Перовский бейеүе/"Перовский" нисек тыуҙы?

Йәшәп килгән халыҡ бейүҙәренән сығып фараз иткәндә, башҡорт бейеүҙәренең ҡайһы бер характерлы үҙенсәлектәрен тоҫмалларға була. Беренсенән, күберәк хеҙмәт хәрәкәттәренә оҡшатырға тырышыу (йөн иләү, кер йыуыу, тула баҫыу, бесән сабыу, аш-һыу әҙерләү)Ю икесненән, төрлө хайуандар хәрәкәтенә оҡшатыу (ат сабыуы, ҡош талпыныуы, торналар бейеүе), өсөнсөнән, һунар һәм яу күренештәрен сағылдырыу һ.б.

Колхоз-совхоз театры коллективы. 1934 йыл

Хәҙерге көндә үҙенсәлекле һәм бик популяр "Перовский" башҡорт халҡында быуындан-быуынға күсә килгән бейеүҙәр ерлегендә, һунар һәм яу күренештәрендә, хайуандар хәрәкәтеннә нигеҙләнеп һалынған.

1930-1933 йылдарҙа мин Өфө сәнғәт техникумының театр бүлегендә уҡыным. Уны тамамлағас, II колхоз-совхоз күсмә театры составында Башҡортостандың бөтә райондарын да йөрөп сығырға тура килде.

Концерттарҙа башҡорт, урыҫ, татар бейеүҙәрен башҡара инем. Беҙгә,лө халыҡ бейеүҙәренең хәрәкәттәрен "йыйыштырып", үҙенә күрә бер бейеү ижад итергә лә тура килде. Миндә сәхнә өсөн милли башҡорт бейеүе әҙерләү теләге ошо дәүерҙә тыуҙы.

Концерттан һуң уйындарға ҡалып, шул тирәлә дан тотҡан бейеүселәрҙең бейеүҙәрен күҙәтә, өйрәнә башланым. Әле лә хәтеремдә, Дыуан-Мәсетле ауылында Әхмәтшин Нәби ағай урыҫ көйөнә башҡорт, урыҫ, татар бейеүҙәре хәрәкәттәрен ҡатнаштырып, ниндәйҙер һалдат бейеүен башҡара ине. Дыуан районы Арый ауылында Хөрмәт хәбибуллин (ул Ватан һуғышында үлеп ҡалды) урыҫ халыҡ көйө "Во саду ли"гә үҙе "ойоштороп" алған бер бейеүҙе башҡара торғайны. Мәсәғүттә уҙғарыла торған йыйындарҙа Йүрүҙән буйындағы Бишәүҙәр ауылынан Мөхәммәт исемле кеше үҙенең балыҡсылар тормошон сағылдырған бейеүе менән халыҡты шаҡ ҡатырҙы. Бейеү оригиналь, ҡыҙыҡлы сюжетҡа һалынһа ла, унда төрлө әҙәпһеҙерәк хәрәкәттәр күп булғанлыҡтан, бейеү башландымы - ҡыҙ-ҡырҡын сырылдап түңәрәктән сығып ҡасыр булды. Нисек кенә булмаһын, ҡулбаштарҙы уйнатып, төрлө ҡатмарлы хәрәкәттәр яһауҙа яңылыҡ та сағылды.

Нуриман районы Иҫке Күл ауылында миңә Сәит ағайҙың таҡмаҡҡа "Бер таҡта" бейеүен башҡарыуын күрергә тура килде. Ул күңел асыу маҡсатында ижад ителгән. Үҙенсәлеге шунда: бейеүсе, иҙәндең бер таҡтаһынан ситкә сыҡмайынса, төрлө хәрәкәттәр яһарға тейеш. Был үҙенә күрә ярайһы уҡ оҫталыҡ талап итә.

Баймаҡ районы рудниктарының береһендә рудком рәйесе Ирғәлин башҡорт халыҡ көйө "Игеҙәккә" ниндәйҙер бер үҙенсәлекле генә бейеү башҡара торғайны. Шул саҡ райондың Темәс ауылында "Күсей Сәмсиәһе" тигән шаян бейеү "йәшәне". Унда байтаҡ дәрәжәлә ҡырағай хәрәкәттәр өҫтөнлөк итһә, Түбә руднигында таралған "Кәкүк" исемле бейеүҙә иғтибар итерлек алымдар бар ине. Әбйәлил районы Ҡыҙрас ауылында мин күргән "туғыҙаяҡ" бейеүендә лә сәхнәләштерерлек яңылыҡ өҫтөнлөк итте. Ошо һанап үтелгән бейеүҙәр мин күргән-күҙәткәндәрҙең ҡайһы берҙәре генә.

Ҡурайсы Солтан Ибраһимов та өс йыл буйына беҙҙең менән бергә йөрөнө. Күсмә театрҙы Баймаҡҡа беркеткәс, коллективҡа ҡурайсылар Хәмит Әхмәтов, Ғата Сөләймәновтар ҡушылды.

1936 йылда атаҡлы артист Ғиниәт Ушанов килде. Минең уның башҡорт батырҙары, башҡорт иленең ҡаһарман үткәне тураһында һөйләгән бик күп легендаларын ишетергә насип булды.

