Перовский бейеүе/Перовский тормошонан
- Тарих биттәре
Граф Василий Алексеевич Перовский Алексей Кириллович Разумовскийҙың никахтан тыш тыуған дүрт улының береһе була. һәм, ағалары кеүек үк, Мәскәү эргәһендәге Перов ауылы хөрмәтенә Перовский тигән фамилия йөрөтә. Белемде Мәскәү университетында ала.
1812 йылда Бородино һуғышында ҡатнаша һәм бармағы яралана. Урыҫ ғәскәре сигенгән саҡта Мәскәүҙә француздар тарафынан әсирлеккә алына, хөкөм ителеүҙән ҡотолоп ҡала һәм таланған, туҡмалған килеш Францияға оҙатыла. Россияға ҡайтҡас, В. А. Перовский бөйөк кенәз Николай Павловичтың адъютанты итеп билдәләнә. Кенәз адъютантының һәләттәрен юғары баһалай, улар яҡын дуҫтар булып китә. 1828 йылғы Урыҫ-төрөк һуғышында Грузияла ауыр яралана һәм хәрби строевой хеҙмәтенән китергә мәжбүр була.
1833-1842 йылдарҙа Ырымбурҙа хәрби губернатор һәм айырым Ырымбур корпусының командиры була. 1839-1840 йылдарҙа уның етәкселеге аҫтында Хиваға (Үзбәкстан) поход ойошторола. Әммә ҡырыҫ һәм күп ҡарлы ҡыш арҡаһында был поход уңышһыҙ тамамлана.
Биш меңлек экспедиция корпусынан 800 кеше генә иҫән ҡала. Эльба йылғаһы буйындағы казактар менән һуғышта Василий Алексеевич һалҡын алдырып ауырып китә һәм хәҙерге Чехияға дауаланырға китә. Тулыһынса һауыҡҡас, 9 йылдан һуң ул ҡабаттан Ырымбур яғына эшкә ебәреүҙәрен һорай.
1853 йылда ул Урта Азия далаларына ебәрелгән экспедиция корпусының етәксеһе була. Арал Диңгеҙе буйында Коканд ханының ғәскәрен ҡыйратҡандан һәм бер нисә нығытманы яулағандан һуң, был походын күренекле Аҡмәсет крепосын (һуңынан - Перовский форты, ә совет заманында - Ҡыҙыл Урҙа ҡалаһы - авт) штурмлау менән тамамлай.
Был поход һөҙөмтәһендә Русия империяһы Һырдаръя йылғаһы буйындағы күп кенә ерҙәрҙе баҫып ала һәм Урта Азияның Русияға ҡушылыуы ошонан башлана.
1855 йылдың 14 апрелендә В. А. Перовскийға граф дәрәжәһе бирелә, ә 1857 йылдың башында отставкаға сыға һәм Ҡырымға күсеп бара, шул уҡ йылдың 7 декабрендә үлә.
Перовский образы беҙҙең алда ғәҙәти булмаған аҡыл көсөнә эйә булыусы шәхес булараҡ килеп баҫа. Ул, үҙенең уратып алыусыларға һәм буйһоноусыларына тик яҡшы яҡтан ғына таныш була. Тура һүҙлелеге, намыҫлылығы, эшен еренә еткереп башҡараусанлығы менән айырылып тора.
Василий Алексеевич оҙон буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, әммә ташып торған көслө, ҡуңыр, уйсан күҙле булған.
Волганан алып Иртышҡа тиклемге Ырымбур губернаһы менән етәкселек итеп, Василий Алексеевич шул уҡ ваҡытта администратор, политик булып та торған.
Ырымбур һәм Өфө ҡалаларының беренсе төҙөлөштәренә Василий Алексеевич күп көс һалған. Шулай уҡ Ырымбур Каруанһарайының төҙөлөшөндә Перовскийҙың ҡатнашлығы ҙур.
В. А. Перовский һәм уның хеҙмәтен баһалап, бөйөк рус яҙыусыһы Лев Николаевич Толстой 1878 йылда роман яҙа башлай, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтөрә алмай.
Перовский ваҡытында Пограничниктар комиссияһы рәйесе булып хеҙмәт итеүсе, күренекле рус көнсығыш белгесе В. В. Григорьев уның тураһында: "Василий Алексеевич - ябай кеше түгел, Ырымбур яҡтарын унан яҡшыраҡ итеп берәү ҙә белмәйҙер. Бындай етәкселәр менән эшләү үҙе үк бәхет ул". - тип яҙа.
Василий Алексеевичтың образы тулыраҡ итеп башҡорт фольклорында бирелгән, уның менән ҡыҙыҡһыныусыларға шунан уҡырға тәҡдим итәм.
Авторы - Вилен Дильман, тарихсы. Өфө ҡалаһы. "Йәшлек" гәзите, 1993 йыл, 31 июль.