлекәс, татлыҡас ҡоймаҡтар, рәхмәт һеҙгә, ниндәй матур хәтирәләргә сорнанығыҙ мине. Яйлап, төп һүҙемә күсәйем)

Ҡоймаҡты ла ҡоя-ҡоя оҫтараһың бит ул. Был юлы һүҙем оладьи, бәләкәй ҡоймаҡтар хаҡында булыр. Уларҙың текә генә «панкейки» тигән атамаһы ла бар ул. Мин бөгөн ябай, бананлы һәм һоло ярмаһы ҡушылған оладьи, йәғни бәләкәй ҡоймаҡ, йәғни панкейкиҙ(л)ар хаҡында һөйләмәксемен. Кефирға туғылған ҡоймаҡ ҡамыры үҙенә күрә түгел, бигерәк көйәҙ ул. Ҡыҙҙырған саҡта йә лыс май була, йә көйә, йә ҡабарып бешмәй, сей була. Хәҙер ҡул оҫтарҙы, шөкөр. Ҡамырҙы туғыған ыңғайы бешермәйем: йә кистән эшләп ятам да, иртән балалар тороуына бешерәм, йә берәй ике сәғәттән һуң ғына. Иң мөһиме, кефир (ҡамыр) яҡшы итеп әсеп сығырға тейеш. Шунһыҙ ҡоймаҡ ҡабармаясаҡ!!!

Ярты литр кефирға ярты балғалаҡтан күберәк тоҙ, ярты балғалаҡ аш содаһы, бер-ике ҡалаҡ шәкәр, ике йомортҡа ҡушып туғыным да, аҙаҡ ҡуйы ғына ҡамыр килеп сыҡҡансы он өҫтәп, йәнә лә миксерымды дырылдаттым. Ниндәй тәртиптә яҙғанмын, шулай эшләнем дә, ҡамырымды иртәнгәгә тиклем оноттом. Әммә! Иртән! Шундай тәмле, ҡупшы, ҡабарып торған ҡоймаҡтар өҫтәлгә менеп ҡунаҡланы!

Бананлы ҡоймаҡ! Рецепты шулай уҡ, тик бананын бешерер алдынан ғына ҡырып һалдым! Әйтереңбармы, хәтәр тәмле!

Бер көнө кистән бынау тәмле ҡатнашмамды http://vk.com/wall21164859_19385 әҙерләп ятҡайным да, иртән ашаусы кеше булманы. Әлдә генә кефирға сей һоло ярмаһы, балдан башҡа тәмлекәстәр һалмағайным. Шуға ул йәһәт кенә оладьиға әйләнде. Хәҙер йыш ҡына шулайтып бешерәм. Был осраҡта ярты литр кефирға алты ҡалаҡ һоло ярмаһы ҡушырға кәрәк.. Үәт, шулай! Кеше йәшәй-йәшәй барыһына ла яйлап өйрәнә.Ә шулай ҙа, һаҡсыллыҡ, әйберҙе бәрәкәтле ҡуллана белеү, аш-һыуға оҫталығым-улар барыһы ла миңә өләсәйемдән,әсәйемдән күскән күркәм сифат, тип һанайым. Ҡулдарының ҡото миңә лә йоҡҡанына сикһеҙ рәхмәтлемен. Кәрәккәндә аҡыл өйрәтерлек, белмәгәнемде һорарлыҡ, кәңәш бирерлек яҡындарым иҫән-һау булһын! Һәммәгеҙгә лә имен тормош теләйем, инәй-апайҙар, еңгә-килендәр, һылыуҙар, әхирәттәр!

Гөлназ Ишемғолова