Паровоз, поезд (йомаҡтар)
- Дөбөр-дөбөр дөбөрҙән,
Дөбөр килә Себерҙән.
- Ике тауҙың араһында
Минһаж ағай ҡысҡыра.
- Ҡамыты юҡ,
Дуғаһы юҡ,
Ҡара атым егеүле.
- Оло күҙле ҡара айғыр
Ҡырҡлап арба тарталыр.
- Хайран итә йөрөүе,
Бик йыраҡтан күреүе.
Кеше-меше күренһә,
Бүре кеүек олоуы.
- Хайран уның йөрөүе,
Бик йыраҡтан килеүе,
Ай-Һай, уның кешнәүе,
Аяғында тимере,
Тамағында күмере,
Ерҙе ярып килеүе.
- Дилбегә юҡ, йүгән юҡ,
Ҡамыт кәрәк тигән юҡ.
Ҡара айғырҙы ектеләр,
Ултырҙылар киттеләр.
- Ул ниҙер, кем?
Ауыҙынан уттар сәсә,
Айлыҡ юлды көндә үтә,
Күмер ашап, һыу эсә.