- Ауыҙы бер, теле икәү,
Һөйләйҙер һүҙ,
Уның кәрәген күрер күҙ.
- Тимер ҡоҙоҡ,
Оҙон ҡойроҡ,
Бирә бой(о)роҡ.
- Ауыҙы бер,
Теле икәү,
Йәне юҡ,
Һөйләгәндә һүҙенең һаны юҡ.
- Төклө ҙур ҡашы,
Йыраҡтыр башы.
Керәлер, сығалыр,
Ағалыр күҙенән йәше.
- Һыңар аяҡлы һайыҫҡан
Мәке һаҡлап ултыра.