Партиялы машина
Ғ.Т. Кәримовтың "Йылдар, юлдар буйлап..." китабынан.
Ауыл хужалығы районы булғас, райком сәсәү, мал аҙығы әҙерләү, урып-йыйыу компанияларына колхоз-совхоздарға үҙенең вәкилдәрен ебәрә торған булды. Был урындағы етәкселәргә булышлыҡ итеү йөҙөнән эшләнелә ине. Вәкил өсөн шуныһы мөһим − ул мотлаҡ партиялы булырға тейеш. Ә бына Дәүләт страховкалау бүлегенең мөдире партияла тормай, ләкин уны ла башҡалар менән бер рәттән хужалыҡтарға йөрөтәләр икән. Аптырап һорағандарға мөдир кеше былай тип яуаплай ти: «Үҙем партийный булмаһам да, машинам партийный».
Яуабында лә мәғәнә бар, сөнки ауылдарға барырға машина етмәгәнлектән (райкомдан башҡа ни бары ике, һуңынан өс кенә еңел машина булды), машинаһы өсөн генә партияһыҙ мөдир вәкил итеп ебәрелгән булған.