Бер саҡ театрҙың художество етәксеһе Ҡадир Баҡиров беҙгә республика театрҙарының II фестиваленә әҙерләнеү кәрәклеген әйтте. Унда концерт номерҙары ла булырға тейеш. Миңә берәй башҡорт бейеүе әҙерләргә ҡушылды. Беҙ башта ҡурайсылар менән берлектә көй һайланыҡ. Х. Әхмәтов - "Перовский", Ғ. Сөләймәнов - "Игеҙәк", Ғ. Ушанов "Суҡ муйыл" көйҙәрен тәҡдим итте. Миңә нисектер "Перовский" көйө яҡыныраҡ тойолдо.

Алға ҙур эш килеп баҫты: бейүҙә халыҡтың ҡыйыулығы, сослоғо, шул уҡ ваҡытта шаянлығы ла дөйөмләштерелергә тейеш. Шуларҙы тән хәрәкәте, мимика ярҙамында халыҡҡа һөйләп бирергә кәрәк. Бында бейеү сәнғәтен нескә тойоп белгән Ғиниәт ушанов бик ҙур ярҙам итте.

Беренсе сығыштар Баймаҡта яҡшы алынды. 1936 йылда Өфөлә бейеүҙе яратып ҡаранылар. Башта ул "Характерлы башҡорт бейеүе "Перовский" тип йөрөтөлдө, һәңынан туранан-тура "Перовский тип кенә аталды. 1936 йылдың июлендә Ленинградтан килгән балетмейстер Ворковицкий һәм Ғәскәров бейеүҙе яҙып алды. "Перовский" бейеүсенән бейеүсегә, клубтан - клубҡа, түңәрәктән - түңәрәккә бик тиҙ таралып китте. Шул рәүешле ул милли бейеүгә әйләнде.

Ғөмүмән алғанда алғанда, "Перовский"ҙы һалғанда шундайыраҡ деталдәргә иғтибар ителде: беренсенән, башҡорт һуғышсыһының ҡаһарманлығын һынландырыу (киң, ғәйрәтле аҙымдар, ҡулдарҙы һәлмәк һелтәү, башты ғорур тотоу, үткер ҡараш һ.б.). Икенсенән, тормштан алынған деталдәр менән байыҡтырыу. Мәҫәлән, һыбайлы кешенең өҙәнгелә тибенеү хәрәкәте. Был хәрәкәтте мин 1940 йылда Ҡыйғы театрында эшләгәндә тәү башлап индергәйнем. Ә инде 1947 йылда уға саңғыла шыуып барған һунарсының ҡош атырға әҙерләнгән саҡтағы хәрәкәтен ҡуштым. Бейеүҙе күргән кешеләрҙең хәтерендәлер: сүгәләй биреп, үксәләрҙе ян-яҡҡа һуҡтырып, уҡ атып ебәргән мәл.

Торналар бейеүен хәтерләткән деталь бик характерлы. Ул хәрәкәттәр туранан-тура натуранан күҙәтеү һөҙөмтәһендә эшләнде. Үҫмер саҡта мин хәҙерге Дыуан районы Әбдрәшит һәм хәлил ауылдары араһында Әй буйына ҡармаҡ һалырға йөрөй торғайным. Бер ваҡыт шулай балыҡ ҡаптырып ултырғанда, яҡында ғына торналар ҡысҡырышҡаны ишетелде. Мин шыуышып ҡына барып күҙәтә башланым. Бер көтөү торна түңәрәккә баҫҡан һәм ҡанат ҡанат ҡаға-ҡаға, "торойҡ-торойҡ" тип ҡысҡыра. Урталарында иң ҙурыһы, күрәһең, юл башлаусыларылыр, бөтөрөлөп бейей: һикерә, әйләнә, ҡағына, муйынын төрлө яҡҡа борғолай. Әммә нисек кенә ҡыланмаһын - ғорур торошон юғалтмай. Шунан һуң юл буйынса торна булып бейеп, уның хәрәкәттәрен ҡабатлап ҡайтҡаным әле лә күҙ алдында.

Ҡыҫҡаһы, ике яҡҡа сайҡалып тороу, ат өҫтөндә сабып барғанда уңлы-һуллы һелтәнеү, ең һыҙғаныу, ат сабыуына оҡшатыу, батырҙың көрәш башлар алдынан һикереп алыуы, тыпырҙатып йәки тауыш сығармай атлау (маршировка) кеүек хәрәкәттәр барыһы тормоштоң үҙенән алынды.

Бына шул рәүешле күп һанлы халыҡ бейеүҙәренән, төрлө донъяуи сығанаҡтарҙан ҡырҡмаһа-ҡырҡ төрлө быуындар, фигуралар һайлап алып, шуларҙың иң әһәмиәтлеләрен эшкәртеп, шымартып, бер сюжет һыҙығына һалғандан һуң ғына килеп сыҡты был характерлы милли бейеү. Әлбиттә, ул һуңынан профессиональ бейеүселәр тарафынан эшкәртелде, шымартылды һәм башҡорт халҡының классик бейеүе кимәленә тиклем күтәрелде.

Минең уйымса, "Перовский"ҙың күтәрелеүенең төп сәбәбе - уның быуындан-быуынға күсә килгән төрлө халыҡ бейеүҙәренә нигеҙләнгән булыуында, унда шул халыҡҡа хас булған ынтылыштарҙың, уй-тойғоларҙың дөйөмләштереүендә.


Мәҡәлә авторы - Әнүәр Әхмәҙиев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. "Йәшлек" гәзите, 1996 йыл, 27 апрель.